

Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә лә “Сәнғәт төнө” акцияһы ойошторолдо. Быйыл ул Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә тура килтереп үткәрелде һәм “Беҙҙең традициялар” темаһына бағышланды. Был акция Башҡортостанда ла уңышлы тормошҡа ашырылды. Акцияға яуаплылар сәнғәт һөйөүселәр өсөн музейҙарҙа, театрҙарҙа, күргәҙмә һәм концерт залдарында, китапханаларҙа төрлө бай йөкмәткеле саралар уҙғарҙы.
Мәҫәлән, өфөләр һәм ҡунаҡтар республикабыҙҙың Милли музейына сәфәр ҡылды. Бында бай программа әҙерләнгәйне. Милли музейҙа бүләк итеү мәрхәмәтлелек акцияһына (ул 19 сентябрҙән 1 ноябргә хәтлем барҙы) йомғаҡ яһалыуы шуға асыҡ миҫал. Шулай уҡ “Раритетҡа ғүмер бүләк ит” күргәҙмәһен олоһо ла, кесеһе лә ҡыҙыҡһынып һәм яратып ҡараны. Ул төндө сәнғәт әһелдәре дәртле йырҙары менән күңелдәрҙе күтәрҙе.
Бынан тыш Нестеров исемендәге Башҡорт һынлы сәнғәт музейында, Хәрби дан республика музейында, 112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында, “Урал” халыҡ ижады галереяһында, “Ижад” күргәҙмәләр залында, шулай уҡ театрҙарҙа, мәҙәниәт усаҡтарында, китапханаларҙа ла төрлө ҡыҙыҡлы саралар уҙҙы.
– Беҙ йыл да “Сәнғәт төнө”ндә ҡатнашабыҙ, – тип һөйләй Йәмилә Бохармәтова. – Әле генә Нестеров музейынан сыҡтыҡ, хәҙер Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына барабыҙ. Ҡыҙ һәм улдарыбыҙҙың сәнғәткә тартылыуына ҡыуанысыбыҙ сикһеҙ.
Йәмилә менән Әкрәм Бохармәтовтар балалары Зөләйха, Буранбай һәм Хәлим менән күмәкләшеп мәртәбәле акцияла ҡатнашты.
Фото: Регина Камалова.