

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте йортонда 2022 йылда журналистика өлкәһендәге иң яҡшы эштәр өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттарын тәбрикләнеләр. Уларҙы республиканың матбуғат һәм киң мәғлүмәт агентлығы етәксеһе М.Ульчев ҡотланы. “Мәртәбәле премияның Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан тапшырылыуы смимволик мәғәнәгә эйә. Был байрамға бәйле ҡиммәттәр бөгөн дә көнүҙәк, барыбыҙға ла яҡын төшөнсәләр”, – тине ул.
Быйылғы лауреаттар: Тәлғәт Сәғитов – журналистика ветераны, “Хәтер ипкендәре” эсселар китабы өсөн; Фәнзил Санъяров – республика матбуғатында баҫылған замандаштар хаҡындағы мәҡәләләре өсөн; Айгөл Усманова – “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы хеҙмәткәре, Башҡортостанда мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереүгә бәйле тапшырыуҙар өсөн.
Премияға лайыҡ булыусылар комиссия ағзаларына, республика хөкүмәтенә уларҙың эштәренә ҙур баһа биргәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе, артабан да яңыса дәрт менән эшләү, матбуғат менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеү теләген еткерҙе.
А.Нурмөхәмәтов фотолары.