

Бөгөн, 29 октябрҙә, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының ҙур залында "Ашҡаҙар моңдары" башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарған һәүәҫкәрҙәрҙең республика конкурсына йомғаҡ яһала. Сара 17.00 сәғәттә башлана. Был проект - Башҡортостан Башлығы гранты еңеүсеһе.
Конкурста Башҡортостандан һәм Рәсәй төбәктәренән 120-нән ашыу һәүәҫкәр ҡатнашты. Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Юлай Ғәйнетдинов, Башҡортостандың халыҡ артисы Тәнзилә Үҙәнбаева, сәнғәт фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Миләүшә Иҙрисова, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нәфисә Тулыбаева составындағы жюри иң яҡшы “аҫылташтар”ҙы һайланы. Конкурста ҡатнашыусылар "Һуҡыр тыңлауҙар", "Йәнле тыңлауҙар" этаптарын үтте.
Бөгөн Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә 21 конкурсант сығыш яһаясаҡ. Финалсылар араһында "Ашҡаҙар моңдары" еңеүселәре, лауреаттар билдәләнәсәк, махсус приздар тапшырыласаҡ. Шулай уҡ "Тамашасы һөйөүе" призына лайыҡ кеше асыҡланасаҡ.
Концертта ҡатнашыусыларҙың барыһы ла "тере" тауыш менән - фонограммаһыҙ йырлаясаҡ.
Конкурстың һуңғы этабы башланғансы филармония фойеһында ҡул оҫталарының эштәре менән танышырға мөмкин.
"Ашҡаҙар моңдары" конкурсын ойоштороусылар - Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында "Самрау" мәҙәни мираҫты һаҡлау фонды, "Ашҡаҙар" радиоһы, Республика халыҡ ижады үҙәге.
Фото: Республика халыҡ ижады үҙәге.