

Борай районының Ҡарабай ауылында тыуып үҫкән конкурсантыбыҙ – эшҡыуар. Ә гармун уның буш ваҡыттарында күңеленә ял биреүсеһе, йыуанысы.
"Атайым гармун уйнағас, минең дә бала саҡтан ҡулымда гармун булды", - ти моң эйәһе.
Күңел өсөн генә уйнаһа ла, төрлө конкурстарҙа яулаған уңыштары уның оҫталығына дәлил. Илдан Нуриханов – гармун буйынса төбәк-ара, республика һәм район конкурстары еңеүсеһе. Мәҫәлән, быйыл “Моңға бай гармун байрамы” исемле республика гармун байрамында III дәрәжә лауреат булған.
Ҡатыны менән ике бала үҫтерһәләр, улар ҙа музыкаға һәләтле. Ҡыҙҙары Алһыу үҙе гармунда уйнап, үҙе йырлап Ҡазанда үткәрелгән конкурста призлы урынға лайыҡ булған. Улдары Илнур ҙа был йәһәттән уңыштарға өлгәшә.
“Атаһынан күргән уҡ юнған, әсәһенән күргән тун бескән” тигәндәй, матурыҡҡа ынтылыш был ғаиләлә шулай йыр-моң аша тәрбиәләнә.
Фото һәм видео гармунсының шәхси архивынан.