Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
3 Ноябрь 2022, 12:00

"Салауат"тар грант алған!

Еңеүгә лайыҡ булған проект «Донбасс Геройҙары – Башҡортостан Геройҙары» тип атала. Был – Украинала махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәр тураһында ҡыҫҡа биографик документаль фильмдар циклы.

"Салауат"тар грант алған!"Салауат"тар грант алған!
"Салауат"тар грант алған!

Салауат ҡалаһының ошо уҡ исемдәге телекомпанияһы Мәҙәни башланғыстар буйынса Президент фондының грант конкурсында еңеп сыҡҡан.

Был – телекомпанияның гранттар өлкәһендәге беренсе еңеүе. Еңеүгә лайыҡ булған проект «Донбасс Геройҙары – Башҡортостан Геройҙары» тип атала. Был – Украинала махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәр тураһында ҡыҫҡа биографик документаль фильмдар циклы.

Фильмда геройҙар биографияларының иң тулҡынландырғыс, иҫтәлекле мәлдәрен яҡтыртыла һәм күрһәтеләсәк. Уларҙың тормошо туғандары һәм дуҫтары, класташтары һәм уҡытыусылары хәтирәләре аша бирелә, фото- һәм видеоматериал, архив, шәхси һәм ғаилә документтары менән тулыландырыла.

«Беҙ һәр яҡташ яугирҙең тарихы төрлө йәштәге ҡала һәм республика халҡына намыҫ, ҡаһарманлыҡ өлгөһөнә әүерелеүен теләр инек, – ти проект авторы Зөлфиә Һөйәрғолова. – Беҙҙең күҙ алдында илдең һәм донъяның ҙур тарихы яҙыла, ә унда – батырлыҡ һәм фиҙакәрлеккә тулы айырым геройҙарҙың яҙмыштары. Беҙҙе ташлап киткән һәр геройҙың күңеленең асылына төшөү, йөрәгендә ни ятҡанын аңлау —үҙебеҙҙең миссияны ошонда күрәбеҙ».

"Салауат"тар грант алған!
"Салауат"тар грант алған!
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас