Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
26 Октябрь 2022, 03:55

Конкурс ҡатнашыусылары: Йәрмәкәй гармунсыһын тыңлайыҡ!

Сираттағы гармун оҫтабыҙ ғүмер буйы водитель булып эшләгән.

Конкурс ҡатнашыусылары: Йәрмәкәй гармунсыһын тыңлайыҡ!Конкурс ҡатнашыусылары: Йәрмәкәй гармунсыһын тыңлайыҡ!
Конкурс ҡатнашыусылары: Йәрмәкәй гармунсыһын тыңлайыҡ!

Йәрмәкәй районының Йәрмәкәй ауылынан Саим Ғизәтуллин бала саҡтан йыр-моңға ғашиҡ. Нәҫелендә гармунсылар булмаһа ла, Саим ағайҙа был музыка ҡоралына ҡыҙыҡһыныу мәктәп йылдарында барлыҡҡа килә.

- Минең өсөн гармунды оҙаҡ  ҡулға алмай тороу яратҡан кешеңде күрмәй тороуға тиң. Кәйефемә ҡарап, көйҙөң төрлөһөн һуҙам, моңланып та алам, дәртлеләрен дә уйнайым, – тине ул.

Әйткәндәй, биш йылдан ашыу  ул “Йәрмәкәй егеттәре” тигән гармунсылар ансамбленә йөрөй. Репетицияларға ашҡынып барыуҙары, бергә йыйылып яңы көйҙәр өйрәнеүҙәре тураһында ла белдерҙе ул.

- Ошондай ансамблдәргә йәштәр күберәк ылыҡһын ине. Беҙгә алмашҡа йәштәр килһә, гармун моңо киләсәктә лә һүрелмәйәсәк, - тигән теләктәрен еткерҙе.

Фото һәм видео гармунсының архивынан. 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас