Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
3 Ноябрь 2022, 08:00

Гармунға мең рәхмәтлемен, сөнки ул мине күп насар хәлдәрҙән ҡотҡарып ҡалды...

“Башҡортостан” гәзите ойошторған конкурста ҡатнашҡан сираттағы гармунсы - Белорет районының Ҡоҙғон-Әхмәр ауылынан Алик Юлышев.

Гармунға мең рәхмәтлемен, сөнки ул мине күп насар хәлдәрҙән ҡотҡарып ҡалды...Гармунға мең рәхмәтлемен, сөнки ул мине күп насар хәлдәрҙән ҡотҡарып ҡалды...
Гармунға мең рәхмәтлемен, сөнки ул мине күп насар хәлдәрҙән ҡотҡарып ҡалды...

Белорет районының Ҡоҙғон-Әхмәр ауылынан Алик Юлышевтың шәп гармунсы булыуы хаҡында районда ғына түгел, ә унан ситтә йәшәгәндәр ҙә яҡшы белә. Уның уйнаған көйҙәре һәм моңло тауышы бер кемдә лә битараф ҡалдырмай. Ул ихласлығы менән әсир итә.

Алик 1969 йылдың 7 ғинуарында Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында Сәбилә менән Булат Юлышевтарҙың ҙур ғаиләһендә дүртенсе бала булып тыуған. Ғаилә башлығы - гармунсы, шуға балалары ла ҡулына музыка ҡоралдарын бик иртә ала. Әйткәндәй, Юлышевтарҙың ғаиләһендә ете бала үҫһә, уларҙың алтыһы - биш егет һәм кинйәбикә Лариса гармунда уйнай, тик Луиза апайҙары ғына гармун тартырға өйрәнмәгән, әммә ул матур йырлай.

Алик Юлышев ауылда башланғыс мәктәпте тамамлағас, Белорет мәктәп-интернатында белем ала. Ул шул саҡтан гармунды ҡулынан төшөрмәй: класташтарын бейетә, белем усағында уҙған сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Ауыл клубында ла аккомпаниатор була, ә кистәрен йәштәрҙең күңелен аса.   

Мәктәпте тамамлағас, ул ҡаланың 26-сы һөнәрселек училищеһында ташсы, электромонтажсы, электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә. Ҡулына диплом алған егетте 1987 йылда армия сафына саҡырылар. Уға Германияла хеҙмәт итергә насип була.

Алик Юлышев тыуған ил алдындағы хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, Белорет ҡалаһындағы төҙөлөш предприятиеһына эшкә урынлаша. Әммә үҙгәртеп ҡороу осоронда ойошма бөлгөнлөккә төшә, ә эшселәре ҡыҫҡартыуға эләгә. Бөгөн Алик Булат улы тормош иптәше Зөһрә Дәүләтбай ҡыҙы Сөнәғәтова менән Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында йәшәйҙәр.

Ҡайҙа ғына йөрөһә лә Алик Юлышев гармундан айырылмай. Ауылдың мәҙәни сараларында әүҙем ҡатнаша, шулай уҡ төрлө кисәләрҙә, тыуған көндәрҙә, туйҙарҙа сығыш яһарға саҡыралар.

Ул гармундан тыш тағы ла баянда, хромка-гармунда, гитарала уйнай.

– Армиянан ҡайтҡас, Рәйес Вәлиев баянда уйнарға өйрәтте. Яңынан тыуған булһам, сәнғәт юлын һайлар инем, – ти һәүәҫкәр гармунсы.

Алик Юлышев Хоҙай биргән ошо һәләтенә, гармунға һәр саҡ рәхмәт әйтеп йәшәй.

– Гармунға мең рәхмәтлемен, сөнки ул мине күп насар хәлдәрҙән ҡотҡарып ҡалды. Төҙөлөш ойошмаһында эшләгән саҡта Исмаҡай ауылына мәктәп төҙөргә ебәрҙеләр. Беҙҙе бишәр кешегә бүлеп, урындағы халыҡҡа йәшәргә урынлаштырҙылар. Мин үҙем менән хромка-гармунды һалып алдым. Беҙҙең менән йәшәгән урыҫ егеттәре кисен клубҡа сығып, үҙҙәрен насар итеп күрһәткән. Ауылдың ир-егеттәренә был оҡшамаған. Бер мәл, беҙ йоҡлап ятҡанда, ҡоралланған ауыл егеттәре килеп инде, бөтәбеҙҙе лә стенаға теҙеп ҡуйҙы. Ныҡ асыулылар, беҙҙең ҡот алынды, ҡыбырларға ла ҡурҡып торабыҙ. Шул саҡ араларындағы бер егет иҙәндә торған хромка-гармунды күреп: “Был нимә? Кем уйнай?” – тип һораны. Мин ҡурҡып ҡына: “Мин”, – тип яуапланым. “Уйнап күрһәт!” – тип бойорҙо. Уйнап, йырлап ебәргәйнем, тегеләр йомшарҙы. Шулай итеп, беҙ был хәлдән имен ҡотолоп ҡалдыҡ. Шуға ла ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, гармундан айырылмайым, – тип һөйләне ул.

Гармунсы башҡа төрлө ҡыҙыҡлы ваҡиғаларға күп тарыған. Бынан бер-ике йыл элек ҡыш бер туған ағаһы менән райондың Инйәр ауылына йәрминкәгә йылҡы ите һатырға барғандар.

– Эргәлә торған һатыусыларҙан дуңғыҙ итен алалар, ә йылҡы итен һораған кеше юҡ. “Оят булһа ла, ҡайҙа гармун уйнап, йырлап һатып алыусыларҙы йәлеп итәйем әле”, – тип гармунды сығарып, бәләкәй генә концерт ойоштороп ебәрҙем. Бер мәл беҙҙең эргәгә бөтәһе лә килеп һырылды, халыҡ йылҡы итен йәбешеп ала башланы. Ике йылҡы һатҡандай булдыҡ. Ағайым ҡайтҡас, шул аҡсаға машина һатып алды, – ти ул.

Ысынлап та, һәләтле кеше бер ҡайҙа ла юғалып ҡалмай. Халыҡ уларҙы күрә һәм һәр саҡ түрҙә йөрөтә. Аликтың да һыҙҙырып гармун уйнауы, моңло тауышы бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Ошондай кешеләр беҙҙең тормошобоҙҙо йәмләй.

Ихласлығың, киң күңеллелегең, ҡабатланмаҫ моңдарың өсөн рәхмәт һиңә, Алик Булат улы!

Фото: "Башҡортостан" гәзите сайтынан.     

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас