

Ғүмерен уҡытыусылыҡҡа арнаған Нәғимә апай – сығышы менән Белорет районының Хөсәйен ауылынан. Бала саҡтан ҡурай тыңлап, күңеленә моң һеңдереп үҫә ул. Гармунға ҡыҙыҡһыныуы мәктәп йылдарында барлыҡҡа килә. Шығай мәктәбендә уҡығанда интернатта бер генә гармун була, унда өйрәнергә тип балалар хатта сират тора. Тап шунда гармунда уйнарға оҫтарып ала Нәғимә апай.
Мәктәпте тамамлағас, мәҙәниәт юлынан китергә дәрте булһа ла, ата-әсәһе кәңәше менән уҡытыусы һөнәрен һайлай - Стәрлетамаҡ педагогия институтына юллана. Тап шунда ул үҙенең тормош юлдашын – Самат ағайҙы осрата. Әйткәндәй, Самат Сабит улы ла гармунда матур уйнай. Ишембайҙар уларҙың бергә уйнап йырлағанын бик ярата.
Бар ғүмерҙәрен уҡытыусылыҡҡа арнаған пар бөгөн хаҡлы ялда. Ләкин гармундан һис ҡасан айырылмайҙар. Йәшәүҙең тәмен тойоп, тормоштоң ҡәҙерен белеп, матур итеп ҡартая Халиҡовтар. Нәғимә апай ҡаланың Милли мәҙәниәттәр үҙәгенә йөрөргә лә өлгөрә. Әленән-әле уларҙың йорто гармун моңона күмелә.
– Гармун моңон онотмайыҡ. Ул күңелдәребеҙҙе дәртләндерә, йөрәгебеҙгә ял бирә. Шуныһы һөйөндөрә: ошондай гармунсылар конкурстары үткәрелгәнгәме, әллә халҡыбыҙ гармун моңона һыуһағанғамы, гармун эҙләүселәр, унда уйнарға теләүселәр бермә-бер арта. Был донъяларҙа йәшәү – ҙур бәхет. Тормош ваҡлыҡтарынан өҫтөн булып, рухи байлыҡтың мөһим булыуын аңлап йәшәйек, - ти йырлы-моңло ғаилә.
Нәғимә Халиҡоваға уңыштар! Уның уйнауын тыңлап һеҙ ҙә күңелегеҙгә ял алығыҙ.
Фото һәм видео ғаилә архивынан.