

Сара йылдан-йыл географияһын киңәйтә бара. 1996 йылдан “Ап-аҡ ҡарҙар” исеме менән башланғыс алған конкурс ҡала кимәлендә уҙғарыла. Унан инде төбәк уҡыусыларын да туплай, артабан республика киңлегендә ойошторола. Быйыл иһә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова призына уҙғарылған ижадсылар бәйгеһе тәүге тапҡыр төбәк-ара кимәлгә сыҡты.
Ярыш талаптарына ярашлы, ҡатнашыусыларҙан проза, шиғриәт, журналистика буйынса эштәр ҡабул ителде. Һуңғы йылдарҙа ярыш коронавирус сиренә бәйле, онлайн шарттарҙа үтһә, быйыл йәш ижадсыларҙы Сибай ҡалаһының балалар ижад йорто үҙенә йыйҙы. Байрамда бәйгегә нигеҙ һалыусы һәм уны ойоштороусы, Салауат Юлаев премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың үҙе ҡатнашыуы ла ҙур мәртәбә өҫтәне.
Мәҫәлән, Ишембай ҡалаһынан Зәки Вәлиди исемендәге Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы Нурзилә Шәһәбетдинова әйтеүенсә, бәйгелә тәүге тапҡыр ҡатнаша. Һигеҙенсе класта уҡыған ҡыҙҙың яҙғандары "Торатау" район гәзитендә даими баҫылып тора. Нурзилә конкурсҡа проза буйынса үҙ эшен тәҡдим иткән. Уның уҡыусыһы Эльвира Миһранова бындай ижади конкурс уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята, улар яңы дуҫтар таба, халыҡ яҙыусыһы менән осрашып, уның файҙалы кәңәштәрен ала, иң мөһиме - әле генә "тумаланып, сәскә атырға ла өлгөрмәгән" ижад емешенә баһа алып, яңы өмөттәр менән ҡайта, ти.
Мәләүез районы Нөгөш урта мәктәбенең унынсы класс уҡыусыһы Азалия Шәйәхмәтованың бәйгенән алған тәьҫораттары бик ҙур. "Сибай ҡалаһы ла, конкурс та бик оҡшаны. Үҙемә яңы дуҫтар ҙа табып өлгөрҙөм", - ти ул.
Шулай итеп, шиғриәт секцияһында Ейәнсура районы Башҡорт Үргене мәктәбенән Сәмилә Искәнйәрова (уҡытыусыһы-Гөлсинә Аҡсурина), прозала Сибай гимназия-интернатынан Айгиз Йәнтүрин (уҡытыусыһы- Әлнисә Алдырханова) еңеүсе тип табылды.
Таңсулпан Ғарипова һүҙҙәре менән әйткәндә, телебеҙҙең һәм әҙәбиәтебеҙҙең киләсәге – үҫеп килгән быуын ҡулында. Йөрәктәре ижад тип янған балаларҙың һәләттәрен ваҡытында асыу һәм үҫтереү – беҙҙең бурыс. Бөгөн ижади конкурста уҡыусылар теләп ҡатнаша икән, был беҙҙе дәртләндерә, яңынан-яңы эштәргә әйҙәй.
Автор фотолары.