Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
25 Октябрь 2022, 06:45

Яңы программаны тормошҡа ашырыуға – 450 миллион һум

Андрей Назаров республика Хөкүмәте ултырышын үткәрҙе.

Яңы программаны тормошҡа ашырыуға – 450 миллион һумЯңы программаны тормошҡа ашырыуға – 450 миллион һум
Яңы программаны тормошҡа ашырыуға – 450 миллион һум

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Премьер-министр Андрей Назаров республика Хөкүмәте ултырышын үткәрҙе. Унда Хөкүмәттең “Башҡортостан Республикаһында дәүләт милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыу” дәүләт программаһын раҫлау һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең ҡайһы бер ҡарарҙарына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы ҡарар проекты тикшерелде.

– Әле республикала 160-тан ашыу милләт йәшәй. Беҙ һәр халыҡтың үҙенсәлектәрен һаҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән ҙур эш алып барабыҙ. Быйыл “Башҡортостан Республикаһында дәүләт милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыу” дәүләт программаһын үтәү тамамлана. Яңы дәүләт программаһы проектын ҡарауҙы планлаштырабыҙ. Уны тормошҡа ашырыу өсөн 450 миллион һумдан ашыу аҡса бүлеү ҡарала. Был аҡса дөйөм Рәсәй граждандар берҙәйлеген нығытыуға, милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләүгә, Башҡортостан халыҡтарының этномәҙәни күп төрлөлөгөн һаҡлауға йүнәлтеләсәк, – тине Премьер-министр.

Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова “Башҡортостан Республикаһында дәүләт милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыу” дәүләт программаһы тураһында ентекле һөйләне. Мәсьәләне ҡарау һөҙөмтәләре буйынса Андрей Назаров, дәүләт программаһы маҡсатына өлгәшеү оҙайлы эш талап итә, тип билдәләне.

– Ҡарар проектын хупларға тәҡдим итәм. Дәүләт программаһы 2023 һәм 2024 йылдарҙа федераль финанслауҙы күҙ уңында тота. Әммә уның эш итеү офоҡтары байтаҡҡа киңерәк – 2028 йылға тиклем. Шуға күрә Мәҙәниәт министрлығынан тәҡдим ителгән программаны тормошҡа ашырыу осорона федераль средстволарҙы йәлеп итеү буйынса тәҡдимдәр әҙерләүен һорайым, – тине Премьер-министр.

Фото: pravitelstvorb.ru/news/19223/

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/19223/

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас