Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
22 Октябрь 2022, 16:30

Конкурсыбыҙҙы Бүздәк гармунсыһы дауам итә

35 йыл нефтсе булып эшләгән Ришат Ғәйнетдинов – гармунсылар ғаиләһенән.

Конкурсыбыҙҙы Бүздәк гармунсыһы дауам итәКонкурсыбыҙҙы Бүздәк гармунсыһы дауам итә
Конкурсыбыҙҙы Бүздәк гармунсыһы дауам итә

- Атайыбыҙ үрнәк булды. “Һарытау”, тальян гармундарында уйнаны. Ғаиләлә биш малайҙың барыһы ла музыка ҡоралдарында, гармунда уйнап үҫтек, - ти Бүздәк районының Яңы Таулар ауылынан гармун оҫтаһы.

Өйҙә атаһына ҡарап гармун тартырға өйрәнһә, мәктәптә йыр уҡытыусыһы, оҫта баянсы, йырсы Дамир Вәлиев тә уға был музыка ҡоралының серҙәрен асырға ярҙам итә. Оҙон тәнәфестәрҙә лә рәхәтләнеп гармунда һыҙҙыра һәләтле егет. Һуңғараҡ күрше ауылдарҙа концерттар ҡуйып йөрөү ҙә йәшлектең матур хәтирәһе булып ҡалған.

Бала саҡтан гармун оҫтаһы булһа ла, һөнәре буйынса ул – нефтсе. Оҙаҡ йылдар Себер тарафтарында ғүмер иткән. Ситтә йәшәгәндә лә гармунынын айырылмай, һабантуй байрамдарында уйнап дипломдар яулай. Бер нисә йыл элек тыуған яҡтарына ҡайтып төпләнгән.

Әле хаҡлы ялда ла гармун - Ришат Ғәйнетдиновтың тоғро дуҫы. “Мираҫ” татар халыҡ фольклор ансамбленә йөрөй, төрлө сараларҙа, конкурстарҙа  ҡатнаша. Былтыр Саҡмағошта уҙған гармунсылар конкурсында II дәрәжә лауреат исемен яулаһа, Яңауылда гармун оҫталары араһында III дәрәжә диплом менән бүләкләнгән.

Бүздәк гармунсыһы уйнаған көйҙәргә һоҡланмау мөмкин түгел, әйҙәгеҙ, бергәләшеп моңланып алайыҡ!

Фото һәм видео гармунсының шәхси архивынан.

Конкурсыбыҙҙы Бүздәк гармунсыһы дауам итә
Конкурсыбыҙҙы Бүздәк гармунсыһы дауам итә
Конкурсыбыҙҙы Бүздәк гармунсыһы дауам итә
Конкурсыбыҙҙы Бүздәк гармунсыһы дауам итә
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас