Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
24 Октябрь 2022, 16:00

Илеш гармунсыһын ҡаршы алығыҙ!

"Атайымдың "хромка"ла уйнағанын ҡарап өйрәнеп киттем", - ти сираттағы гармунсыбыҙ Зинфира Борханова.

Илеш гармунсыһын ҡаршы алығыҙ!Илеш гармунсыһын ҡаршы алығыҙ!
Илеш гармунсыһын ҡаршы алығыҙ!

Илеш районы Ҡарабаш ауылынан гармунсы Зинфира Борханова балалар баҡсаһында мөдир, мәктәптә өҫтәмә белем биреү педагогы булып эшләгән, әле хаҡлы ялда. Тормошон гармунһыҙ күҙ алдына ла килтермәй ул. 

"Бала саҡта өйөбөҙҙә "хромка" булды. Ҡунаҡтарҙа атайым унда уйнай торғайны, әсәйем йырланы. Шуғалыр, көй-моң күңелемә бәләкәйҙән яҡын. Радионан барған концерттарҙы бик яратып тыңлай торғайным. Атайым – механизатор, көндәр буйы эштә. Мине махсус рәүештә гармун уйнарға өйрәтергә ваҡыты ла булманы. Эргәһендә ҡарап ултырып төшөндөм серҙәренә. Әлбиттә, ғаиләлә тәүге бала булғас, минән һуңғы биш ҡустымды ла ҡарашырға ла тура килде, эш күп, гармун тотоп ултырырға мөмкинлек тә юҡ. Шулай ҙа етенсе класта уҡығанда тәүге көйөмдө килтереп сығарҙым, туғыҙынсыла беренсе тапҡыр мәктәп сәхнәһендә сығыш яһаным. Шул ваҡыттан гармун һәр ваҡыт үҙем менән. Музыкаһыҙ йәшәй алайым, ул күңелемә көс бирә. Шатлыҡта ла, ҡайғыла ла рухи терәгем ул", - ти Зинфира апай.

Балалары ла йыр-моңға ылығып үҫкән. Өлкән улы - оҫта ҡурайсы. Тәүҙә сәнғәт училищеһын, аҙаҡ Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлап, әле район мәҙәниәт һарайында ҡурайсы булып эшләй, балалар өсөн түңәрәк алып бара.

Зинфира Борхановаға конкурста тик уңыштар теләйбеҙ. Гармунының моңо һис ҡасан тынмаһын.

Фото һәм видео гармунсының архивынан.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас