Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
1 Ноябрь 2022, 08:26

Шайморатовсы аты тарихы

Айҙар Латипов фотолары.Айҙар Латипов фотолары.
Фото:Айҙар Латипов фотолары.

Сәпкә тейҙерә белә инде ул Мөнир Ҡунафин – прозаик булараҡ та, драматургияла ла! Темаларын шәп һайлай, проблеманы ла үҙенсәлекле итеп ҡуя, быға тиклем башҡа ла килмәҫлек шарттарҙа һынай геройҙарын.

“Ауылда тормош дауам итерлек егеттәр ҡалманы” тип илап йөрөмәй уның бер героиняһы, мәҫәлән, тота ла имәнгә кейәүгә сыға, Алла менән осрашыуын араҡыға алмаштырған ирҙе лә ябай ауыл эскесеһе тип әйтеп булмайҙыр (“Люксембургка барып ҡайтҡансы”), пандемия ваҡытында соҡорға ҡолаған Зөбәйер аша, ана, тормошта күпме “соҡор” барлығын күрһәтте (“Соҡор”). Ә һуң “Кешелеккә тоғролоҡ”?! Башҡа әҫәрҙәрҙәге һымаҡ, ҡатын иренән хыянатын йәшереп маташмай, киреһенсә, рөхсәт һорай бит әле, хатта әҫәр ошо төйөндән башлана. Был юлы ла шулай килеп сыҡты. Сәпкә тейҙереп, заман һорауына туранан-тура яуап биреп. Шул уҡ ваҡытта күпме философия ята был әҫәрҙә!

Бөгөнгө еңел булмаған шарттарҙа халыҡтың рухын нисек күтәрергә? Ватан ир-егеттәребеҙгә оран ташлағанда нимә эшләргә?.. Күптәр ошо һорауҙы үҙенә биргәндә, Мөнир Ҡунафин яуабын әҙерләп тә ҡуйған инде. “Ҡорос” аты аша. Һүҙем авторҙың Илшат Йомағолов исемендәге Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры сәхнәләштергән “Ҡорос. Яугир ат яҙмышы” спектакле хаҡында.

– Пьесаны яҙғанда Миәкә районының Илсеғол ауыл китапханаһы сайтындағы яҙыусылар Сәрүәр Сурина, Йыһат Солтанов яҙмаларынан ҡайһы бер дәлилдәрҙе файҙаландым. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тарихын ныҡлап өйрәндем. Башҡорттарҙың батырлығын һәм тоғролоғон ошо ат образы аша сәхнәгә сығарырға тигән теләк менән тотондом пьесаға, – тип һөйләне премьера алдынан автор үҙе.

Ысынлап та, был ат яҙмышы – Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында булған ваҡиға. Ат Илсеғол ауылында йәшәй. Бәйгеләрҙә ал бирмәҫ Ҡорос була ул! Әммә һуғыш сығыу менән уны ла башҡа меңәрләгән аттар менән бергә фронт һыҙығына оҙаталар...

Спектакль нигеҙендә ысын тарих ята. Әммә автор ижади буяуҙар өҫтәп кенә уны ҡағыҙға күсермәй. Һәр ваҡыттағыса, әҫәрҙәренә фәлсәфәүи мәғәнә лә һалырға ынтылған Мөнир Сәхиулла улы бында ла ат образы аша халҡыбыҙҙың йәшәү мәғәнәһен һынландырған: батыр ҙа, ғорур ҙа, сая ла, нескә күңелле, хисле лә ут уйнатҡан ат, башҡорт аты! Ошо урында уның яңыраҡ Өфөлә Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асылыу айҡанлы яҙған юлдары иҫкә төшә, был ауаздаш шиғыр, әйтерһең дә, әлеге пьесаның эпиграфы булып яңғырай:

Ат атланды тағы Генерал,

Алға әйҙәп яугир сафтарын.

Ил сигендә фашист ҡотора,

Тышамағыҙ башҡорт аттарын.

 

Алға сапты тағы Генерал,

Дошмандарын иҙеп, имгәтеп.

Ярһып сапһын ярһыу атында –

Туҡтатмағыҙ башҡорт милләтен.

 

Яуға әйҙәй тағы Генерал –

Тышамағыҙ башҡорт тарихын.

Башҡорт аттарының дағалары

һәм уҡтары Ҡаһым ағаларҙың

Тарих булып ҡалды,

Һәйкәл булып ҡалҡты

Урамында Берлин-Париждың...

Ат атланды тағы Генерал.

Туҡтатмағыҙ! Ғорур, ул – батыр!

Ышанабыҙ! Тағы, тағы ла

Еңеү байрағын тотоп ул ҡайтыр!

 

Эйе, автор һәр күренештән мәғәнә эҙләй, ваҡиғаға уның үҙ ҡарашы, башҡалар иғтибар итеп бөтмәгәнде күрә. Был юлы ла уның геройҙары “Ура!” ҡысҡырып һөжүмгә ташланмай, ә илгә ауырлыҡ килгәндә немецты ла әсирлеккә алған, һыбайын да ҡотҡарған, Шайморатов командир булған 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының аты образы аша яуап бирә был һорауға. Үҙенсәлекле итеп, үҙенсәлекле образ аша. “Һинән ҡылған еҫе килә”, – тип тыуған яғындағы хужаһын таный, “ботонан ҡан сәптереп торған” көйө яуға инә, нескә күңелле азатлыҡ балаһы “һинән әсә һөтө килә” тип үҙенсәлекле рәүештә һөйгәненә йөрәген аса...

Бындай атҡа ла, әҙәм балаһына ла хас күренештәр күп спектаклдә. Быларға өҫтәп, аттың зирәклеге (хатта зыялылығы тип әйтһәк тә, дөрөҫ булыр) хайран итмәй ҡалмай тамашасыны.

Шул уҡ ваҡытта “башҡорттан ат артмай” тигән һүҙҙәр ҙә ишетелеп ҡала спектаклдә. Һуғыш һуғыш инде. Дәғүә белдерергә лә хоҡуғы бар авторҙың, һәм бында ул кемгәлер шәхси үпкә итеп белдермәй. Әйтерһең дә, бөтә Кешелеккә ҡысҡыра: ҡайҙа барабыҙ?! Сәпкә тейҙерә белә инде ул Мөнир Ҡунафин.

Премьеранан һуң аттың төйәге Илсеғол ауылы вәкилдәренең сығыштары ла урынлы яңғыраны. Мәҫәлән, Илсеғол башҡорт гимназияһы директорының уҡытыу-тәрбиәүи эш буйынса урынбаҫары, тарих уҡытыусыһы Зифа Әбелғатина:

– Һуғыш тамамланғас, Ҡорособоҙҙо ауыл халҡы берҙәм рәүештә, хат яҙып, тыуған яғына ҡайтара, шулай уны һаҡлап ҡала. Сәхнә әҫәре тулыһынса уның яҙмышын сағылдыра. Был спектаклде Ҡоростоң тыуған яғында ла көтөп ҡалабыҙ, – тип белдерҙе.

Әлеге яугир атҡа һәйкәл ҡуйыу буйынса (әйткәндәй, әлеге ваҡытта уның өҫтөндә эш бара ла инде) инициативалы төркөм етәксеһе Тамара Иҫәнғолова иһә:

– Ошо спектаклде булдырған һәммәгеҙгә лә ҙур рәхмәт, ат образын сәхнәгә сығарыуҙы күҙ алдына ла килтермәй инем, бына бит, Ҡорособоҙ ҡайтты, – тигән тәьҫоратын уртаҡлашты.

Шуныһын да билдәләге килә: тотош халыҡ образын, оран, рухты, шул заманды кәүҙәләндергән ат һынын сәхнәгә сығарыу, улай ғына ла түгел, төп образ итеү еңел эш түгел. Ҡуян костюмы кейеп әкиәт уйнау түгел шул, ғәфү итегеҙ... Әммә ҡасандыр “Люксембургка барып ҡайтҡансы”ла тамашасыны хайран иткән, тетрәндергән тандем был юлы ла һынатманы! Мөнир Ҡунафин Ат образын әҫәрҙә үҙенсәлекле итеп сағылдырҙы. Айҙар Зарипов иһә уны түкмәй-сәсмәй оҫта итеп сәхнәгә алып сыҡты. Ә Фәнил Ҡарасурин актёр булараҡ һынландырҙы. Сәп тигәндән, режиссерҙың оҫталығын айырым телгә алыу урынлылыр: театр тәнҡитсеһе түгелмен, шулай ҙа ул ҡуйған һәр спектакль тамашасыны әсир итә. Барған ваҡиғаларҙан ғына түгел, сәхнәләге һәр күренеш, хәрәкәт һәм предметтан мәғлүмәт ала ул: тетрәнәме, һоҡланамы, уйға батамы... Һәр хәлдә спектаклдән битараф сығып китмәй.

Ғөмүмән, “Ҡорос” спектаклендә ҡатнаш­ҡан һәр актерҙың эше ҙур баһаға лайыҡ, минеңсә. Театрҙың, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең көнүҙәк темаларға мөрәжәғәт итеүе иғтибарға лайыҡ. Мәҫәлән, филармония үҙенең ижад миҙге­лен, Хеҙмәт династияларын данлау йылы айҡанлы, Стәрлетамаҡтың хеҙмәт ғаиләлә­рен барлау, уларға хөрмәт күрһәтеү менән башлап ебәрҙе. Был спектакль донъяуи кимәл­дә барған ваҡиғаларҙы үҙ эсенә алғандай тойола.

...Ниҙәр генә күрмәй ир-егеткәй менән ат башы! Ҡорос образында ла күпме герой ат­тарыбыҙҙың, батыр ир-аттарыбыҙҙың яҙ­мы­шы сағыла. Сәпкә тейҙерә ул Мөнир Ҡу­на­фин, сәпкә тейҙерә Айҙар Зарипов, сәпкә тей­ҙерә Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры!

 

Рәмил МАНСУРОВ

Стәрлетамаҡ ҡалаһы.

Читайте нас