

Ошо көндәрҙә Төркиәнең Истанбул ҡалаһында "Евразия королеваһы-2022" халыҡ-ара матурлыҡ конкурсы уҙыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Мәртәбәле сарала Башҡортостан данын Сибай ҡыҙы Илүзә Иҫәндәүләтова яҡланы.
Конкурста Евразияның төрлө илдәренән һәм төбәктәренән 19 бәйгесе ҡатнашҡан. Башҡортостан һылыуҡайы Топ-5 исемлегенә инеп, "Winner of Earth” титулын яулаған һәм еңеүсе тажына, ҡиммәтле бүләктәргә эйә булған.
Илүзә Иҫәндәүләтова былтыр "Мисс республика-2021" исеменә лайыҡ булғайны. Унан тыш та матурлыҡ конкурстарында еңеүҙәре күп. Быйыл М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаған ҡыҙ Өфө ҡалаһында эшләп килгән “MISSBASH MODELS” агентлығында шөғөлләнә. "Был агентлыҡҡа бейек үксәле туфлиҙа йөрөргә өйрәyеү өсөн генә барғайным", - ти шаяртыу ҡатыш ул. Ике йыл эсендә бейек үксәлә йөрөргә өйрәнеп кенә ҡалмай, бихисап еңеүҙәр яулап, үҙен танытып та өлгөргән тырыш, маҡсатлы ҡыҙ.
Илүзә Сибай ҡалаһының 2-се гимназияһын тамамлаған. "Бала саҡтан һүрәт төшөрөү, бейеү менән шөғөлләндем. Үҫмер саҡта үҙемдең бейеү төркөмөн булдырҙым. Һәр яҡлап үҫешергә мөмкинлек биргән, иркемде сикләмәгән атай-әсәйемә ҙур рәхмәт", - ти ул.
Әйткәндәй, уларҙың ҙур һәм татыу ғаиләһендә дүрт ҡыҙ үҫә, Илүзә - икенсе бала. "Һәр беребеҙ төрлө холоҡло, ҡыҙыҡһыныуҙарыбыҙ ҙа айырыла, әммә ныҡ дуҫбыҙ", - ти һылыуҡай туғандары тураһында.
Фотолар: vk.com/missbashmodels