Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
3 Ноябрь 2022, 10:09

Халҡыбыҙ йырҙары халыҡҡа еткерелде

Яңынан-яңы исемдәр асылыр.

Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы халыҡ йырын яратыусылар, ысын мәғәнәһендә башҡорт моңон ишетергә, рухын тойорға теләүселәр өсөн ишеген асты.

“Ашҡаҙар” радиоһы “Самрау” мә­ҙәни мираҫты һаҡлау фонды, Республика халыҡ ижады үҙәге менән берлектә “Ашҡаҙар моң­да­ры” башҡорт халыҡ йырҙарын баш­ҡарыусы үҙешмәкәр йырсы­ларҙың I республика конкурсының йомғаҡ­лау концертын үткәрҙе. Алдан йыйыла башлаған тамашасы, халыҡ кәсептәре күргәҙмәһе менән танышып, күптән күрмәгән дуҫ-иш­тәре менән аралашып, яңыларын табып, иҫтәлеккә фотоға төшөп, концерт ваҡыты еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.

Тамашаны Шәһит Хамматов менән Артур Рамаҙанов, ҡарт һәм үҫмер образдарына инеп, йәштәр һәм оло быуын араһындағы ҡапма-ҡаршылыҡҡа ҡоролған диалог формаһында алып барҙы. Күпте белгән олатай кеше хәҙерге заман, сит ил көйҙәрен тыңлаған йәш йөрәкте халыҡ йырҙарының асылы менән таныштыра килде. Оҙон көйҙәребеҙҙе башҡарыусылар йыйылған майҙан тамашасыларҙы моңландырҙы ла, уйландырҙы ла. Аҫалы балаҫтар менән биҙәлгән сәхнә, гүзәл тәбиғәт күренештәре был хистәрҙе айырыуса көсәйтте.

120 ижади бәйгесе араһынан һай­­ланып алынып, Ҡыпсаҡ, Тамъян, Мең, Ҡатай, Бөрйән, Кәлсер-Табын, Кесе Табын, Табын, Юрматы, Шайтан-Көҙәй, Ҡаңны, Һал­йот ырыуҙарына ҡараған йырсылар йомғаҡлау концертына үткәйне. Финалсылар башҡарыуында “Күсә­бә”, “Уйыл”, “Сәлимәкәй”, “Сыбай ҡаш­ҡа” һәм башҡа башҡорт халыҡ йырҙары яңғыраны. Бәйгеселәр йырҙың тарихына, әһәмиәтенә лә туҡталды. Төрлө өлкәлә хеҙмәт иткән йырсыларҙың халыҡ йырына тоғро ҡалыуы һәр кемде һоҡлан­дырмай ҡалмағандыр. Йырла­маған, бейемәгән башҡорт юҡтыр, тигән фекергә йәнә инандыҡ. Һәр бәйгесе сығышынан һуң дәртле итеп бейеп тә алды, ҡайһы берҙәре ҡурайҙа ла уйнаны.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса “Өмөт” номинацияһында Өфөнән Айлина Ҡәйүмова менән Миәкә районынан Самира Туленкова махсус бүләккә лайыҡ булды. “Йәштәр тауышы” призы Арыҫлан Тиме­ровҡа тапшырылды.

Кушнаренко районының утыҙ йылдан ашыу сәхнәлә булған “Ағиҙел моңдары” вокал квартеты “Йырға тоғролоҡ” призы менән бүләкләнде. “Бәйләнештә” социаль селтәрендә ойошторолған бәйге һөҙөмтәләре буйынса “Тамашасы һөйөүе” номинацияһында Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районы Хәлит ауылынан Харрас Фәйзуллин еңеп сыҡты. “Һирәк яңғыраған башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар” номинацияһына Өфө ҡалаһынан Шамил Күсәмишев (башҡорт халыҡ йыры “Бәҙрийән”), Баймаҡ районы Буранбай ауылынан Фәттәх Аралбаев (“Арғымаҡ яңғыҙ, егет малһыҙ”), Мәләүез ҡалаһынан Райхана Хафизова (“Был ғүмер”) лайыҡ булды.

Ырымбур өлкәһенең Яңы Сергиевка ҡасабаһынан Флүзә Хәли­това, Харрас Фәйзуллин, Силәбе өлкәһенең Ҡатаутамаҡ ҡалаһынан Венер Ҡәҙербаев, Һамар өлкәһе­нең Тольятти ҡалаһынан Ильвера Айбушева “Башҡорт халыҡ традицияларын һаҡлаусылар” номина­цияһында Республика халыҡ ижады үҙәгенең махсус приздары менән бүләкләнде.

Өсөнсө урынды ике бәйгесе – Әбйәлил районының Асҡар ауылынан Салауат Хамматов менән Өфө районының Мөҙәрис ауылынан Мөхтәр Сөйөшев уртаҡлашты. Дәүләкән районының Иҫке Яппар ауылынан Рәлиә Әйүпова икенсе урынға сыҡты. Күмертау ҡалаһы­нан Ришат Вәхитов иһә еңеүсе тип билдәләнде.

Концерттың иң тулҡынлан­дыр­ғыс өлөшө бәйгеселәрҙең “Урал” башҡорт халыҡ йырын бергәләп башҡарыуы булғандыр. Тамашасы уларҙы аяғөҫтө баҫып тыңланы.

Башҡорт халыҡ йырҙарын баш­ҡарыусы үҙешмәкәр йырсы­ларҙың “Ашҡаҙар моңдары” республика конкурсы яңынан-яңы исемдәрҙе асыр әле.

- Рүзилә ҠОЛӘМБӘТОВА

Читайте нас