Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
6 Ноябрь 2022, 16:15

Гармунсылар конкурсы тамам!

Кемдәр еңеүсе?

Гармунсылар конкурсы тамам!Гармунсылар конкурсы тамам!
Гармунсылар конкурсы тамам!

Гармунсылар көнө айҡанлы иғлан ителгән “Тынмаһын гармун моңо” тигән конкурсыбыҙ аҙағына етте. Республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларынан 17 һәүәҫкәр гармунсы еңеүсе исеме өсөн көрәште. Улар араһында  уҡытыусылар, водителдәр, нефтселәр, крансылар, ветеринар табиптар һәм башҡа һөнәр эйәләре булды.Тәүге минуттарҙан уҡ конкурс ҡыҙыу башланып китте. Мәләүез һәм Бөрйән районы гармунсылары өсөн тауыш биреү бигерәк тә йәнле  барҙы.  

Конкурс шарты буйынса иң күп тауыш йыйғандар еңеүсе исеменә лайыҡ булды. Һөҙөмтәлә, 1-се урынды Мәләүез ҡалаһынан Рөстәм Якиев, 2-се урынды Бөрйән районының Яңы Мөсәт ауылынан Мөхәррәм Ҡасҡынбаев, 3-сө урынды Бүздәк районының Яңы Таулар ауылынан Ришат Ғәйнетдинов яуланы. Уларҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!  Шулай уҡ ошо конкурста ҡатнашҡан барлыҡ гармунсыларға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Төп маҡсатыбыҙ - еңеүсене асыҡлау түгел, ә халҡыбыҙҙың күңел төпкөлөндәге көй- моңдарын ишеттереү, тергеҙеү, халыҡ ынйыларын танытыу ине һәм  беҙ уға өлгәштек!

Һөҙөмтәләр

Фото: гармунсылар архивынан.

 

Гармунсылар конкурсы тамам!
Гармунсылар конкурсы тамам!
Гармунсылар конкурсы тамам!
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас