

Әлеге ваҡытта Күгәрсен районының Йомағужа ауылында йәшәүсе Нәйлә Ғәли ҡыҙы сығышы менән Ишембай районы Һарғай ауылынан. Һөнәре буйынса крансы, хаҡлы ялға сыҡҡас, балалар баҡсаһында хеҙмәт юлын дауам итә. Нәйлә Ғәли ҡыҙының гармун менән бәйле хәтирәләре һеҙгә лә бик ҡыҙыҡлы булыр:
Хәтирәләр күп инде. Ул гармун арҡаһында ҡыҙыҡ хәлдәргә тарыған саҡтар булды. Дөйөм ятаҡта йәшәгән ваҡытта, эштән ҡайтып ике сәғәт буйы гармунда уйнайым, бергә йәшәгән ҡыҙҙар йырлай, тегеләрҙе бейетәм. Ул ваҡытта телефондар юҡ ,текләп ултырырға, бар шөғөл гармун булғандыр. Шул гармун арҡаһында үҙемде бер районда урлап ҡала яҙҙылар. Бүлмәләш ҡыҙҙың ауылына барһаҡ, унда гармун уйнаусылар юҡ икән. Ә бында бөтөнләй ят ҡыҙ гармунда уйнай! Бер егет һағыҙаҡ кеүек, минең эргәгә берәүҙе лә яҡын ебәрмәй. Шулай ҙа ҡасып ҡотолдом. Икенсе көн станцияға тиклем килеп, мине алып ҡалырға булған. Саҡ поезға ултырып киттем. Гармун уйнамаһам, берәү ҙә бәйләнмәгән булыр ине, тип иларҙай булып ҡайтып киткәнем хәтерҙә.
Хәҙер миңә 58 йәш. Ошо көнгә тиклем гармунымдан айырылған юҡ. 55 йәшемә тормош иптәшем Флүр ошо гармунды бүләк итте. Ауыл клубында сығыш яһайым, үҙем менән уйнарға әхирәттәрем дә бар. Бик матур итеп "Гәрәбә" фольклор ансамбле эшләп килә. Унда йөрөүселәр төрлө музыка ҡоралдарында уйнай. Ошо көндәрҙә генә ансамблебеҙгә халыҡ исемен бирҙеләр. Күгәрсендә генә түгел, Ырымбур яҡтарына концерт менән йөрөнөк. 2016 йылдан бирле конкурстарҙа ҡатнашып дипломдар, лауреат исемен дә алдым, - тип һөйләне Күгәрсен гармунсыһы.
Уңыштар теләйбеҙ, Нәйлә апайға! Гармунығыҙ был юлы ла һынатмаһын!
Фото һәм видео Нәйлә Әхмәтгәрәева архивынан.