Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
28 Октябрь 2022, 03:00

Дәүләкәндәр талантлы ҡыҙын тәбрикләне

Дәүләкән ҡалаһының балалар китапханаһында ошо районда тыуып үҫеп, бөтә ғүмерен тыуған төйәгенә хеҙмәт итеүгә арнаған ижади шәхес – Гөлшат Ҡотлоәхмәт ҡыҙы Саматованың юбилей кисәһе үтте. 

Дәүләкәндәр талантлы ҡыҙын тәбрикләнеДәүләкәндәр талантлы ҡыҙын тәбрикләне
Дәүләкәндәр талантлы ҡыҙын тәбрикләне

Дәүләкән ҡалаһының балалар китапханаһында ошо районда тыуып үҫеп, бөтә ғүмерен тыуған төйәгенә хеҙмәт итеүгә арнаған ижади шәхес – Гөлшат Ҡотлоәхмәт ҡыҙы Саматованың юбилей кисәһе үтте.

Гөлшат Ҡотлоәхмәт ҡыҙы ошо райондың Мәкәш ауылында тыуып үҫкән. Оҙаҡ йылдар ауыл советында секретарь, эштәр идарасыһы вазифаларын башҡара, ауылдағы барлыҡ эштәрҙе ойоштороусы булып таныла. Уның үткәргән кисәләрен, туй тантаналарын Мәкәш халҡы бөгөн дә һоҡланып иҫкә ала. Заманында уның никах теркәү тантанаһы сценарийҙары бөтә республикаға өлгө итеп таратыла. 

Гөлшат апайҙы беҙ талантлы шағирә, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллинаның әсәһе булараҡ та беләбеҙ. Ул үҙе лә хисле шиғырҙар, матур йөкмәткеле хикәйәләр ижад итә, бихисап баҫмалар менән хеҙмәттәшлек итеп, тыуған төйәгенең һоҡланғыс кешеләре тураһында мәҡәләләр яҙа. Гөлшат Саматованы урындағы “Дим” әҙәби берекмәнең әүҙем ағзаһы ла. Ошо берекмә менән берлектә һәм айырым да китаптары донъя күргән. 

Ихлас аралашыуға ҡоролған сарала яҙыусылар – “Һәнәк” журналының баш мөхәррире Миләүшә Ҡаһарманова, “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире Айгиз Баймөхәмәтов, шағирәләр – “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина, “Ағиҙел” журналының бүлек мөдире Гөлнара Хәлфетдинова, журналистар Гөлназ Шәйхетдинова, Гөлдәр Яҡшығолова, “Дим” әҙәби берекмәһенең әүҙем ағзалары, Гөлшат апайҙың ауылдаштары, Дәүләкән ҡалаһындағы 3-сө башҡорт гимназия уҡыусылары ҡатнашты. Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмзиә Хисамованың ҡатнашыуы, юбилярҙың шиғырҙарын уҡыуы сараға йәм һәм биҙәк кенә булды. Бер тында үткән йырлы-моңло кисәне Дәүләкән район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге (етәксеһе - Рәфис Вәкил улы Әхмәтрәхимов), “Дим” әҙәби берекмәһе, Әхиәр Хәкимов исемендәге музей коллективы, Дәүләкән ҡалаһының балалар китапханаһы хеҙмәткәрҙәре юғары кимәлдә ойоштороуға өлгәште.

Гөлназ Шәйхетдинова һәм автор фотолары. 

Дәүләкәндәр талантлы ҡыҙын тәбрикләне
Дәүләкәндәр талантлы ҡыҙын тәбрикләне
Дәүләкәндәр талантлы ҡыҙын тәбрикләне
Дәүләкәндәр талантлы ҡыҙын тәбрикләне
Дәүләкәндәр талантлы ҡыҙын тәбрикләне
Дәүләкәндәр талантлы ҡыҙын тәбрикләне
Дәүләкәндәр талантлы ҡыҙын тәбрикләне
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас