

Ҡыйғы районының Туғыҙлы ауылынан Хәмзә ағай Носратуллин ғүмер буйы тыуған еренә хеҙмәт иткән. Дөйөм эш стажы 45 йылға етһә, уның 30 йылында совхозда ветеринар табип булған.
Гармунды ҡулына алып, тәүге көйҙәр сығарған мәле 5-6-сы кластарҙа уҡыған сағына тура килә. Дуҫтарына эйәреп ылыға был шөғөлгә һәм бер ҡасан да унан айырылмай. Клубта йәштәрҙе бейеткән мәлдәрен әле лә һағынып иҫкә ала.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, ваҡыт иркенәйә. Үҙенең моңло дуҫын да хәҙер йышыраҡ ҡулына ала.
“Гармун уйнап, ҡатыным менән моңланып алабыҙ”, - ти Хәмзә ағай.
Конкурста ҡатнашып, гармунға йән өргән өсөн рәхмәт ағайҙарға! Хәмзә Носратуллиндың сығышын да йыр-моң һөйөүселәр юғары баһалар.
Фото һәм видео гармунсының архивынан.