

"Берҙәм Рәсәй- партияһының "Кесе Ватан" проекты сиктәрендә Баймаҡ районының Иҫке Сибай мәҙәниәт йорто ысын мәғәнәһендә яңы һулыш алды. Дүрт ай дауамында бында ремонт эштәре тынманы, уны атҡарыуға ауыл халҡы, мәктәп, мәҙәниәт йорто, ауыл биләмәһе коллективтары тос өлөш индерҙе.Ә инде үрҙә телгә алынған проект сиктәрендә мәҙәниәт йортона заманса ҡоролмалар, инструменттар, сәхнә кейемдәре һәм башҡаһы һатып алынды.
Ауыл халҡының шатлығын уртаҡлашырға Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан республика ойошмаһы рәйесе Александр Кузьменко, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Гөлназ Аҡназарова, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Айнур Кәримов, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Гөлназ Йыһаншина, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ришат Ишембәтов килде.
-Ауыл тормошонда был мөһим ваҡиға, - тине А.Кузьменко.-Иҫке Сибай мәҙәниәт йорто яңы һулыш алды, уның матди-техник базаһы яңырҙы һәм тулыланды.Биш йыл эсендә республикала ошо проект сиктәрендә 80 клуб яңырыу кисерҙе.
Тәбрикләү сығыштарынан һуң "Ауылымда - ил тарихы" исемле музыкаль композиция-концерт булды.Ауыл мәҙәниәт йортонда шөғөлләнгән коллективтар милли колоритлы, һәр кемдең һушын алырҙай иҫ киткес концерт номерҙары менән таң ҡалдырҙы.
Атайсалда тыуған Сибай кантон вариҫтары тыуған төйәгенә, милләтенә, йыр-моңдарына булған һөйөүен тағы бер ҡат иҫбатланы, бөтөн яҡтан уңған итеп күрһәтте.
Фото һәм текст сығанағы: Азамат Мөхәмәтшин.