

Башҡорт театрының сағыу вәкиле – Рәсәйҙең, Башҡортостандың, Татарстандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы Нурия Ирсаева ғүмер байрамын – оло юбилейын билдәләй. Был яҙмала хөрмәтле актрисабыҙ ғүмере буйы тоғролоҡ һаҡлаған һөнәренә бәйле иҫтәлектәре менән уртаҡлаша.
“Сәнғәт ул, үтә ябай итеп әйткәндә, ҡояш ише. Ерҙә дауылмы, томанмы, буранмы, – ҡояш уға ҡарамай. Минут та һуңламай, ваҡытында сыға, Йыһанды яҡтырта. Бер генә көндө лә буш ҡалдырмай. Ошо сәнғәт атлы ҡояшҡа хеҙмәт итәһең һин, Нурия! Оҙаҡ ян, оҙаҡ яҡтырт!”
Мостай Кәрим.
“Тыуған ер, атай-әсәй… Мин йәмле Дим буйының Миәкә районында урынлашҡан матур тәбиғәтле Ҡанбәк ауылында алтынсы бала булып донъяға килгәнмен. Бала сағым ҡыҙыу һуғыш барған осорға тура килгән – мине, ҡылған кеүек һары сәсле ҡыҙҙы, бик яратҡандар: кем генә осрамаһын, арҡамдан тупылдатып һөйөп, башымдан һыйпап ҡуйыр булған. Ирҙәре һуғышҡа киткән йәш ҡатындар ҙа, бала танһыҡлағанда, мине ҡосағына алып иркәләгән, ә ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙар ҡулына алып бер яратыр өсөн генә лә өйөбөҙгә килер булған. Әсәйем Кәримә Динәхмәт ҡыҙы, һуғышҡа киткән атайымдан йылдар буйы сәләм хаты алмаһа ла, иренең балалары хаҡына иҫән ҡайтырына ышанып йәшәгән, бер ваҡытта ла өмөтөн өҙмәгән һәм, ысынлап та, һуғышҡа киткәндә әсәйем ҡарынында ғына ҡалған минең һәм минән һуң тыуыр тағы ла өс баланың бәхетенә күрә, атайым, Исхаҡ Шәрифулла улы, тамуҡ уттарын еңеп сығып, тыуған еренә әйләнеп ҡайтты.
…Ата-әсәйем ун бишләп умарта тотто, һарыҡ малы ла күп булды, шуға күрә беҙ һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа ла бик ыҙаламаныҡ: ашарыбыҙға ла булды, өҫтөбөҙ ҙә бөтөн ине. Һарыҡ йөнөнән быйма баҫтырҙылар, ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләнеләр. Ғаиләбеҙ бигерәк тә сәнғәтте яратты – ул ваҡытта радио аша иртән, төш һәм кис концерттар тапшырылды. Ял концерттарын көтөп ала инек: ул башланғансы бөтә эштәрҙе тамамлап ҡуябыҙ ҙа бергәләшеп радио тирәләй йыйылабыҙ. Беҙ туғыҙ бала үҫтек. Ата-әсәйебеҙ барыбыҙға ла белем бирер өсөн күп көс һалды. Атайым һәр саҡ: “Әсәһе, ҡул эштәрен ҡушма, китап уҡыһындар”, – тип иҫкәртеп тора ине. Әле лә иҫемдә: “Дәрестәрегеҙҙе эшләнегеҙме?” тип әйтер урынға ул: “Дәрестәрегеҙҙе бикләнегеҙме?” – тип кис һайын һорашыр ине. Ыңғай яуап алғас: “Уҡыу әсбаптарығыҙҙы ҡарап, моҡсаларығыҙға һалып ҡуйығыҙ”, – тип тә өҫтәй.
Дим буйҙары. Ә Дим буйҙары менән күпме хәтирәләр бәйле!.. Баҡа соро, Оло әйләнмә, Ятыу яр башы, Сыуаш табыры – былар барыһы ла Дим буйы төбәктәре, улар миңә уҫал ата ҡаҙ аша таныш. Дим буйына ҡаҙҙар төшөрөү беҙҙең кеүек колхоз эшенә ярамаған ваҡ ҡыҙҙар эше булды. Яҙ етһә, әсәйем миңә оҙон сыбыҡ тоттороп, өс оя ҡаҙын тапшыра – уҫал ата ҡаҙ менән баҫтырыша-баҫтырыша еңеп алам бит тегеләрҙе!.. Ә көҙ еткәс, өмә ваҡытында, әсәйем: “Нурия үҫтергән ҡаҙҙар!”– тип маҡтай-маҡтай ҡаҙ ите бүлә, ә мин ғаиләбеҙ өсөн иң файҙалы эште башҡарғаныма ғорурлана инем.
Өфө сәнғәт училищеһы. Мин 9-сы класты тамамлаған йылда Өфө сәнғәт училищеһы асылды. 10-сыны бөткәс, баш ҡалаға юлландым. Училищеға имтихандарға етди әҙерләндем, хатта, береһе лә ҡамасауламаһын өсөн, тау башындағы бер соҡорға төшөп ултырып әҙерләндем. Сәнғәт училищеһы ниндәйҙер бер илаһи әкиәт донъяһы һымаҡ күҙ алдыма баҫа ине, ә уҡырға ингәс бөтөнләй башҡа булыуы асыҡланды: ятаҡ ағас баракта урынлашҡан, бер бүлмәлә 15 ҡыҙ йәшәнек, ҡыш көндәрен мейескә утын яғып йылындыҡ. Беҙҙең курста алты ҡыҙ һәм алты егет уҡыныҡ. Зәйтүнә Бикбулатова, Тамара Хоҙайбирҙина, Рим Сыртланов, Шамил Рәхмәтуллиндар уҡытты, дәрестәр Башҡорт опера һәм балет театры бинаһында үтә ине (ул ваҡыт Башҡорт драма театры өйҙәш ине). Дәрестәрҙән һуң ҡалып, опералар һәм балеттар ҡарайым, аҙаҡ ҡараңғыла бер үҙем ҡурҡа-ҡурҡа ятаҡҡа ҡайтам. Шулай ҙа иртәгәһен тағы спектакль ҡарарға ҡалам. Үҙем яратып тыңлаған опера йырсыһы Маргарита Ланда, бәхетемә күрә, мине вокалдан уҡытты. Миңә “Снегурочка” операһынан Снегурочка арияһын әҙерләрбеҙ, тип эш башланыҡ, әммә, үкенескә ҡаршы, ул Мәскәүгә сығып китте, ә ария минең хыялда ғына ҡалды….
Театрға эшкә килеүем. 1962 йылдың май айы. Училищеның беренсе курсын тамамлаған йылды М.Ғафури театры артистары “Рәйсә” спектакле менән гастролгә сыҡты. Уҡытыусым Рим ағай Сыртлановтың “Һине “Рәйсә”гә Фирҙәүес роленә алабыҙ” тип хәбәр итеүе ижадтағы тәүге ҙур шатлығым булып күңелемдә уйылып ҡалды. Фирҙәүес ролен Әнисә апай башҡара ине, тап шул ваҡытта ул декрет ялына сыҡҡайны. Шәүрә Дилмөхәмәтова шул ваҡытта тыуып, миңә ниндәй ҙур шатлыҡ бүләк иткәнен үҙе лә баһалап бөтә алмайҙыр әле!.. Уҡып бөткәс, эшкә Салауат театрына китергә булдым, ә күңелем һаман Башдрамтеатрға тартыла, шуға ла диктор-тәржемәсе булып эшләргә тигән тәҡдимде ҡабул иттем. Ул эшемде лә бик яратып башҡарҙым. Был күнекмә һымаҡ булды: киностудияла фильмдарҙы башҡортсаға күсергәндә тәжрибәм ныҡ ярҙам итте. Диктор-тәржемәсе булған осорҙа ике роль сығарҙым. Миҙгел аҙағына тулыһынса актриса итеп күсерҙеләр.
Мин эш башлағанда, ГИТИС-ты тамамлап ҡайтҡан актрисалар әле йәш ине, шуға күрә бер-ике йыл ролһеҙ йөрөнөм. Театрҙан китергәме, тигән уйҙар ҙа тыуа ине. Шул ваҡытта Ф.Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбленең бер нисә концертын алып барырға тура килде. Фәйзи ағай бик ныҡышып ансамблгә алып барыусы булып эшкә килергә өгөтләй башланы, хатта бейеүҙәргә лә индерергә вәғәҙә итте. Был тәҡдим әүрәткес ине, әлбиттә, сөнки ансамбль сит илдәргә сыға, донъя күреп йөрөйҙәр, матур итеп кейенәләр. Әммә йөрәгем Башҡорт академия драма театрында ине. Ниһайәт, мине баш режиссер Вәли Ғәлимов саҡырып алды ла: “Нурия һеңлем, һиңә ҡәтғи рәүештә әйтәм: китмә театрҙан! Иң яҡшы сәнғәт – ул театр. Бында бейеп тә, йырлап та, уйнап та була. Һин – театр кешеһе, киләсәктә лирик актриса буласаҡһың, юлың асылыр”, – тип кәңәш итте. Шул һөйләшеү бөтә икеләнеүҙәремә нөктә ҡуйҙы.
Беренсе ролем. Беренсе уйнаған ҙур ролем – “Айгөл иле” спектаклендәге Айгөл. Ул башҡа ролдәремә юл асты. Айгөл – үҙендә йәйғорҙоң бар төҫөн йыйған ысыҡ тамсыһы кеүек бай психологик образ. Ул – тәбиғәт балаһы, тауҙарҙа таштан-ташҡа һикереп ҡоралай кеүек уйнап үҫкән ун алты йәшлек ҡыҙ бала. Ниндәй матур образ бүләк итте миңә, ул ваҡыттағы йәш артисткаға, Мостай Кәрим үҙ ижады менән!.. Ундай матур роль тағы ҡасан яҙылыр әле, кем яҙыр... Ә бына минең бәхетемә тура килде!
Һары серәкәй – Әсғәт. Мостай Кәрим “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәрендәге Әсғәтен әллә минең бала саҡтан күсереп яҙған инде?! Автор яҙғандарҙың бөтәһе лә шул тиклем таныш һәм яҡын ине. Әллә бөтә бала саҡтар ҙа бер-береһенә оҡшаш микән? Һары серәкәй – Әсғәтте уйнар көндө урамда саҡта уҡ малайҙарса елкенеү кисерҙем, хатта йүгергем килә торғайны, сәхнәгә лә малайҙарса йүгереп сыҡтым. Яратҡан ролдәремдең береһе – Әсғәтте 36 йәшемдә уйнаным. Ул миңә күп шатлыҡтар килтерҙе, ошо роль өсөн республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булдым.
Йәш саҡтағы ролдәрем. Мин уйнаған йәш, үҫмер ҡыҙҙарым – Динә (“Үҙебеҙ һайлаған яҙмыш”), Айһылыу-Олеся (“Айһылыуҙың айлы кистәре”), Таня (“Йәшлек менән хушлашыу”), Луиза (“Һалдат улы”), Рәбиға (“Кәкүк саҡыра”), Сәрүәр (“Башмағым”), Аниска (“Ябырылыу”), Зөләйха (“Һыу юлы”)… Улар үҙемдәге йәшлек хыялдары, хистәре менән һуғарылған. Ошо ролдәремде һис кенә лә туйғансы уйнай алманым. Уларҙы шул тиклем яраттым, әле һаман төштәремдә лә уйнайым – йә һүҙҙәрен хәтерләй алмай, йә кейемдәрен таба алмай интегеп, һағышланып уянам. Ошо матур ролдәр күпме бәхетле минуттар, сәғәттәр бүләк итте!.. Рәхмәт уларға, уларҙы яҙған драматургтарға, спектаклдәрҙе ҡуйған режиссерҙарға, миңә илһам биреп ултырған тамашасыларға!..
Мөхәббәт һәм уйнаған ролдәрем хаҡында. Кеше тыуғас та, ата-әсәһе уның күңеленә мөхәббәт тигән хисте һала. Ул кешегә, тирә-яғына, тәбиғәткә, бар ғаләмгә һөйөү. Күңелем тулы шул мөхәббәт йәшәй. Күк күкрәп, йәшен йәшнәп ямғыр яуғанын яратам. Тыныс ҡына яуып үтеп киткән ямғырҙың “тәмен тоймайым”.
Яратып уйнаған ролдәремдең тағы береһе – Ф.Бүләковтың пьесаһы буйынса ҡуйылған “Һөйәһеңме-һөймәйһеңме” спектаклендәге Фатима, уны Рифҡәт Исрафилов ҡуйҙы, Рәфил Нәбиуллин менән уйнаныҡ.
