Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
25 Октябрь 2022, 03:00

Мәләүез гармунсыһы өҙҙөрә!

Мәләүез ҡалаһының балалар ижад һарайы директоры, ҡала советы депутаты, саңғы буйынса спорт мастеры һәм гармунсылар, йырсылар конкурстары еңеүсеһе Рөстәм Якиев йәш быуын өсөн өлгө.

Мәләүез гармунсыһы өҙҙөрә!Мәләүез гармунсыһы өҙҙөрә!
Мәләүез гармунсыһы өҙҙөрә!

Сираттағы гармунсыбыҙ төрлө яҡлап һәләтле булып сыҡты. Ул Башҡортостандың мәғариф отличнигы, Рәсәйҙең почетлы мәғариф хеҙмәткәре лә.

Сығышы менән Күгәрсен районынан, бик ихтирамлы уҡытыусылар ғаиләһендә тыуып үҫкән. Башҡорт дәүләт университетының филология, юридик факультеттарын тамамлаған егеттең музыка ҡоралдары, вокал буйынса махсус белеме юҡ. Ләкин йыр, гармунсылар конкурстарында яулаған еңеүҙәре  уның сәнғәт өлкәһендәге һәләтен дәлилләй. 

- Мин айырыуса башҡорт халыҡ йырҙары “Һандуғас”, “Уйыл”, “Азамат”, “ Ильяс”ты яратып башҡарам. Халыҡ йырҙары менән бер нисә тапҡыр республикабыҙ район-ҡалаларында уҙғарылған конкурстарҙа Гран-при яуланым. Конкурстарҙа йырлаған сағымда миңә  Редик Фәсхетдинов, Хәлит Фәтихов кеүек легендар музыканттарыбыҙҙың, баянсыларыбыҙҙың уйнағаны булды һәм был күңелдә ҙур ғорурлыҡ тойғолары ҡалдырҙы. Уларҙың ижадын мин бик хөрмәт итәм, - тип үҙенең музыка донъяһындағы уңыштары тураһында  һөйләне әңгәмәсем.

Гармунға ҡыҙыҡһыныуы – атаһынан. Заманында атаһы, бер туған ағаһы менән бергәләп гармунда уйнап Өфө филармонияһында, башҡа ҙур сәхнәләрҙә лә сығыш яһағандар.  Нәҫелдәре бейеүгә лә һәләтле. Шулай уҡ өсәүләшеп  “Өс туған” бейеүен башҡарған мәлдәрен яҡындары тураһында яҡты иҫтәлек итеп хәтерендә һаҡлай Рөстәм Рауил улы.

Һәр уңышына шатланыусы, конкурстарға дәртләндереүсе ғаиләһе менән дә бәхете Рөстәм Якиев. Хәләл ефете Эльвира менән ул һәм ҡыҙ тәрбиәләйҙәр.

Конкурстар, концерттар һәләтте тағы ла үҫтерергә, үҫергә булышлыҡ итә. Ләкин төрлө хәлдәрҙә юғалып ҡалмауҙы ла талап итә бындай саралар. Уларҙың береһе тураһында гармунсыбыҙҙың һөйләгәндәрен тыңлайыҡ:

- Бер саҡ гармунсылар конкурсында сәхнәгә сығырға торғанда гармунымдың ҡайышы өҙөлдө.  Йүгереп йөрөп гармун эҙләйем, ләкин үҙемдең тауышҡа тура килгәнен таба алмайым. Инде тапҡайным ғына, ул егет миңә гармунын биргеһе килмәне. Шул ваҡиға ҡайһы саҡта күңелде ҡырып хәтергә төшөп ҡуя.

Ләкин төшөнкөлөккә бирелеү, ҡаршылыҡтар алдында юғалып ҡалыу хас түгел Мәләүез гармунсыһына. Һәр конкурсҡа ҙур дәрт менән, ихлас тотона. Был юлы ла гәзитебеҙ уҡыусыларына  бына тигән музыкаль бүләк әҙерләгән. Рәхим итеп тыңлағыҙ!

Фото һәм видео Рөстәм Якиевтың шәхси архивынан.  

 

Мәләүез гармунсыһы өҙҙөрә!
Мәләүез гармунсыһы өҙҙөрә!
Мәләүез гармунсыһы өҙҙөрә!
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас