Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
1 Ноябрь 2022, 16:00

“Елкән”дең еңеүселәре билдәле!

“Балалар тарихты киләсәккә илткән елкән булһын”

“Елкән”дең еңеүселәре билдәле!
“Елкән”дең еңеүселәре билдәле!

“Елкән" башҡорт классик музыкаһын йәш башҡарыусыларҙың икенсе телевизион конкурсы еңеүселәре билдәләнде. "Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы үткәрелгән сараны республиканың Мәҙәниәт министрлығы ярҙамы менән "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы ойошторҙо. Конкурс "Башҡортостан" дәүләт концерт залында гала-концерт менән тамамланды. 12 финалсы Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестры оҙатыуында башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәрен башҡарҙы. Оркестрҙың баш дирижеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Дмитрий Крюков. Гала-концертта конкурстың тәүге еңеүселәре лә ҡатнашты.

Йәш конкурсанттарҙы Башҡортостан Башлығы исеменән мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ҡотланы.

“Елкән”дә ҡатнашырға 186 ғариза бирелгән, шуларҙың 44-е һайлау аша үтеп, 12-һе финалға сыҡҡан. Балаларҙың сығышын мәртәбәле баһалама ағзалары – республикала һәм унан ситтә билдәле булған музыканттар, педагогтар ҡараны.

“Елкән”дең төп бүләге – Гран-приға йәш пианист Самира Әлиуллина лайыҡ булды. Ул Урта махсус музыка колледжында билдәле педагог Валентина Стариковала уҡый. Самира З.Исмәғилевтең “Фортепиано менән оркестр өсөн концерт”ын башҡарҙы.

"Елкән" башҡорт классик музыкаһын йәш башҡарыусыларҙың телевизион конкурсын башлағанда, башҡорт композиторҙары әҫәрҙәренә яңы һулыш бирергә, тигән маҡсат ҡуйҙыҡ, — ти «Тамыр» телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина. — Икенсе ярыш һөҙөмтәләрен йомғаҡлап, беҙ маҡсатҡа ирештек тип намыҫ менән әйтә алабыҙ. Композиторҙарыбыҙҙың әҫәрҙәре Башҡортостан тарихындағы мөһим ваҡиғаларҙы, халҡыбыҙҙың милли рухын һәм менталитетын сағылдыра. Балалар тыуған музыка аша тарихты киләсәккә алып барыусы ваҡыт елкәне булһын!

– “Елкән" башҡорт классик музыкаһын йәш башҡарыусыларҙың телевизион конкурсын башлағанда, башҡорт композиторҙары әҫәрҙәренә яңы һулыш биреү маҡсатын ҡуйҙыҡ, – ти “Тамыр” телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина. – Икенсе тапҡыр үткәрелгән ижади ярыш һөҙөмтәләрен барлап, маҡсатыбыҙға ирештек, тип ышаныслы әйтә алабыҙ. Композиторҙарыбыҙҙың әҫәрҙәрендә Башҡортостан тарихындағы мөһим ваҡиғалар, халҡыбыҙҙың милли рухы һәм менталитеты сағыла. Балалар туған музыка аша тарихты киләсәккә илткән ваҡыт елкәне булһын ине!”

 

“Елкән”дең еңеүселәре билдәле!
“Елкән”дең еңеүселәре билдәле!
“Елкән”дең еңеүселәре билдәле!
“Елкән”дең еңеүселәре билдәле!
“Елкән”дең еңеүселәре билдәле!
“Елкән”дең еңеүселәре билдәле!
“Елкән”дең еңеүселәре билдәле!
“Елкән”дең еңеүселәре билдәле!
“Елкән”дең еңеүселәре билдәле!
“Елкән”дең еңеүселәре билдәле!
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: