Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
28 Октябрь 2022, 16:00

“Велосипед алдырам тип, гармун уйнарға өйрәндем”

“Тынмаһын гармун моңо” тип аталған конкурсыбыҙҙың сираттағы ҡатнашыусыһы – Баймаҡ ҡалаһынан Ғәле Фәхретдинов. 

“Велосипед алдырам тип, гармун уйнарға өйрәндем”“Велосипед алдырам тип, гармун уйнарға өйрәндем”
“Велосипед алдырам тип, гармун уйнарға өйрәндем”

Ғәле Әхмәҙи улы Фәхретдинов Баймаҡ районының Таулыҡай ауылында тыуып үҫкән. Йыр-моңға маһир, һәләтле, талантлы нәҫелдән ул. Атаһы Әхмәҙи Фәйзрахман улы мәктәптә беҙҙең музыка уҡытыусыһы булды, ауылда үткән бөтә сараларҙы тиерлек музыкаль яҡтан биҙәне.

“Ҡартатайым тирә-йүндә билдәле ҡурайсы булған. Атайым мәрхүм гармун, баян, скрипка, мандолина, аккордеонда уйнаны. Әсәйем, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, әле лә сараларҙа ҡатнаша, матур итеп шиғыр уҡырға ярата, моңло йырлай”, - ти Ғәле ағай.

Ғәле Әхмәҙи улы оҙаҡ йылдар Баймаҡ районының Йылым ауылында йәшәне, мәктәп директоры, музыка һәм тарих уҡытыусыһы булып эшләне. Бынан ике йыл элек Баймаҡ ҡалаһында йорт төҙөп, ғаиләһе менән район үҙәгенә күскән.

Ғәле ағай менән Ғәшүрә еңгәй өс балаһын матур тәрбиә биреп үҫтерҙе. Өлкән ҡыҙҙары Юлиә бөгөн ғаиләһе менән Өфөлә йәшәй. Динис Баймаҡта төпләнгән, уны төбәк халҡы шәп төҙөүсе, мебель, ҡул эштәре оҫтаһы тип белә. Ул да ғаиләле, ике бала атаһы. Бәләкәй ҡыҙҙары Гөлиә – IX класс уҡыусыһы.

Ғәле ағай гармун уйнарға өйрәнеүен ҡыҙыҡ итеп һөйләне.

- Бер мәл ауыл магазинына велосипедтар килде. Тиңдәш малайҙар алып йөрөй башланы. Минең дә күҙ ҡыҙа. Атайымдан һорағайным, “Гармун уйнарға өйрәнһәң, алып бирәм”, - тине. Шулай итеп, ун йәшемдә, бер аҙнала тиҙ генә өс көй өйрәнеп, велосипедлы булдым. Тик атай: “Гармунды ташлаһаң, велосипедты кире магазинға тапшырабыҙ”, - тип ҡаты ғына әйтеп ҡуйҙы. Шулай гармунсы булып киттем, - тип көлөп хәтерләй Ғәле ағай.

Әле лә ул гармундан айырылмай. Баянда ла, гитарала ла уйнай. “Был шөғөлдәр күңелгә ял бирә”, - ти Ғәле Әхмәҙи улы.  

Фото һәм видео Ғ. Фәхретдиновтың шәхси архивынан.

“Велосипед алдырам тип, гармун уйнарға өйрәндем”
“Велосипед алдырам тип, гармун уйнарға өйрәндем”
“Велосипед алдырам тип, гармун уйнарға өйрәндем”
“Велосипед алдырам тип, гармун уйнарға өйрәндем”
“Велосипед алдырам тип, гармун уйнарға өйрәндем”
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас