4 ноябрь – Халыҡтар берҙәмлеге көнө сиктәрендә музейҙарҙа, китапханаларҙа, клубтарҙа, театрҙарҙа, филармонияларҙа һәм башҡа мәҙәни учреждениеларында “Сәнғәт берләштерә” девизы аҫтында “Сәнғәт төнө – 2022” Бөтә Рәсәй мәҙәни акцияһы ойошторолдо.
Мәҫәлән, республикабыҙҙың музейҙарында (йөҙ тирәһе дәүләт һәм муниципаль музейы) саралар шаулап-гөрләп үтте. Бында өр-яңы композициялар, концерт программалары, күргәҙмә-йәрминкәләр менән танышырға мөмкин ине, оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде. Төндә күп музейҙарға “Пушкин картаһы” менән инеп булды.
“Сәнғәт төнө” акцияһы республикабыҙҙа ике тема буйынса уҙғарылды. “Мәҙәни мираҫ йылы” сиктәрендә һәм “Беҙ – берҙәм” девизы аҫтында үтеүе шуға асыҡ миҫал. “Раритетҡа ғүмер бүләк ит” бүләк итеү акцияһына йомғаҡ яһалды.
Башҡортостан Милли музейы белгестәре бик бай программа төҙөгән. Әйтәйек, музейға килеүселәр республикабыҙҙың сәнғәте һәм мәҙәниәте менән бөтә яҡлап та танышты. Бындағы даими экспозицияларҙан тыш рәссам Илдар Ғәниевтың “Уралдың тын алышы” тигән күргәҙмәһе һәм Үҙәк ҡала китапханаһының китап экспозицияһы эшләне. Һәр кем махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға хат яҙҙы. Олоһо ла, кесеһе лә мәмерйә кешеһе менән аралашты.
Шулай уҡ Башҡортостан Милли музейындағы һәм уның филиалдарындағы, Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт һынлы сәнғәт музейындағы, республикабыҙҙың Әҙәбиәт музейындағы һәм уның филиалдарындағы, республикабыҙҙың Хәрби дан музейындағы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейындағы бай йөкмәткеле сараларҙа ҡатнашты өфөләр һәм ҡунаҡтар.
Шул иғтибарға лайыҡ, ошо акцияла 22 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.