Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
25 Октябрь 2022, 16:46

Ҡулымда – яңы китап

Әбйәлил районы әҙибе Иҙрис Ноғоманов етмеш йәшен бай ижад емеше менән ҡаршылай.

Балалар яҙыусыһы... Ошо һүҙбәйләнеште ишеткәс тә, күп кенә китап уҡыусыларҙа “улар өсөн яҙыуы еңел” тигән фекер тыуалыр. Кескәйҙәр, балалар өсөн яҙылған әҫәр авторҙарына илтифатһыҙ ғына ҡараусылар ҙа барҙыр.

Төптө хата ҡараш. Кескәй граждандар иғтибарын йәлеп итер өсөн әллә күпме баш ватырға, уларҙың психологияһын, холоҡ-фиғелен өйрәнергә кәрәклеген, әлбиттә, төшөнмәйҙәр. Ижад иткән әҫәрең ҡыуандырһын, ундағы хәл-ваҡиғаны кисереп, көлөп йә илап та алһын, уйланһын тигән кеүек, бала күңеленә асҡыс табыу – һирәктәр өлөшөнә генә төшкән тылсым, йәғни талант.

З. Биишева, С. Әлибай, Г. Ситдыҡова, А. Йә­ғәфәрова һәм башҡа билдәле әҙиптәрҙең әҫәрҙәрен балалар йотлоғоп уҡый, И. Ноғомановтың ма­уыҡтырғыс ижады ла – йәш быуынға оло бүләк, тиер инем, сөнки китаптарын ҡулыңа алып, уҡый башлаһаң, уларҙан айырылып булмай. 2021 йылда З. Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә мең ярым дана менән мәктәп йәшендәге кескәй балалар өсөн “Аждаһа эҙенән” исемле китабы нәшер ителде. Ҡалын тышлы һүрәтле китапта “Аждаһа эҙенән” исемле повесть, “Һунарсы яҙмалары” шәлкемендә 10 хи­кәйә урын алған.

Повесты ҡулға алыу менән балаларға ғына хас ҡыҙыҡһыныу менән бер тында уҡып та сыҡтым, тип маҡтана алмайым, ярты төндә уянып, аҙағынаса тиклем етеп ҡуйҙым. Нимәһе менән ылыҡтыра һуң әҫәр?

Автор уҡыусыны телефон тормошонан арындырып, тәбиғәткә саҡыра, ундағы үҙе белмәгән-күрмәгән ғәжәп хәлдәр, асыштар яһарға әйҙәй. Мажара балыҡ һаҡлау ойошмаһы инспекторы Әхтәр Һибәтов ауыҙынан ысҡынған Сыбаркүл “феноменынан” башлана.

“Мауыҙҙы күленең эйәһе бар. Ҡайһы саҡ ул төнөн үкерә...” – тигәйне шул күл буйында йәшәгән бер апай. “Тәүҙә ҡап-ҡара болот сыҡты, йәшенләп ҡойоп ямғыр яуа башланы ла күлдән шаулап аждаһа йылан күккә осто. Башы биҙрәләй, ҡойроғо һөйрәлеп бара...”, “Сәхәм күлендә аждаһа бар, унда йөҙмәгеҙ, балаларҙы ашай”... Бала саҡтан ҡолаҡҡа һеңеп ҡалған ошо “феномен” уйҙырмамы, әллә ысынбарлыҡмы? Ысынлап та, күлдәрҙең эйәһе йә иһә аждаһа бармы? Повесть эҙәрмәндәрҙең мажараларынан тыуған.

Алмас, Баһау, Ләйлә, Ғәҙел, һуңынан Әлсинә йәш эҙәрмәндәр ойошмаһына берләшә. Ғәҙел менән Ләйлә Ҡыҙҙар ҡомлоғонда аҙымдарының оҙонлоғо икешәр метр, ҡорһағы менән ҡомдо һөрөп барған, ҡамыштарҙы ергә һылап ҡуйған эҙҙәрҙе күрә... Илекосҡан ҡаяһының иң башынан күҙәтәләр, файҙа юҡ. “Кусто” командаһы ойоштороп, противогаз, биш-алты метр оҙонлоғондағы шлангтан ябай ғына акваланг әтмәләп алып, һыу аҫтына сумалар. Йоҙаҡлы һандыҡ табалар. Кемдеке? 16 йәшендә сәркәтип егет документтарын юғалтып, штрафбатта һуғышырға мәжбүр булған фронтовиктың бикле һандығы була ул. Изгелек ерҙә ятып ҡалмауына шаһит булабыҙ. Ғүмеренең ахырында нахаҡҡа рәнйетелгән яугир аҡлана, шатлығынан табыусыларҙың һәр береһенә велосипед бүләк итә.

Ҡуйы ҡамышлыҡ араһынан һалынған серле эҙҙәр кемдеке? Аждаһаныҡымы? Сәйер эҙҙәр эҙәрмәндәрҙе ҡамыш араһына алып бара. Унда ҡыуыш, шып-шыма итеп аҡбалыҡ тултырылған дәү ағас мискәләр... Браконьерҙар!

Яҙыусы – зирәк фәйләсүф, китап уҡыусыға эволюция, тәүтормош кешеһе, ядро тарҡалыуы, Әҙәм менән Һауа тураһында сафсата һата, уларҙың үҙаңын уятып, теге йәки был күренеш тураһында фекер төйнәргә өйрәтә. Эҙәрмәндәр – сәмсел, ныҡыш балалар – инспектор Әхтәр Һибәтов ярҙамында күптәрҙең мейеһен ҡайнатҡан уйҙырмаға нөктә ҡуя. “Аждаһа” – дәү йәйен балыҡ. Арҡан йыуанлыҡ тырпайып торған һарғылт мыйыҡлы, малайҙар һыймалы ыржайып торған үткер тешле имәнес йәйен. Ошондай имәнес йәнде күлдән трактор менән генә тартып сығара алалар...

Һунарсы яҙмалары агроном һунарсының ғүмере буйына күҙәткән тәбиғәттәге ҡырағай йәнлектәр, ҡоштар донъяһы менән һәр төрлө ҡыҙыҡлы осрашыуҙарҙан ғибәрәт.

Яҙыусы ижадының уңышы, минеңсә, халыҡ ижадына ла мөрәжәғәт итеүендәлер. “Сүп өҫтөнә сүмәлә”, “Эт сапҡанға бет саба”, “Иҫең киткән иҫке сәкмәнгә”, “Мал – туйған ерендә, ир – тыуған илендә” һәм башҡа мәҡәл-әйтемдәр күп. Һүҙ байлығы хайран ҡалырлыҡ: бер генә ҡылым да ике тапҡыр ҡабатланмай. Халыҡ теленән алынған телмәр өлгөләре, һис шикһеҙ, китап уҡыусыға туған телебеҙҙең байлығын күрһәтә.

 Яҙыусы И. Ноғоманов – ысын мәғәнәһендә рәссам. Ундай һәләте тәбиғәт күренештәрен тасуирлағанда асыҡ һиҙелә: “Йәйҙең оҙон көнө ахырынаса тәрән күл төбөндә йәшеренеп ятҡан ҡараңғылыҡ ҡояш байышы ыңғайына әкренләп күтәрелә барҙы ла, ер өҫтөн дә, һыу көҙгөһөн дә берҙәй ҡаплап, тирә-яҡҡа таралды. Айыртылған һөт төҫөндәге күкшел-шыйыҡ томан, тотҡонлоҡтан ҡотолғандай, ҡамышлыҡ эсенән сығып, быу бөркөп ятҡан йылымыс күл, һутлы үләндәр, туҙанлы юл өҫтәренә йәйелде һәм тынып ҡалған үҙәндәр буйлап ағып китте...”

Тос ижад һандығы менән ҡаршылай үҙенең 70 йәшен яҙыусы. Уңыштарын-ҡаҙаныштарын һанап тороу кәрәкмәй, яҙыусыны әҫәрҙәре күтәрә, уҡыусылары бихисап. Улар араһында бигерәк тә тарихҡа ҡағылышлы романдарына өҫтөнлөк биреүселәрҙең күп булыуы шатландыра.

 


Зөһрә БӘШӘРОВА

Әбйәлил районы,

Теләш ауылы.

Читайте нас