Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
27 Октябрь 2022, 04:00

Конкурс ҡатнашыусылары: майҙан түре – Бөрйән гармунсыһына

Студент йылдарында биш йыл буйы Салауат Юлаев һәйкәле эргәһендәге  “пятачок”та гармунға йәштәрҙе бейеткән.

Конкурс ҡатнашыусылары: майҙан түре – Бөрйән гармунсыһынаКонкурс ҡатнашыусылары: майҙан түре – Бөрйән гармунсыһына
Конкурс ҡатнашыусылары: майҙан түре – Бөрйән гармунсыһына

Яңы Мөсәт ауылында тыуып үҫкән егет мәктәптән һуң Башҡорт дәуләт педагогия институтының физика -математика факультетын тамамлай һәм  йүнәлтмә менән Чита өлкәһе Зоргол ауылында хеҙмәт юлын башлай. Шунда Ҡытай сигендә алты йыл буйы балалар уҡыта.  Шул ваҡытта спортҡа ныҡлы ылыға. Шахмат, мылтыҡтан атыу, теннис, гер күтәреү, еңел атлетика буйынса күп тапҡырҙар район, өлкә кимәлендә уҙғарылған ярыштарҙа призлы урындар яулай.

1991 йылда тыуған ауылына ҡайтып, тәүҙә уҡытыусы, унан һуң мәктәп директоры вазифаһында 2001 йылға тиклем эшләй. Аҙаҡ район хакимиәтенә спорт комитеты етәксеһе итеп эшкә саҡыралар. Артабан уға тағы ла яуаплыраҡ вазифалар йөкмәтелә: эштәр идарсыһы, мәғариф бүлеге етәксеһе, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр  буйынса урынбаҫары булып  хеҙмәт итә. Ә 2011 йылда мәктәпкә филиал етәксеһе булып ҡайта. Бында ла спортты үҫтереүгә ҙур иғтибар бирә. Был осорҙа шахмат, теннис, футбол секцияларын алып бара. Һөҙөмтә лә күренә: уҡыусылары әле лә район ярыштарында еңеүҙәр яулай.   Уҡыусыларына өлгө күрһәтеп, үҙе лә шахмат, шашка, теннис буйынса район, төбәк, республика кимәлендәге ярыштарҙа призлы урындар яулай. 

Мөхәррәм Ҡасҡынбаев – мәғариф алдынғыһы.  Башҡортостандың Мәғариф министрлығының, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының  маҡтау грамоталары,  миҙалдары менән бүләкләнгән.

Бөрйән егетенең тағы ла бер матур шөғөлө бар. Ул – гармун оҫтаһы, үҙе лә көйҙәр ижад итә.

- Гармунға  Гүзәл апайымдан өйрәндем. Ул уйнағанда алдына тубыҡланып  ҡарап ултыра торғайным. Апайым - республикала уҙғарылған сәсәндәр бәйгеһе еңеүсеһе лә, гармунда ла оҫта уйнай, матур йырлай ҙа, - тип һөйләне Мөхәррәм Ҡасҡынбаев.

Бөрйән гармунсыһы көй һуҙғанда  бармаҡтарына күҙ эйәрмәй. Уның сығышын бергәләп тыңлап, күңелдәребеҙгә рухи көс алайыҡ!

Фото һәм видео гармунсының шәхси архивынан.

 

Конкурс ҡатнашыусылары: майҙан түре – Бөрйән гармунсыһына
Конкурс ҡатнашыусылары: майҙан түре – Бөрйән гармунсыһына
Конкурс ҡатнашыусылары: майҙан түре – Бөрйән гармунсыһына
Конкурс ҡатнашыусылары: майҙан түре – Бөрйән гармунсыһына
Конкурс ҡатнашыусылары: майҙан түре – Бөрйән гармунсыһына
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас