Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
29 Октябрь 2022, 06:00

"Минең кеүек колхозсы ғына булһаң..."

Хәниә Фәрхиҙең әсәһе ҡыҙының музейында күңел әрнеүенә түҙә алмайынса...

"Минең кеүек колхозсы ғына булһаң...""Минең кеүек колхозсы ғына булһаң..."
"Минең кеүек колхозсы ғына булһаң..."

Билдәле булыуынса, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Хәниә Фәрхиҙең бер туған һеңлеһе Фирүзә Ибәтуллина апаһы тураһында хәтерҙе һаҡлау йәһәтенән күп эш башҡара. Мәҫәлән, тыуған ере - Тәтешле районында йырсының музейы асылды, уға һәйкәл ҡуйылды.

Ошо көндәрҙә Фирүзә Ибәтуллина "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә музейға Хәниә Фәрхиҙең әсәһен алып килеүе хаҡында хәбәр итте.

Фәниә апай ҡыҙын һынландырған ҡурсаҡҡа оҙаҡ итеп ҡарап торған, ғәзиз балаһының сәхнә күлдәктәрен, шәхси әйберҙәрен һыйпап сыҡҡан, оҙаҡ итеп тотоп торған, йырҙарын тыңлап, күҙ йәштәренә мансылған.

"Әсәйем Хәниә-ҡурсаҡ янына килде лә: "Эх, ҡыҙым, ниңә артист булдың икән? Минең кеүек бер эштә - колхозсы ғына булып йөрөһәң, ғүмерең оҙон булыр ине", - тине, күңел әрнеүенә түҙмәй. Күктәрҙә яҙылғанды ҡулдар менән генә һыпырып булмай шул, әсәйем-ғәзизкәйем", - тип яҙған Фирүзә Ибәтуллина.

Фото һәм видеояҙма: Фирүзә Ибәтуллина.

"Минең кеүек колхозсы ғына булһаң..."
"Минең кеүек колхозсы ғына булһаң..."
Автор:Карима Усманова
Читайте нас