Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
3 Ноябрь 2022, 09:46

“Ғүмеркәйең бушҡа уҙмай, тиеп Әйләнә лә йомғаҡ әйләнә…”

60 йәштә шиғыр яҙа башлай.

Фәүзиә Ҡотлогилдина (Алтынбикә), Башҡортостандың халыҡ сәсәне, 1952 йылдың 7 ғинуарында Ишембай районының Иҫәкәй ауылында тыуған. Әле Ғафури районының Родина ауылында йәшәй.

Абруйлы ағинәй, ауыл старостаһы 60 йәшендә генә шиғырҙар яҙа башлай – үҙнәшер ысулы менән 10 китап сығара. Фәүзиә Ғәлим ҡыҙының байтаҡ шиғырына йырҙар яҙылған.

 

Сәскәләрем-гөлдәрем

 

Ишек алдыбыҙҙы йәмләп,

Сәскә атты гөлдәрем.

Сәскә атҡан гөлдәр кеүек,

Үтһен һәр бер көндәрем!

 

Сәскәләремде яратып,

Көн дә һыуҙар һибәмен –

Тәрбиәләмәгән гөлдәр

Сәскә атмаҫ, беләмен.

 

Яндарына ултырам да,

Улар менән һөйләшәм.

Шатлығымды йәшермәйем –

Бар донъяға өләшәм!

 

Сәскәләр ҙә һөйөнөшөп:

“Рәхмәт”, – тиеп әйтәләр.

Беҙ үҙебеҙ ҙә, дуҫтарым,

Тормоштағы сәскәләр!

 

Бурыс

 

Туған телем минең – башҡорт теле,

“Әсәй!” –  тиеп телем асылған,

Был донъяның барлыҡ матурлығы

Телем аша йәнгә баҫылған.

 

Телебеҙҙе быуат төпкөлөнән

Мираҫ иткән ата-бабалар.

Юғалтмайыҡ туған телебеҙҙе:

Һүҙ әйтәлмаҫ телһеҙ балалар!

 

Башҡорт теле –

минең халҡым теле,

Башҡортостан –

минең баш йортом.

Тыуған илебеҙҙә туған телдә

Һүҙен әйтһен һәр бер башҡортом!

 

Балаһына туған тел өйрәтеү –

Һәр әсәнең изге бурысы.

Онотмаһын ине бер әсә лә

Иңдәренә төшкән бурысты!

 

“Атай!” – тиеп өндәштерһен үҙенә

Балалары булған һәр атай.

Телен өйрәтһендәр ейәндәргә

Һәр өләсәй, һәр бер олатай!

Атай-әсәйҙәргә

 

Һүҙҙәр матур беҙҙең

башҡорт телебеҙҙә,

Балдар булып тама

улар йәнебеҙгә!

Ҡолаҡтарҙы иркәләүсе яҡын һүҙҙәр

Яңғыраһын беҙҙең

Тыуған илебеҙҙә!

 

Һәр бер башҡорт туған телен

белһен өсөн,

Ғаиләлә тырышһындар ата-әсә,

Теле асылған баланың тәүге һүҙе

Булһын ине “мама” түгел,

ә тик “әсәй!”

 

Туған телен белеп үҫһен

һәр бер бала,

Һылтанмайыҡ мәктәпкә

һәм башҡаларға,

Тырышлығын күп һалһындар

 атай-әсәй

Туған телде өйрәтергә балаларға!

 

Шат булырмын был шиғырым

уйға һалһа,

Башҡортомдоң һәр береһе

аңлап алһа.

Үҙегеҙ бит һөйләйһегеҙ ошо телдә,

Мәхрүм итмәгеҙ баланы

туған телдән!

 

Ағинәйҙәр

 

Милләтемдең ырыҫ-ҡотон һаҡлап,

Ағинәйҙәр сафҡа баҫтылар.

Һәр ауылды йәмләп, дөрләп янған

Усаҡтарҙа ҡаҙан аҫтылар.

 

Аҡ күңелле сибәр ағинәйҙәр,

Ауыл күрке – матур апайҙар,

Ғөрөф-ғәҙәт, йолаларҙы һаҡлап,

Киләсәккә ҡарай атлайҙар.

 

Балҡыш һибеп тирә-яҡтарына,

Ялҡынланып яна йөрәктәр.

Өмөттәргә ышаныстар ҡуя

Һеҙ теләгән изге теләктәр.

 

Сағыу, матур милли кейемдәрҙә

Иман тулып балҡый йөҙөгөҙ,

Яҡты нурҙар сәсә күңелегеҙ,

Ауыл ҡото һеҙ бит үҙегеҙ,

Ағинәйҙәр, халҡым рухы һеҙ!

 

Сәсәндәр

 

Ырыуына ауыр булған саҡта

Сәсәндәрен халҡым тыуҙырған,

Тыуҙырған да үҙ милләте күген

Шифа ямғырҙарҙан йыуҙырған.

 

Сәсәнлек – ул тыуған ереңә һөйөү,

Сәсәнлек – ул Аллаһ бүләге.

Оҫта сәсән ижады – ул халҡымдың

Күкрәгендә тибер йөрәге.

 

Үҙе ҡәүеменә юл күрһәтеп,

Алға әйҙәп килгән сәсәндәр.

Улар заманының рух байлығын

Халыҡ күңеленә сәскәндәр.

 

Сәсәндәрҙең сәскән орлоҡтары

Уңдырышлы ергә төшһөндәр,

Тамыр йәйеп халҡым күңелендә,

Һөйөү, иман булып үҫһендәр!

 

Башҡортомда һәр саҡ сәсән булған,

Сәсәндәр бар! Һәр саҡ буласаҡ!

Сәсән ижадтары үҙ милләтен

Алға ғына әйҙәп торасаҡ!

 

Сирендәр

 

Иҫеңдәме, йәнем,

бүләк иткәйнем мин

Хуш еҫле сирендәр бәйләмен.

Күргән һайын яҙын

сирендәрҙең наҙын,

Ҡайнар хистәр ҡайта әйләнеп...

 

Ул айлы төн ине. Тирә-яҡ тын ине.

Аңҡығайны сирен еҫтәре,

Беҙҙең йөрәктәрҙә һөйөү тулы ине,

Ярҙарынан ташты хистәрем.

 

Тағы яҙ, тағы май.

Тағы ла тулған Ай...

Сәскәгә тулыша сирендәр.

“Мин һине һөйәм, – тип, –

мәңгелек йәрем!” – тип

Һаман да ҡабатлай ирендәр.

 

Йәмле май айында,

сирендәр янына

Беҙ икәү бергәләп килербеҙ.

Һин миңә, мин һиңә

“һөйөү билгеһе” тип

Сирен гөлләмәһе бирербеҙ.

 

Ҡөрьән

 

Бөйөк Аллаһ Рамазанда

Ергә Ҡөрьән индергән.

Кешелеккә йәшәр өсөн

Юлын күрһәтеп биргән.

 

Бүләк итеп ғүмер биргән

Атай-әсәйҙәр аша,

Әсәйҙе бик хөрмәтләргә

Ҡушҡан китабы аша.

 

Күрше, туған, дуҫығыҙға

Һәйбәт булығыҙ, тигән,

Өҙөлгән туғанлыҡтарҙа

Яҡынлыҡтар юҡ, тигән.

 

Яҡшылыҡты яманлыҡтан

Ҡушҡан ул айырырға;

Яман эштән йыраҡ тороп,

Яҡшы эштәр ҡылырға.

 

Балалар – Аллаһ бүләге,

Аңлағыҙ шуны, тигән.

Балаға тәрбиә биреп

Үҫтерегеҙ һеҙ, тигән.

 

Ҡөрьән уҡып табырһығыҙ

Күп һорауға яуапты,

Үҙегеҙгә Аллаһынан

Алырһығыҙ һауапты!

 

Уҡығыҙ Изге Ҡөрьәнде –

Йәшәүгә ул ҡулланма.

Мөхәммәт Рәсүлебеҙ аша

Аллаһ биргән юлланма!

Ун дүрт быуат юл үтһә лә

Изге Ҡөрьән китабы,

Бер хәреф тә үҙгәрмәгән,

Уны һаҡлай Аллабыҙ!

 

Ҡөрьән китабында ята

Ислам дине нигеҙе,

Әҙәп, тәүфиҡ, иман менән

Үтһен кеше ғүмере!

 

Ике ҡыҙым

 

Серҙәремде, яҡын дуҫтар күреп,

Иң тәүҙә мин һеҙгә һөйләйем.

Ауырлыҡтар еңеләйеп ҡала,

Уртаҡлашһам һеҙҙең менән мин.

 

Бер шатлығым өс тапҡырға арта

Бергәләшеп әгәр һөйөнһәк,

Ҡайғылар ҙа таралышып китә,

Урталарға һалып көйөнһәк.

 

Үҙегеҙ ҙә ике ҡыҙлыһығыҙ,

Бәхеттең был иң-иң ҙурыһы.

Улдарығыҙ атай даны булһа,

Ҡыҙҙарығыҙ – һеҙҙең күҙ нуры!

 

Ике ҡыҙым минең – ике ҡанат.

Иҫән генә була күрегеҙ!

Бөтөн байлыҡтарҙан артығыраҡ

“Әсәй!” тиеп әйткән һүҙегеҙ!

 

Ғүмер йомғағы

 

Хоҙай биргән ғүмер йомғағымдан

Мин бәйләйем матур селтәрҙәр,

Шул селтәрҙәр керһеҙ күңелемдең

Барлыҡ хистәрен дә һөйләрҙәр.

.

Селтәрҙәргә һалам биҙәк итеп

Ҡыҙҙарымды нисек һөйгәнде:

Һәр бер уңыштарға шатланыуҙы,

Ҡыйын саҡтарында көйгәнде.

 

Иң ҙур байлыҡ, тиеп был селтәргә

Ейән-ейәнсәрҙәр яҙылған,

Йәшәүемдең дауамдары булып

Ете яҡҡа ептәр һуҙылған.

 

Селтәремдә иң ҙур биҙәк иттем

Хәләл ефетемә һөйөүҙе,

Тормош йөгөн икәү бергә тартып,

Бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеүҙе.

 

Селтәремдә минең төп урында

Иң ҙур биҙәк – иман биҙәге!

Ул биҙәктәр ябай ғына түгел,

Нурҙар һибеп тора үҙҙәре.

 

Һиҙелмәй ҙә ҡалған, бәйләй торғас,

Йомғағымдың кәмей барғаны.

Селтәремдең матур биҙәктәрҙән

Һәр көн һайын артып торғаны...

 

Кәмеһә лә, бер ҙә үкенмәйем,

Ниндәй матур селтәр бәйләнә!

Ғүмеркәйең бушҡа уҙмай, тиеп

Әйләнә лә йомғаҡ әйләнә…

- Фәүзиә ҠОТЛОГИЛДИНА (АЛТЫНБИКӘ) 

Читайте нас