“Йософ һәм Зөләйха” спектаклендә Зөләйха ролен башҡарҙым. Минең Зөләйхам Йософҡа ҡарата: “Мөлкәтем бөттө, күркем китте, тик мөхәббәт кенә ҡалды йөрәгемдә”, – ти. Зөләйхала шундай көслө ул мөхәббәт – Йософто баштан-аяҡ ялҡынға ташларлыҡ, уның йөрәген-күңелен яуларлыҡ һәм дә Зөләйханың үҙен ҡабаттан йәшәртерлек оло тойғо.
…Ике Ғәлиәне уйнарға насип булды: тәүгеһе – Ғ.Ҡотой әҫәре буйынса ҡуйылған “Тапшырылмаған хаттар”ҙа, икенсеһе – Т. Таһировтың “Ғәлиә” повесы буйынса Рифҡәт Исрафилов сәхнәләштергән спектаклдә. Ғәлиәнән башҡа тағы ла сағыуыраҡ ролдәрем булыуға ҡарамаҫтан, тамашасылар өсөн Ғәлиә булып ҡалдым, әлегә тиклем “Ғәлиә” тип өндәшеүселәр бар.
…М.Фәйзиҙең “Ғәлиәбаныу” спектаклендәге Ғәлиәбаныу ролен дә яратып башҡарҙым. Беҙҙең театрҙа ул 1972 йылда ҡуйылды, уны егерме йыл буйы рәхәтләнеп уйнаным, хатта 48 йәшемдә лә ошо ролде – ун ете йәшлек саф, эскерһеҙ Ғәлиәбаныуҙы яратып уйнаным. Был ролемде әле лә яратам һәм һағынам. Ғәлиәбаныу! Нисәмә йылдар сәхнәне һәм күңелемде биҙәнең һин! Һәм ғүмер юлымдың бер үрендә тыйнаҡ ҡына итеп шәлеңде болғап тороп ҡалдың… Әйтерһең дә, һин бер йондоҙ, балҡып атылдың да, күктә эҙ ҡалдырып, әкренләп кенә юҡҡа сыҡтың. Ниңә һинең менән матур итеп хушлашып та өлгөрмәнем икән?.. Уйлап ҡараһаң, бөтә ролдәрем дә моңһоу ғына булып, миңә үпкәләп тороп ҡалған икән, ә мин офоҡта күренгән, алға табан саҡырып, арбаған яңы ролдәрем артынан юлланғанмын. Рәхмәт әйтә белмәгәнем өсөн ғәфү итегеҙ мине, ижадымды биҙәүселәрем!
Фидан Ғафаров тураһында. Фидан менән мине “мөхәббәт”ле иткән режиссер – ул Рифҡәт Исрафилов. Ул, режиссерлыҡҡа уҡып ҡайтҡас, диплом спектакле итеп “Ғәлиәбаныу”ҙы ҡуйҙы, Фидан менән бергә уйнаған тәүге ролдәребеҙ Хәлил менән Ғәлиәбаныу булды. Репетиция ваҡытында Рифҡәт Вәкил улы: “Юҡ, улай түгел, һеҙ бөтөнләй мөхәббәтте уйнай белмәйһегеҙ! Сәхнәлә, спектаклдә һеҙ бер-берегеҙҙе яратырға тейеш!” – тип беҙҙе туҡтатып, тәнҡитләп ташлай торғайны. Спектаклдә уйнағанда артистар араһында партнерлыҡ төшөнсәһе булыуы зарур. Улар бер тигеҙ, үҙ-ара татыу һәм бер-береһенә ҡарата ихтирамлы булырға тейеш. Әгәр партнерҙарҙың береһе генә булһа ла үҙен өҫтөнөрәк ҡуйһа, партнерлыҡ юҡҡа сыға, хистәрһеҙ генә роль башҡарыуға ҡайтып ҡала. Беҙ Фидан менән ошо урталыҡты һаҡлай белдек, бер-беребеҙҙе тәнҡитләмәнек, терәк булдыҡ, шуға күрә лә сәхнәләге дуэттарыбыҙ уңышлы һәм оҙон ғүмерле булды.
“Йәмһеҙ” ролдәрем. Тамашасылар мине “йәмһеҙ” ролдәрҙә күрергә теләмәне. А.Нәҙерғолов диплом эше итеп “Камикадзе” спектаклен ҡуйғайны. Төп ролдә – Илдар Вәлиев, ә мин уның әсәһен уйнайым. Бәләкәй генә ине ролем, репетициялар ваҡытында этюдтар эшләп, һүҙҙәр өҫтәп, уны “үҫтерҙем”. Был спектаклдә лирик героиня булып уйнамағас, тамашасы риза түгел ине, ул ролдә ҡабул итергә лә, күрергә лә теләмәнеләр, ниңә ундай роль уйнайһың, тип һорау бирҙеләр. Ә үҙемә оҡшай, лирик героинянан башҡа ролдәрҙә лә уйнағым килә. Унда үҙеңдең булмышыңды асырға мөмкинлектәр күп.
Драматургтар хаҡында. Беҙҙең быуын артистарының бәхете – режиссерҙарҙың һәм драматургтарҙың бик әүҙем эшләгән осорона тура килдек. Нәжиб Асанбаев, Ибраһим Абдуллин, Әсғәт Мирзаһитов, Әнғәм Атнабаев, Флорид Бүләков, Наил Ғәйетбаев һәм башҡа драматургтар театр менән ныҡ бәйләнештә булдылар, йыш ҡына репетицияларға ла килделәр.
Һөнәргә бирелгәнлек. Театрҙы яратҡан, үҙенең профессияһына мөкиббән киткән артистарҙы яратам. Зәйтүнә Бикбулатова, Асия Нафиҡова, Хөсәйен Ҡудашев, Гөлли Мөбәрәкова, Шамил Рәхмәтуллин, Хәмит Яруллин, Илшат Йомағолов, Зинира Атнабаева, Хәй Фәхриев театрға ныҡ тоғро, юғары мәҙәниәтле кешеләр булды.
Уҡытыусы эше. Тормошомда һигеҙ йыллыҡ уҡытыу тәжрибәһе лә бар. Тәүҙә Рифҡәт Вәкил улы йыйған курста (Светлана Хәкимовалар курсы) уҡыттым, һуңынан Сибай, Салауат, Туймазы театрҙары өсөн әҙерләнгән курстарҙа дәрестәр алып барҙым.
Режиссерлыҡ. Режиссер эше күңелемә яҡын. Мин әҫәрҙе яңыса ҡуйырға теләмәйем, нисек яҙылған, шул заманды сәхнәләштерәм. Туймазыла И.Абдуллиндың “Йәш йөрәктәр”ен ҡуйҙым, Стәрлетамаҡта “Ғәлиәбаныу” спектаклен сәхнәләштерҙем, үҙебеҙҙең театрҙа Айрат Абушахмановҡа ассистент булып “Яратыу гонаһмы?” спектаклен ҡуйҙыҡ.
Өлкән йәштәге ролдәр. Олораҡ ролдәргә күсеү ҙә үҙенсә булды. “Ят йондоҙ” спектаклендә режиссер миңә дүрт юллыҡ роль бирҙе. Беренсе тапҡыр Серафима исемле оло ҡатынды уйнаным. Ныҡ ҡыҙыҡ роль килеп сыҡты, уны ла “үҫтереп” алдым, Асия апай ҙа һүҙҙәре менән бүлеште. “Ҡыҙ урлау”ҙа (М.Кәрим) Уңғанбикәне уйнаным, 38 йәштә инем. Әле ул ваҡытта йәштәр ролен башҡара торғайным, күңелемдә “нисек инде оло героиняны уйнарға” тигән ҡаршылыҡ булды. Унда Хәй ағай менән уйнай инек, башта ролемде ятыраҡ күрһәм дә, һуңынан бик эҫенеп киттем.
…Ролдәрем әле сәхнәлә генә йәшәй, ә тере кешеләр яҙмышы һуң?! Улар ҙа балҡып, янып, яндырып йәшәй ҙә тыныс ҡына, ипле генә итеп мәңгелеккә инеп юғала. Күпме атылған йондоҙҙар! Ниндәй яҙмыштар, һеҙҙең һәм беҙҙең кеүек кенә түгел!
