Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
2 Ноябрь 2022, 06:00

Нурия Абдуллина Төркиәнән сәләм юллай

“Үҙемә килгәндә, әлхәмдулиллаһ, төрлө саҡтар була, әммә тормош дауам итә...” 

Нурия Абдуллина Төркиәнән сәләм юллайНурия Абдуллина Төркиәнән сәләм юллай
Нурия Абдуллина Төркиәнән сәләм юллай

“Юлдаш” радиоһы ветераны, билдәле алып барыусы, бихисап моңло йырҙар авторы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нурия Абдуллинаның һуңғы бер нисә йылда ауыр сир менән көрәшеүе, тормоштоң был һынауын рухи ныҡлыҡ, оло сабырлыҡ менән ҡабул итеп, алдағы көндәргә яҡты өмөт-ышаныстар бағлап йәшәүе хаҡында быға тиклем хәбәр иткәнебеҙ бар ине. Нурия апай үҙе лә социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәл-әхүәлдәре менән таныштырып барҙы, тик һуңғы осорҙа яҙмалары күренмәй башланы.

Әлеге көндә ул Төркиәлә йәшәй икән. Коллегаһы, яҡын әхирәте, билдәле композитор һәм йырсы Зифа Нагаева дуҫы янына ҡунаҡҡа барыуы тураһында матур йөкмәткеле видеояҙма менән уртаҡлашты.

“Бына һис тә көтмәгәндә бала саҡтан бергә уҡыған, бергә фатирҙарҙа йәшәгән Зифам килде. Бергәләп күстәнәстәр менән сәйҙәр эстек, матур итеп һөйләшеп ултырҙыҡ. Барығыҙға ла иҫәнлек-һаулыҡ теләп ҡалам, имен Ер йөҙөндә йәшәргә насип булһын! Үҙемә килгәндә, әлхәмдулиллаһ, төрлө саҡтар була, әммә тормош дауам итә. Бөгөнгөнөң матурлығын тойоп, ауырлыҡтарын әллә ни иҫәпкә алмағанда, балҡып йәшәргә мөмкин, туғандар! Һау булығыҙ, сәләмәт булығыҙ!”, - мөрәжәғәт итте ул Башҡортостандағы дуҫтарына, таныштарына, уны яратҡан тамашасыларға.

Сығанаҡ: “Юлдаш” радиоһы төркөмө (vk.com/uldash_fm)

Фото: видеонан скриншот.

 

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас