Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
23 Октябрь 2022, 14:00

Ғафури гармунсыһының сығышын тыңлайыҡ!

Хәтмулла Байбулдин бишенсе кластан гармун тарта

Ғафури гармунсыһының сығышын тыңлайыҡ!Ғафури гармунсыһының сығышын тыңлайыҡ!
Ғафури гармунсыһының сығышын тыңлайыҡ!

 

Һәүәҫкәр гармунсылар конкурсында төрлө һөнәр эйәләре ҡатнаша. Сираттағы бәйгесебеҙ ҙә заманында заводта аппаратсы ла булып эшләгән, 30 йыллап Себер тарафтарында насостар машинисы булып хеҙмәт иткән.

Ҡайҙа ғына йөрөһә лә гармуны –уның  тоғро дуҫы. Был музыка ҡоралына  ул бәләкәйҙән ҡыҙыҡҡан.  

  • Ғәбитулла ағайымдың гармуны бар ине. Буш ваҡытым булһа, гармунда өйрәнергә тип, ағайым йәшәгән йортҡа йүгерәм. Шулай итеп көйҙәр сығара башланым.  Үҙемдең хромка гармуным булһын ине, тип хыяллана торғайным.Ул теләгем  дә тормошҡа ашты.  Атайым хромка алып ҡайтып биргән көн  әле лә күҙ алдында. Элек киске уйындар бик күңелле үтте. Ауылыбыҙ ҙур. Клубта ла уйын бара,  урам йәштәре бергәләп ауыл осонда ла ойоштора инек. Таңға тиклем йыр-бейеү туҡталманы. Ҡайтҡас, оҙаҡ итеп йоҡлап ятыу юҡ. Иртә менән атай-әсәй эшкә уята торғайны, -тип һөйләп алды йәш саҡтарын әңгәмәсем.

Әле лә гармун ҡулынан төшмәй тиерлек Хәтмулла ағайҙың, ҡунаҡтарҙа ла йыш уйнаталар. Әйткәндәй, ҡатыны ла бик матур йырлай. Икәүләшеп ауылдың фолькор ансамбленә йөрөйҙәр.

Хәтмулла Байбулдиндың гармун көйҙәрен һеҙҙең дә иғтибарға тәҡдим итәбеҙ. Ял кистәрегеҙ матур үтһен.

Фото һәм видео гармунсының архивынан.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас