+21 °С
Болотло


Бынан бер нисә көн элек, Комсомолдың тыуған көнө билдәләнгәндә, гармун тотҡан бәләкәй малайҙың "Комсомол! Комсомол!" тип йырлаған видеоһы таралғайны. Социаль селтәрҙә яҙыуҙарынса, ул - яҡут малайы. "Артем Нюрба ҡалаһында йәшәй. Хәҙер вокал менән шөғөлләнә", - тип яҙҙылар комментарийҙа һәм ҙур сәхнәлә әлеге йырҙы башҡарған видеояҙмаһын да һалдылар.
Бына шулай, талант юғалып ҡалмай. Артемға һәр ваҡыт шулай маҡсаттарына өлгәшеп йәшәргә яҙһын!
Сығанаҡ: "Сәләм" телеканалы төркөмө. (СәЛӘМ телеканалы)