

Мәскәүҙәге Татар мәҙәни үҙәге китапханаһында күренекле башҡорт совет һәм Рәсәй сатиригы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, шағир, публицист һәм йәмәғәт эшмәкәре Марсель Сәлимовтың китап һөйөүселәр менән йәнле осрашыуы булды. “Туғандаш халыҡтар дуҫлығы һәм әҙәбиәт кисәһе”ндә юмористың яҡташтары, дуҫтары һәм коллегалары, Мәскәү башҡорттары һәм татарҙары, ижади һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, шағирҙар, яҙыусылар, журналистар ҡатнашты.
Мәғлүм булыуынса, Рәсәйҙең һәм БССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Дуҫлыҡ ордены кавалеры Марсель Сәлимов – рус, башҡорт, татар, сыуаш, инглиз, болгар һәм украин телдәрендә 50-гә яҡын китап авторы. Сатириктың айырым әҫәрҙәре 50-гә яҡын телгә тәржемә ителгән һәм Рәсәй, сит ил баҫмаларында донъя күргән.
Күркәм сарала Марсель Шәйнур улы республикала әҙәбиәт һәм мәҙәниәт өлкәһендәге һуңғы яңылыҡтар менән уртаҡлашты, үҙенең ижади һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге, Рәсәй төбәктәренән яҙыусылар, сатирик журналдарҙың баш мөхәррирҙәре менән күп йыллыҡ дуҫлығы хаҡында һөйләне. Кисәлә уның шиғырҙарына яҙылған йырҙар яңғыраны. Марсель Сәлимов башҡорт, татар һәм рус телдәрендә үҙенең шиғырҙарын уҡыны, тамашасыларҙың һорауҙарына ихлас яуап бирҙе. Сараның аҙағында ул китапханаға китаптарын бүләк итте.
Фото: vk.com
Сығанаҡ: vk.com/club103375156