Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
3 Ноябрь 2022, 10:55

Дуҫлыҡ менән көслөбөҙ

 Марафондың илһөйәрлек тәрбиәләү, ватаныңа тоғро булыу тәңгәлендә әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ҙур.

Дуҫлыҡ менән көслөбөҙДуҫлыҡ менән көслөбөҙ
Дуҫлыҡ менән көслөбөҙ

Өфөнөң Ҡала мәҙәниәт һарайында Сыуаш Республикаһының сәнғәт оҫталары менән бер рәттән республикабыҙҙың йырсылары һәм бейеүселәре концерт күрһәтте. Ошо сараның Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан ойошторолоуы ҙур мәғәнәғә эйә. Башҡортостанда йөҙҙән ашыу милләт дуҫлыҡта һәм татыулыҡта ғүмер кисерә, шул иҫәптән, сыуаштар ҙа бүтән милләттәр менән ҡулға-ҡул тотоношоп йәшәй.

Әйткәндәй, Башҡортостан “Рубежи победы” төбәк-ара патриотик марафонды ҡабул итеп алды. Марафон Бөйөк Ватан һуғышы (1941–1945 йй.) осорондағы тыл хеҙмәткәрҙәренең, шул уҡ ваҡытта сик буйындағы төҙөүселәрҙең яҡты иҫтәлегенә арналған. Ошо марафон илебеҙҙең бер нисә төбәген – Башҡортостанды, Сыуаш Республикаһын һәм Ульянов өлкәһен үҙенең эсенә ала. Уның илһөйәрлек тәрбиәләү, ватаныңа тоғро булыу тәңгәлендә әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ҙур.

Башҡортостан мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова билдәләүенсә, төбәк-ара марафон барыбыҙҙы ла рухи һәм мәҙәни йәһәттән байыта, тамашалар залының халыҡ менән шығырым тулы булыуы ҡыуаныслы. – Бындай мәҙәни саралар халыҡтар араһындағы берҙәмлекте арттыра, рухи ныҡлыҡ бирә, – тине министр Әминә Шафиҡова. – Сыуаш Республикаһының йыр-бейеү ансамблдәренең сығышын тамаша ҡылды олоһо ла, кесеһе лә, рухи күтәренкелек менән һуғарылған бик бай программа алып килгәндәр. Киләсәктә лә дуҫлыҡҡа ҡоролған ошондай саралар дауам итәсәк.

Әминә Ивний ҡыҙы Сыуаш Республикаһынан килгән патриотик марафонда әүҙемлек күрһәткән бер нисә сәнғәт әһеленә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Рәхмәт хатын тапшырҙы.

Фото: Илдар Аҡъюлов.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас