Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
1 Ноябрь 2022, 08:29

“Көҙҙөң һарғылт ҡанаттары Талпынғанда елгә...”

Талантлы шағирә Йомабикә Ильясова ошо көндәрҙә күркәм юбилейын билдәләй. Ҡасандыр  беҙҙең гәзит редакцияһында ла эшләгән ҡәләмдәшебеҙҙе ихлас күңелдән тәбрикләп, ижади уңыштар теләйбеҙ.

 

Сентябрь

 

Көҙҙөң һарғылт ҡанаттары

Талпынғанда елгә,

Бына осоп китер төҫлө

Ҡоштар киткән илгә.

 

Ҡабул булмаҫ өмөтөнән

Ергә һағыш ҡуна.

Барынса йәшәргә кәрәк,

Был бит яҙмыш ҡына.

 

Япраҡ

 

Тын ҡалған ел ҡапыл

Көрһөндө япраҡта,

Япраҡ ҡалтыранды,

Көҙ ине ян-яҡта...

 

Ғүмер үтеү менән,

Ошо япраҡ ише

Һәр нәмәне тоя

Һәм тетрәнә кеше.

 

***

 

Тәүлектә бар шундай миҙгел:

Яҡты һеңә ҡараңғыға,

Ерҙең теүәл әйләнешен

Был бит һынап ҡарау ғына.

 

Әгәр ҡурҡып ҡараңғынан,

Ер туҡтаһа хәрәкәттән,

Яҙыр ине атыр таңдан,

Көн, ҡояш һәм бәрәкәттән!

 

Күк

 

Күк, асылған йөрәк кеүек,

Күҙ йәштәрен түгергә,

Болот һымаҡ тулған килеш

Күпме мөмкин түҙергә?

 

Тауышы ауыр ямғырҙың,

Ул бит һулҡыған йөрәк,

Бер тупылдап, бер туҡылдап,

Бар зарын ҡойоу кәрәк.

 

Нюрнбергтың подвалдарын

Әле саң да ҡапламаған,

Әйтерһең дә, ул көндәрҙе

Хәтер һис тә һаҡламаған.

 

Европаны азат итеп,

Күпме һалдат башын һалған,

Бөгөн тағы сал Еребеҙ

Вәхшилектән ҡатып ҡалған.

 

Планетала йөрөй йәшен,

Уңда, һулда үлем ҡуба,

Америка үҙ ҡояшын

Бар донъянан бейек ҡуя.

 

Ҡуш ус кеүек Ер шарына

Һыйынған бит барса сабый,

Кешелектең төрлө төҫөн

Һаҡлаһаҡсы, ҡалып сабыр.

 

***

 

Һәр килгән йыл бер алдатҡыс кеүек

Йәшерергә инде үткәнен,

Һис туҡтамай, донъя дауам итә

Мәңгелектән килгән үлсәмен.

 

Бер көнөмә барса йәшәү һыя,

Күпме быуын миңә тоташҡан,

Ваҡыт сылбырҙарын ялғаған да

Нисәмә йән күккә олғашҡан.

 

Тағы бер таң тыуа. Унан ҡояш

Көндөң үҙәгенә артылыр,

Һәм ҡояшҡа гөлдәр генә түгел,

Өр-яңы бер ғүмер тартылыр!

Йомабикә ИЛЬЯСОВА

Читайте нас