

Башҡорт эстрадаһының матур ғаиләһе Зилә менән Хәсән Усмановтар ике бала тәрбиәләй. Халҡыбыҙҙың "Атаһынан күргән – уҡ юнған, әсәһенән күргән – тун бескән" тигән матур мәҡәле нәҡ уларға төбәп әйтелгәндәй.
Усмановтарҙың балалары ла, ата-әсәләренә оҡшап, бик һәләтле. Яңыраҡ ҡыҙҙары Шәүрә “СтудАрт-2022” конкурсында “Эстрада вокалы” номинацияһында беренсе урын яуланы. Ҡыҙ әле БДУ-ның Хоҡуҡ институтында белем ала.
"Шәүрә - бигерәк тырыш, аҡыллы, зиһенле, миһырбанлы ҡыҙ бала. Билдәле, бар республика халҡы яратҡан ата-әсәһенән матур тәрбиә алып, һәләтле булып үҫте, оло тормошҡа аяҡ баҫты. Бәләкәстән ныҡышмалылыҡ, егәрлелек менән айырылып торҙо. Мәктәпте алтын миҙалға тамамланы, үҙе һайлаған уҡыу йортонда белем алыуын дауам итә.
Был - ҙур сәхнәлә үҙаллы сығышың. Илһамың, моңоң тәрәнәйеп, һәр ерҙә лә юлдарың асылып торһон. Уңыштар, төплө белем, һаулыҡ, икһеҙ-сикһеҙ бәхет, ғүмерле мөхәббәт теләйем, балаҡай!" – тип Усмановтарҙың ҡыуанысы менән уртаҡлашып яҙған яҡындары Гөлсинә Баймөхәмәтова.
Беҙ ҙә Шәүрәгә уңыштар һәм яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!
Фото һәм видеояҙма Зилә Усманованың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.