

Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында мәшһүр композитор, БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, 1973 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы Рим Хәсәновҡа 75 йәш тулыуға арналған “Милли музыка мәҙәниәте мәсьәләләре” халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы булды. Уны институттың музыка тарихы кафедраһындағы традицион музыкаль башҡарыу һәм этномузыкология кафедраһы ойошторҙо.
Сәнғәт институты етәкселеге исеменән ғилми эш буйынса проректор, сәнғәт теорияһы һәм тарихы кафедраһы мөдире, доцент Айһылыу Сәғитова сығыш яһаны. Тәүге докладсы – З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының кафедра мөдире, сәнғәт фәндәре кандидаты, профессор, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Нелли Әхмәтйәнова Рим Хәсәновтың иң билдәле йырҙары тураһында ентекле һөйләне. Конференцияла вокаль снғәт кафедраһы профессоры, сәнғәт фәндәре кандидаты, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Иҙрис Ғәзиев Рим Мәхмүт улының йыр репертуарына анализ яһаны, уның йырын йырлап ишеттерҙе.
Сарала шулай уҡ халыҡ уйын ҡоралдары кафедраһы доценты Рәшиҙә Сәғәҙиева, вокаль сәнғәт кафедраһы мөдире, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәрзәнә Сәғитова, халыҡ уйын ҡоралдары кафедраһы мөдире, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Олег Мельников телмәр тотто. Конференция ҡунағы, Көнсығыш-Себер дәүләт мәҙәниәт институты доценты Лариса Санжиева онлайн тәртибендә, Ҡытай Халыҡ Республикаһынан институт магистранты Фу Линьжуй, сәнғәт фәндәре докторы, дөйөм фортепиано курсы кафедраһы профессоры Нинель Ғарипова сығыш яһаны.
Фото: vk.com/wall-173417869_8536
Сығанаҡ: vk.com/wall-173417869_8536