Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
25 Октябрь 2022, 16:56

Киләсәккә әйтер һүҙе бар...

Тәбиғәттең тоғро улы үргә атлай.

китапхана архивынан.китапхана архивынан.
Фото:китапхана архивынан.

Мәләүез ҡалаһының М. Буранғолов исемендәге китапханаһының йылъяҙмаһы йәнә бер бай сара менән тулыланды. Был – абруйлы шәхес, йәмәғәт эшмәкәре, илһөйәр һәм телһөйәр яҙыусы Зөфәр Ғәли улы Толомғужиндың оло юбилейына арнап үткәрелгән кисә. Авторҙың күп йылдар буйы ижад иткән әҫәрҙәре, эҙләнеүҙәре, шәжәрә ептәрен барлап яҙған өс томлыҡ китаптары “Күңелемдә йәшәй тыуған ер” исемле күргәҙмәлә лайыҡлы урын биләне.

Сарала әҙиптең ҡәләмдәштәре, рухташтары ҡатнашты. Баш ҡалабыҙҙан яҙыусы Ринат Камалдың килеүе юбиляр өсөн айырыуса ҡыуаныслы булды, сөнки уның “Йәшәлмәгән ғүмер” китабына баш һүҙҙе ошо ҡәләм оҫтаһы яҙғайны. Сәйәсәт майҙанында рухташ, оҙаҡ йылдар тоғро дуҫ була белгән Риф Шәрифрахман улы Иҫәновтың да булыуы яҙыусыны иҫтәлекле йылдарға алып ҡайтты. Тәбиғәт ҡомартҡылары өсөн көрәштә бергә-бергә ҡул тотоношоп хаҡлыҡ яулағанда, ул етәкселек иткән “Урал” башҡорт халыҡ үҙәгенең дә тос өлөшө булыуы, быуындар яҙмышына ынғай тәьҫир итеүе хаҡында һөйләшеү ҡунаҡтар өсөн фәһемле булды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Мәләүез бүлеге етәксеһе Ләлә Рафиҡова тапшырған “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы ошо хеҙмәткә оло хөрмәт билдәһе ине. Район һәм ҡалабыҙҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары исеменән 8-се мәктәп уҡытыусыһы Таңһылыу Батталова абруйлы шәхескә иҫтәлекле бүләк инселәне.

Кисәне музыкаль сәләмдәр гөлләмәһе байытты. 9-сы лицей уҡыусыһы Самир Латиповтың ҡурайҙа “Урал” көйөн башҡарыуы байрамға милли рух өҫтәне.

“Торатау – тәбиғәт ҡомартҡыһы” исемле китабы хаҡында һүҙ сыҡҡанда, бында билдәле шағирҙарыбыҙҙың ижад өлгөләре урын алыуы, уларҙың йыр-моңға үрелеүе ифрат та ҡыуаныслы. Ошо йәһәттән үҙешмәкәр композитор, шағир, ҡала мәҙәниәт йорто янында эшләп килгән “Аманат” инструменталь-фольклор төркөмө солисы Фәнил Яманаевтың “Эй, Торатау, Торатау...” йыры тәбиғәтебеҙҙе ҡурсалауға әйҙәгән изге оран булып яңғыраны.

Зилә Абдуллина Рәшит Шәкүрҙең “Тауҙар тауы – Торатау” шиғырын уҡып ишеттерҙе. “Мәләүез таңдары” ижади берекмәһе ағзаһы Рәсимә Дәүләтбаева ла ҡотлау сәләмен шиғырҙары аша сағылдырҙы.

Алдынғы мәҙәниәт хеҙмәткәре, Арыҫлан ауылы ҡыҙы Нәсимә Суҡбаева башҡарған йырҙар нәҡ Зөфәр Толомғужиндың ижадына ауаздашлығы менән һоҡландырҙы. Моңло тауышы менән күптәрҙе әсир иткән Дамира Байморатованың йырҙары ла Зөфәр Ғәли улының 80 йәшлек ғүмер байрамына ихлас сәләм булып яңғыраны. Юбилярҙы үҙешмәкәр ижадсы, Шәрип ауылынан килгән ҡунаҡ Рәсилә Ғүмәрова, ижади дуҫтары исеменән Гөлнур Семенова, һуғыш осоро балалары ойошмаһы исеменән Лиза Кашапова, китапханабыҙҙың дуҫы, әүҙем уҡыу­сыбыҙ Дилара Мөхәмәтшина тәбрикләне.

Кисәлә яҙыусының ғүмер юлдашы Әҡлимә Тимербулат ҡыҙы ла ҡатнашты. Уңайы тура килгәндә, күркәм пар менән бер аҙ яҡынданыраҡ таныштырғы килә. Толом­ғужиндарҙың уртаҡ эше бар – улар ғүмер буйы умартасылыҡ менән шөғөлләнә, буш ваҡыттарында шахмат уйынына өҫтөнлөк бирә. Ғаиләләрендәге был мауығыу эҙһеҙ ҡалмаған: ҡыҙҙары Айгөл Яңы Уренгой ҡалаһында уңыштар яулай, ҡыҙы Айһылыу менән бергә “Уренгой” шахмат клубында шөғөлләнә.

Ҡыйыу фекерле, телем, илем, тип янып йөрөгән ил уҙаманының үҫеп килгән быуынға әйтер һүҙе, аманаты бар. Киләһе йыл яңы китабын ҡулға алырға тип ниәтләнеп йөрөгән илһөйәр шәхестең маҡсатлы темалары ла бихисап. Үҫмерҙәр өсөн мауыҡтырғыс булырҙай тәбиғәтте һаҡлауҙы, уның менән  гармонияла йәшәүҙе, урман йәнлектәренә мәрхәмәтле ҡарашты һүрәтләгән хикәйәләре үҙ уҡыусыһын көтә. Тәбиғәттең тоғро улы шундай эҙләнеүсән, тынғыһыҙ һүҙ оҫтаһы булып, күптәрҙе һоҡландырып, тормош тигән бейек тауҙың үрҙәренә илһамланып атлай. Уның таянырға рухлы халҡы, ижадташ дуҫтары һәм ҡөҙрәтле ҡәләме бар.

 

Рәзилә ҠОТЛОГИЛДИНА

Читайте нас