

Кисә, 28 октябрҙә, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында республикабыҙҙа театр сәнғәтенең легендар артистарының береһе – Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисткаһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы Нурия Ирсаеваның юбилей кисәһе үтте.
"Нурияның нурлы таңдары" тип аталған юбилей кисәһендә театр артистары башҡарыуындағы йырҙарҙа артистың бала саҡ һәм йәшлек йылдары хәтирәләре сағылыш алды. Тамашасылар Нурия Исхаҡ ҡыҙын аяғөҫтө баҫып тәбрикләне, алҡыштарға күмде.
Легендар сәхнә оҫтаһын Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Тамара Танһыҡҡужина, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт һәм сәнғәт идаралығы етәксеһе Айгөл Хәсәнова, Башҡортостандың Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзы рәйесе Александр Кузьменко, Башҡортостан театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе Әхтәм Абушахманов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзалары Сәлиә Мырҙабаева һәм Хөрмәтулла Үтәшев ҡотланы. Юбилярҙы шулай уҡ яҡташтары исеменән Ринат Кәримов, Г. Камал театры артистары Әзһәр Шакиров һәм Ришат Әхмәҙуллин, республиканың башҡа театрҙары вәкилдәре тәбрикләне. Сарала Мостай Кәрим исемендәге фондтан Нурия Ирсаеваға һәм Фидан Ғафаровҡа матур гөлләмәләр бүләк ителде.
Кисәне йырсылар Йәмил Әбделмәнов, Радмир Хәсәнов, Светлана Хәкимова, Алһыу Бәхтиева, Сәғиҙулла Байегет, Юнир Ҡоланбаев, Морат Рафиҡов башҡарған йырҙар һәм Эльвира Муллағолованың бейеүе йәмләне.
– Театрыбыҙ легендалары Нурия Ирсаева менән Фидан Ғафаровтың сығышын тамашасылар айырыуса көслө алҡыштарға күмде! "Нурияның нурлы таңдары" исемле юбилей кисәһенән тамашасыларыбыҙ ҙа, ҡатнашыусылар ҙа күтәренке кәйеф менән, Нурия Исхаҡ ҡыҙының яҡты, мөхәббәтле "нуры"на ҡойоноп таралды, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры директоры Иршат Фәйзуллин.
Нурия Ирсаеваның юбилей кисәһен режиссёр Фирғәт Ғарипов сәхнәгә ҡуйған, сценарийҙы Динара Ҡәйүмова яҙған, рәссамы – Альберт Нестеров, композиторы – Урал Иҙелбаев. Ә Сара Буранбаева һәм Илдар Ғүмәров кисәне йәнле итеп алып барҙы.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Иршат Фәйзуллиндың сәхифәһе.