

"Атайым гармунсы ине, шуға өйҙә бәләкәйҙән был музыка ҡоралы булды. Беҙ үҫкәндә гармунды бик һаҡлап, ҡәҙерләп кенә тоттолар, боҙолмаһын тип балаларға ла бирмәнеләр. Шуға уны атайым эшкә киткәс, йәшереп кенә алып тартҡылай инем. Ошолай көй килтереп сығарҙым", – ти Фликс Яҡупов, бала сағын хәтерләп.
Фликс Шәйех улының үҙенсәлеге – ул гармунды ғәҙәти итеп тотмай. Һулаҡай булғас, уға тиҫкәрегә тотоп уйнауы уңайлы.
"Һул ҡул менән яҙыуы ҡулай булһа ла, мәктәпкә барғас, уң яҡҡа өйрәндем. Дәрестә уң ҡул менән яҙам да, өйгә ҡайтһам, һулға күсә торғайным", – тип үҙе менән бәйле ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы ла ихласлыҡ менән бүлеште ул.
Тағы ла бер үҙенсәлекле шөғөлө бар Саҡмағош оҫтаһының: хәҙер инде 15 йылдан ашыу гармундарҙы төҙәтә, яңырта.
"Ҡартатайым да, атайым да шулай йүнәтә белгән, мин дә уларҙың юлын дауам итәм. Хәҙер үҙемдең улым да ошо һөнәрҙе үҙләштерә. Был йылдар эсендә 600-ләп гармунды ремонтлағанмындыр. Кәрәк икән, яңыны ла эшләй алам. Быға балта эшенә оҫталығым ярҙам итә", - ти конкурсантыбыҙ.
Гармун ремонтлауға оҫталығын тирә-яҡта белеп бөткәндәр. Башҡортостандан ғына түгел, илебеҙҙең башҡа төбәктәренән килеүселәр ҙә бар икән.
Төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, Фликс Яҡупов үҙен гармун уйнау оҫтаһы итеп танытҡан. Республика кимәлендәге ҡаҙаныштары - ошо һәләтенә дәлил. Саҡмағош гармунсыһының сығышын бергәләп тыңлайыҡ.
Фото һәм видео гармунсының архивынан.