Сәнғәт кешеләренең үҙ ғүмере лә, ижад ғүмере лә ҡыҫҡа шул. Әйҙәгеҙ, тамашасылар, алҡышлағыҙ, ҡул сабығыҙ уларға! Башҡа образда, ролдәрҙә, сит кеше булып уйнағанда уларҙың үҙ ғүмерҙәре лә үтә бит!.. Шәхси тормошомдағы күп ваҡиғалар ролдәрем менән ауаздаш. Был нимә – яҙмышмы? Тормошомда хыянат та булды, күп кешеләргә ҡарашым да үҙгәрҙе, әммә донъянан ваз кисмәнем, сәхнәгә хыянат итмәнем. Бөтә әрнеүҙәремде образдарымды байытыуға йүнәлтергә тырыштым.
Ғаиләм. Балаларым күп булыр тип хыялланғайным – үҙем тыуып үҫкән ғаиләләге кеүек. Яҙмышыма башҡасараҡ яҙған. Берҙән-бер генә ҡыҙым Гөлназды 27 йәшемдә таптым. Тәүге иптәшем һөнәре буйынса хирург ине. Мин тип өҙөлөп тора ине, шул диңгеҙҙәй сикһеҙ мөхәббәтенә иҫереп, үҙ хистәремде лә абайламай кейәүгә сыҡтым. Уның артыҡ яратыуынан ирәйеп киткәнмендер инде, тора-бара “минең кеше түгел” тигән фекергә килдем дә унан киттем. Йылдар үткәс кенә, уның мине аңлаған, булмышыма тап килгән кеше булғанына төшөндөм.
“Балаңдың балаһы балдан татлы” тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер, әлеге көндә ейәнсәрҙәрем Ася менән Карина, бүләсәләрем Милана менән Варя-Вәрисә – донъямдың йәме, тормошомдоң мәғәнәһе. Уларҙың һәр уңышына ҡыуанып, шатлыҡтарын уртаҡлашып, көнөмдән йәм, тормошомдан һәм эшемдән тәм табып йәшәргә тырышам.
Бәхет тураһында. Кешеләрҙән көнләшмәйем, насарлыҡ теләмәйем. Бәхетһеҙ кеше көнсөл, үсле була. Аллаға шөкөр, Хоҙай шунан араланы. Үҙеңә лә, яҡындарыңа ла бәхет теләргә кәрәк. Хатта асыуланған саҡта ла. Кешеләргә бәхет телә – үҙең дә бәхетле булырһың, тип белмәй әйтмәйҙәрҙер. Үҙеңде кемгәлер кәрәкле итеп тойоу һәм уларҙы бәхетле итә белеү – үҙе оло бәхет!.. Әле репертуарҙа барған “Бәхет хаҡы” спектаклендә лә шундай ҡанатлы һүҙҙәр бар бит: “Бәхетле булыр өсөн кемделер бәхетле итер кәрәк”. Бәхет – ул туғандарыңдың, балаларыңдың, үҙеңдең һау-сәләмәт булыуы, ил именлеге. Тыныс илдә йәшәү – үҙе ҙур бәхет. Ғүмер баҡый бәхетле булып булмай, бәхет – ул бер миҙгел генә. Көнөнә бер генә тапҡыр бәхетле мәл булыуы ла ихтимал. Кеше ғүмере буйына, йылдар дауамында бәхетле булып тора алмай, бәхет – ул күңел торошо, шул төшөнсәнән сығып үҙемде бәхетле тип иҫәпләйем.
Ғүмер көҙөм. Һуңғы йылдарҙа телевидениела төшкән тапшырыуҙы ҡарағас: “Нурия, йыйырсыҡтарың да күренә икән шул”, – тим үҙемә. Ә күңелемдәге икенсе Нурия тынысландыра: “Ниңә йыйырсыҡтарҙан ҡурҡырға? Улар бит – йәшлегем эҙҙәре. Гел көлөп торған алсаҡ ҡыҙҙар ролен уйнаным, тормошта ла көлөргә яратам, күҙем ҡыҫылып, ауыҙымды йырып, рәхәтләнеп көләм. Көлөү эҙҙәре бит улар, йыйырсыҡтар ғына түгел!..
Туҡтап тор, көҙ,
мине ҡаршыларға
Ашыҡмаһын әле ҡышым,
Минең әле йәйге һуҡмаҡтан
Офоҡтарға табан барышым.
Ашыҡма, көҙ, минең юлдарыма
Һағыш һарайҙары һалырға.
Йырҙарымдан,
утлы күҙ йәшемдән,
Мөхәббәттән мине айырма!..”