Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
25 Октябрь 2022, 16:50

Көнүҙәк, телдә биҙәк Ҡәләмем вә әләмем

Ижадсы, фәйләсүф халҡыбыҙҙың уй еткеһеҙ тәрән, буй еткеһеҙ бейек, үҙем хайран яратҡан хазинаһы – мәҡәлдәргә диҡҡәт ҡылайыҡ тағы. Быуат-быуаттар һуҙымында алтын аҡыл һеңгән уларға. Бөгөн дә көнүҙәктәр, телдә биҙәктәр, ошолай ҡалырҙар ҙа ҡалырҙар әле. Тормош көтөү хәҡиҡәте генә лә түгелдәр: бар нәмәгә тигәндәй һүҙ күҙлегенән баҡҡан миңә, мәҫәлән, – телдең кинәнеп ҡалҡыуы вә балҡыуы ла. Ҡыҫҡа әйтеп оҫта әйтеү, шулай тел-ҡолаҡты арытмау ҙа был.

Күп яҙылған үҙҙәре хаҡында, ғилми хеҙмәттәр ҙә яҡланған, ә мин, әйҙәгеҙ, хәбәриәттә ҡулланыу йәһәтенән үҙ тәжрибәмдән миҫалдар килтерәйем. Үрнәктәргә тапшырыуҙарым йөкмәткеһен дә өлөш-өлөш ҡуштым – раҫлағаным тулыраҡ аңлашылһын өсөн эшләнем. Һәр нәмәнең ижади ҡулланылғанда ғына ҡояштай сағыулығын өҫтәмә белдереп тормайым, шунһыҙ ниндәй ҙур затлылыҡ та бер ҡатлылыҡ ҡына булып ҡала барыбер ҙә, төрлөһөҙлөк тоноғайтып ебәрә.

Тәбиғи, көсәнеүһеҙ генә килеп сыға икән, мәҡәл үк тимәһәк тә, уға тартым өлгөләрҙе үҙебеҙ ҙә хасил ҡылдыра йөрөһәк тә шәп, тимен. Аудиториябыҙға эстәлек кенә еткереп ҡалмайбыҙ шулай, иҫтәлек тә тиек, һонабыҙ – телебеҙ байый. Мәҡәлле мәҡәлә хәтергә нығыраҡ та һеңә. Һәр хәлдә үҙемдең ҡәләмем генә түгел, әләмем дә – ошо.

 

Үҙҙәре килә ярҙамға

 

Быйылғы март тапшырыу­ҙа­рымдың береһе импортты алмаштырыуға арналды.

– Тауарҙар ҙа кәрәк, иҡтисадҡа терәк тә ул, – тинем башта. – Хәйер, әле генә лә уртала түгел: 2014-тең мартында, Ҡы­рымдың беҙгә ҡушылыуы айҡанлы, Евро­союздағы, Америка Ҡушма Штат­та­рын­дағы һәм башҡа илдәрҙәге эштәштәр ме­нән бәйләнеш буша­ғас йә бөтөнләй өҙөл­гәс башлан­ғайны. Сикләүҙәр һәм тыйыуҙар эҙһеҙ ҡалманы – үҫеш кәмене, шуның менән бергә илдәге ҡайһы бер тармаҡ­тарға ҙур мөмкинлек асылды. Миҫалға ауыл хужалы­ғын килтерәйек – нисәмә йыл мул-мул һандар бирә, былтырғы яман ҡоролоҡ ҡына бер ни тиклем төшөрҙө.

– Яталмаш тип атайыҡ, әйҙә­геҙ, был күренеште, – тип дауам иттем. – Йөкмәт­кеһе ғилми бил­дә­ләмәһеҙ ҙә аңлашыла, шулай ҙа иҡтисадты, сәнәғәт сәйәсәтен алып барғанда дәүләт страте­гияһы икәнен әйтәйек, йәғни эске баҙарҙа юғары ихтыяжлы сит ил тауарҙары урынын үҙеңдә етеш­терелгән биләй. 90-сы йылдарҙы иҫләйбеҙ: СССР тарҡалды, либераль тип әйтәйек, үҙгәртеп ҡороуҙар, байтаҡ предприятие ябылыуы арҡаһында етештереү ике тапҡырға төштө, илде сит ил тауар­ҙа­ры баҫты. Бер ниндәй кү­ҙәткеһеҙ тигән­дәй барҙы был. Барһынмы? Тик финанс өлкәһе донъялағы бөтә – бәләкәй генәһе­нә тиклем – үҙгәрештәр буйһо­ноуында ине.

– Тыйыуҙарға рәхмәтме? – тигән һорау ҡуйылды артабан. – Улай тип тә әйтергә була: һәр кем үҙе маһир булышҡан менән булышһын, донъяла әлмисаҡтан килгән алыш-биреш дауам итһен дә бит, ләкин һәр нәмәнең сиге бар – ниндәйҙер аң­лашылмау­санлыҡ арҡаһында әлеге тәгәр­мәс туҡтап ҡуйғанда, хатта шы­ғыр­лай баш­лағанда ла дәүләттең иҡтисади имен­легенә зыян килеүе бик ихтимал. Үҙеңдә етештереү үҫешеүе йәнә лә хеҙмәт урын­дарының артыуы ла бит. Быныһы мөһи­мерәк тә әле: эше барҙа ғына кеше камил.

Ары әңгәмә башланды. Һорау­ҙарым араһында түбәндәгеләре лә бар ине.

– Бар нәмәне һатыуҙан алып, хужалыҡ итеүҙә ялҡауланып, ижа­дилектән сит­ләшеп китмә­гәйнек­ме һуңғы осорҙа? Юғиһә икмәк, уның нисәмә төрөн беше­реү ҙә кәмене.

– Кеше тауарын алып йәшәү кеше көнлө генә булыу түгел, хал­ҡыңдың, хол­ҡоңдоң үҙенсә­лектәрен дә онотоуҙыр. Ә милли һыҙаттарҙың тоноҡланыуы – ха­лыҡтың да юғала барыуына аҙым бит ул. Иҡтисади ауырлыҡ шул һыҙаттарыбыҙҙы баҙыҡла­нды­рып ебәрерме икән?

Реклама тәнәфесенән һуң те­ма менән студия ҡунағын яңынан иғлан итергә кәрәк. Ошоғаса ҡай­һы фекерҙәр белдерелгәнен, ҡайһы һорауҙарға нисек яуап бирелгәнен өҫтәгәндә лә арыу, сөнки радионың үҙенсәлеге шунда – ҡабатлай-ҡабатлай тор: бәғ­зе кеше яңы ғына тыңлай баш­ларға мөмкин, кем һөйләгәнен, ни­мә һөйләгәнен шунда уҡ аң­ла­һын. Баҫма киң мәғлүмәт сараларынан, өлөшләтә – телевидениенан да ошоноң менән дә айырылабыҙ.

Рекламанан һуң:

– Импортты алмаштырыу тура­һында артабан һөйләшәбеҙ. Ошоғаса әйткәнебеҙ “Етештергән – етеш йәшәгән” тиек, әйҙәгеҙ, яңы мәҡәл йөкмәткеһенән ғибәрәт булды, – тиергә уйланым. Әммә шунда уҡ телгә икенсе һүҙ килде, хатта ҡолаҡта яңғырап китте һәм “Етештергән – етеш торған” тип төҙәттем. Әйтәм бит: һүҙҙәргә ихти­рамлыһың икән, һиңә лә хөрмәтле улар, кәрәк кенә ерҙә үҙҙәрен үҙҙәре тәҡдим итә. Ләкин был ғына аҙ булды. Тапшы­рыу­ҙың төп йөкмәткеһен, урталағы ҡыҙыл епте төйнәп ҡуйырға кәрәк ине.

– Үҙең етештер, тип яһайыҡ йомғаҡты, – тинем. – Бында нимә­нелер эшләү, яһау, уйлап табыу ғына түгел, донъяңды етешлә, йәтешлә тигән мәғәнә лә бар.

Төшкән урында тәрәнерәк һеңһен өсөн

 

– Телде үҫтереү уны байытыу ҙа икәнен ҡабатлап раҫлайыҡ. Яңы һүҙҙәр индере­леүе яҡшы. Тел­гә шунда тыуғандай ятып торғанда, мәғәнә дөрөҫ бирел­гәндә, үҙләштерелгәндәре лә һәй­бәт. Шәп килен һымаҡ бынамын тигән итеп йәшәп ала ла китәләр, ләкин башта ярҙам ҡылырға кәрәк. Ни тиклем йышыраҡ ҡул­ланабыҙ, шул хәтлем тәрәнгәрәк һеңә. Башта йәйә эсендәме – ошоғасағы варианты менән ҡуша йөрөтөү ҙә урынлы.

Быйылғы бер тура эфирымды, рифма­лылыҡ йәһәтенән генә түгел, ошоно уйлап та:

– Сәнғәте барҙың сәнәғәте бар, – тип астым. Тыштан оҡшаш ике төшөнсәне айырыу өсөн дә һәйбәт был, юғиһә, “мәҡәл” менән “мәҡәлә” тәңгәлендәге ише, бутап ҡуйыу йә бер мәғәнәлә төшөнөү ҙә юҡ түгел.

Тәүгеһе күптән нығынған – 1960 йылдың 29 апрелендә әле Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы ҡарамағында ойош­торолған Терминология комис­сияһы раҫлаған. Унан алда искусство, государство, общество тиел­гән. Вклад та тәрже­мәлән­мәгән, беседа ла ауҙарылмаған. Ә бына “промышленность” ул саҡта иғтибарҙан ситтә ҡалған, “сәнәғәт”кә сағыштырмаса яңыраҡ әйләнде.

– Мәҡәл дәрәжәһенә етмәһә лә, мәғәнәһе дөрөҫ, тигән уй ныҡ: күңел байҙа кимәл һай булмай, – тип дауам иттем. – Тормош ауырая, тип зарланыу, эйе, һаман асығыраҡ ишетелә, әммә был асырғаныу, донъяға асыуланыуҙы яралтмаһын. Ҡул эше, баш эше, ҡулланыуҙы ҡайҙалыр ҡыҫы­быраҡ тороу, ергә төшә биреү мәл-хәлде еңелләштерер. Етмә­һә, көрсөккә терәлеүгә үк олға­шылмаған. Шуның менән бергә донъяны, ысынлап та, матурлыҡ ҡотҡарыры бөгөн айырыуса үҙәктә.

– Мәҙәни форум булыр бөгөн төп һүҙ, – тип асыҡланды ары. – Бик кәрәкле сара – был өлкәлә лә етди фекер алышыу, ҡарарҙар талап ителә.

Бынан алда ла, әллә нисә раҫла­ғанымса, рифмалапмы, мәҡәлләпме баш­лағасһың, шулай тамамла ла, шунһыҙ маҡсатҡа эҙмә-эҙлекле барыу түгел, осраҡлылыҡ була.

– Мәҙәниәте ҡаралған – йылдам алға бара алған, – тип яһалды йомғаҡ.

 

Ҡағиҙә ҡайһы саҡ йомшара

 

Бер эфирыма “Бөгөнлөктә нисек бөлгөнлөккә төшмәҫкә?” тигән баш ҡуйҙым. “Бөгөн” һәм “бөлгөн” тип кенә ҡалдырып та булыр ине – эҙләгәндә формаһы әле, ошо юлдарҙы яҙғанда ла, табылыр һымаҡ, ләкин беренсеһенә ялғау ҡуйыу мәғәнәһен ҡапыл киңәйтеп ебәрҙе – көндө генә түгел, осорҙо кәүҙәләндерҙе. Һәм, тәүге һүҙҙең эфирҙа дөрөҫ аңлашылыуы йәһәтенән шик ҡабарып торһа ла, ҡырҡманым. Аҙаҡ әйтеүҙә­ренсә, “бөгөнлөк”тө лә, “бөлгөн­лөк”тө лә бер һүҙ тип төшөнөү, ысынлап та, булған. Радионың өҫтөн яҡтары һанап бөткөһөҙ, күрһәтеү яҡлап уны хатта телевидениенан юғары ҡуйғаным бар, хәбәрсе оҫталығынан был, ләкин хәрефтәр менән яҙып булмай – сценарийҙа теҙәһең, эфирҙа – юҡ: шуның касафаты. Аҙаҡ сайтҡа һалғанда ғына рәхәтләнелә. Икенсе һүҙҙәге л өнө ғәҙәттәгенән асыҡ әйтелде былай, темп та кәметелә бирелде.

Хаҡтар артҡан, Көнбайыш тыйыуҙары шашҡан мәл – халыҡҡа әйтелер тура һүҙ кәрәк:

– Донъяның еңел булғаны юҡ, тигәндәр ҙә бар арабыҙҙа, – тип башланым инеште. – Ауыр мәл килә, тип уфтаныуға, унда ғына ҡалһа икән, тураһын ярайыҡ – сыпранлауға, ваҡ-төйәкте күпләп туплауға ҡаршы әйтелгән һалмаҡ фәлсәфәүи һүҙ был, сабырлыҡ төбөнөң ысынлап та һары алтынлығын иҫбатлаған тыныс, әммә ғәмһеҙ түгел мөнәсәбәт. Ана шул рух ныҡлығы, бойҙайҙы кәбәктән айыра белеү, ваҡытлыса менән мәңгелекте бутамау арҡаһында ла бит әллә күпме хәтәрерәк көрсөктәрҙән дә йырып сығылған. Был юлы ла шулай булыр – кәштәләр шәкәренә лә, башҡаһына ла яңынан тулыр.

– Ваҡсылланма, үҙеңде ла­йыҡлы тот, шулай иңеңдә илеңде күтәр, – булды дауамы. – Сабыр­лыҡ тигәндә өн-хәрәкәтһеҙ күнеү, башты эйеү күҙҙә тотолманы, елгә бәүелгән сауҡа түгел, тамырлы имән булырға кәрәклеккә ишараланды. Һәр замандың, осорҙоң кәртәләр аша сығыр ысулдары ла була. Һәм, кеше ал­дамай, әхлаҡи хазиналарға, халҡың холҡона, быуаттар буйы инанылғанға хыянат ҡылмай ғына, ниндәйҙер аҡыллы аҙымдар яһайһың, исмаһам да, ғаиләңде етеш йәшәтәһең икән – дан һиңә, дан!

– Аҡыллы аҙымдар тип матдилек йәһәтенән әйтелде, – тинем бынан һуң. – Рухи тормоштоң ни тиклем мөһимлеге яҡшы билдәле, уның матдилекте тотоп торғаны тураһында ла бер бөгөн генә белдерелмәй – донъя малы яҡлап ни тиклем хәлле булһаң да – мәллеһең, тик бай рухи йөк­мәтке генә оҙайта быны. Шуның менән бергә тормош иткәндә ашар икмәк, эсер һыу кәрәк. Ни эшләйек һуң: йыйнайыҡмы? Йый­наһаҡ та, әйтелгәнсә, сауҙа­ханалар кәштәләрен киң һыпы­рып түгел. Теүәлерәк булайыҡ – бөгөнгә төп теләк, моғайын, ошолор – иҫәпһеҙҙең түгел, иҫәпле­нең ҡуйы теүәл ул.

Тапшырыуҙың яртыһы үтеүгә, реклама ваҡыт һораны һәм уның аҙағында баяғы “бөгөнлөк” менән “бөлгөнлөк”тө яңынан ҡабатла­ным, сөнки дөрөҫ аңлашылмау ихтималы күңелде һаман өйкәне:

– Бөгөнлөктә нисек бөлгөнлөк­кә төшмәү тураһында һөйләшеү дауам ҡылына, – тинем.

Эш бының менән генә лә сикләнмәне – аҙаҡта:

– “Бөгөнлөктә нисек бөлгөн­лөккә төшмәҫкә?” тип атағайныҡ ил алдына бөгөнгө сығыуҙы, һорауға яуап бирелде, тигән уйҙабыҙ, – тинем.

 

Әҙәмилек

 

2022 йыл ҡышындағы тура эфирым үҙемә яҡын, ҡәҙерле өлкә – рухиәткә арналды.

– Йылдың өҫтәмә атамалары буйынса һүҙҙе бөгөн дә дауам итәбеҙ, – тинем. – Юлбарыҫ йылы ла үҙенсә арыу, әммә беҙҙең өсөн уның дәүләти, ижтимағи исемдәре мөһимерәк. Дәүләти йәһәттән Башҡортостанда һөнәри белемде яңыртыу, лайыҡлы хеҙмәт шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылы иғлан ителгәнен беләбеҙ. Ул да бик мәлле: алдау, шылдырыу түгел, ә эскерһеҙ хеҙмәт менән донъя көтөүҙе нығытыр, аңға һеңдерер, йәшәү ҡағиҙәһенә үк әйләндермәһә лә, шул яҡҡа ыңғайлатыр, тип өмөтләнәйек. Тотош илдә Халыҡ сәнғәте һәм Рәсәй халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫы йылы бара. Был да бик кәрәк ине, оҙаҡ көтөлдө, 2019 йылда уны Президент анонслағайны ла.

– Былар, әйтелгәнсә, – дәүләти атамалар, – тип дауам иттем, – ижтимағиҙары ла бар. Беҙҙең рес­публикала уларҙың береһе – Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы. Бөтә донъя баш­ҡорт­тары ҡоролтайы башланғы­сын йәмғиәт дәррәү хупланы, сөнки исем ҡушыу – иғтибар итеү ул. Икенсенән, эште эҙмә-эҙлекле алып барыу, ниәттәр билдәләү, аҙаҡ хисап тотоу мөмкинлеген бирә.

Инеш һүҙҙе ошоноң менән осла­ным да студия ҡунағына һо­рауҙар менән мөрәжәғәт ҡылдым.

Йөкмәтке бик арыу булды, лә­кин үҙемдән, ғәҙәттәгесә, тел йәһәтенән үҙенсәлек әҙ кеүек тойолдо ла, аҙаҡта хәлде төҙәттем:

– Әҙәми булыу – мәҙәни булыу ҙа ул, тип яһайыҡ йомғаҡты, – тинем.

Артабан:

– Халҡының шул иҫәптән матди түгел дә алтын мираҫын, хаҡ ҡуйғыһыҙ хазиналарын тәрән белеү, ул ғына ла аҙ – яңы быуындарға сайпылтмай тапшырыу ҙа, һай, күтәрә кешенең бәҫен, – тип асыҡланылды.


Рәсүл СӘҒИТОВ

Читайте нас