Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
7 Ноябрь 2022, 22:00

"Ғәфү ит, улым..."

Конвертты асып ебәргәс, уның эсенән хат һәм бер сабыйҙың фотолары килеп сыҡты. Хатта бер нисә генә һөйләм: “Айрат! Һинән йәшерә торған сер түгел. Был фотола – улың Рәмил..."

"Ғәфү ит, улым..."
"Ғәфү ит, улым..."

Кәйефе яҡшы бөгөн Айраттың – яратҡан ҡыҙы Шәүрә кейәүгә сығырға тигән тәҡдимен ҡабул итте, шуға шатлығынан башы әйләнеп йөрөй. Әле икеһе лә юғары уҡыу йортоноң һуңғы курсында белем ала. Айрат – педагогия институтында, Шәүрә – буласаҡ иҡтисадсы.

Әле Айрат республиканың алдынғы гимназияларының береһенә практикаға йыйына. Ике ай буйы һөйгәненән айырылып тороу күңелен болоҡһотһа ла, тиҙҙән бөтөнләйгә ҡауышыу уйы йөрәген йылыта. Юлға кәрәк-яраҡты әҙерләп ҡуйырға тип ятаҡҡа йүнәлде. Көҙ булһа ла, ҡояш иркәләп йылы нурын һибә. Сумаҙанын тултырып, сәй эсеп алыуға, йөҙө ҡояштай балҡып Шәүрә килеп инде.

Кистәре бик матур үтте. Салауат Юлаев һәйкәле янында рәхәтләнеп йөрөнөләр, үҙҙәре яратҡан туңдырма менән һыйландылар. Ә иртәгәһенә Айрат районға юлланды.

Мәктәп етәксеһе Вәкил Вил улы йылы ҡаршыланы. Йәш кадрҙар бик кәрәк ине ауылға. Уҡыу йортонда уҡытыусы ир-егеттәрҙең наҡыҫлығы ла тойола. Кем белә, бәлки, эшкә лә килер әле. Ҡасандан бирле мәктәпкә физика уҡытыусыһын таба алмайҙар.

Кеше менән аралашыусан, асыҡ күңелле Айрат коллективта үҙ урынын тиҙ тапты. Дәрестәр ҙә бирҙе, мәҙәни сараларҙы ойоштороуҙың уртаһында ҡайнаны. Кәрәк саҡта сәхнәгә сығып йырланы ла, бейене лә. Йәштәштәре байтаҡ ине. Бергәләп ҡыҙыҡлы кисәләр ойошторҙолар. Улар араһында быйыл ғына педучилище тамамлап килгән Мәҙинә менән айырыуса дуҫлашып киттеләр. Икеһенең дә тәжрибәһе юҡ, шуға бер-береһенән һораша-һораша план төҙөргә, дәрес үткәрергә өйрәнделәр. Бер урамда йәшәгәс, йыш ҡына бергә мәктәпкә барып, бергә ҡайттылар. Кисен клубта сара булһа ла, икәүләп сығып киттеләр. Шоморттай ҡара күҙле, тубыҡтан түбән төшөп торған ҡара сәсле ҡыҙ үҙенең Шәүрәһенә лә оҡшап тора ине.

Күрешкәндә һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне. Айрат үҙенең һөйгәне Шәүрә менән өйләнешергә йыйыныуҙары тураһында серҙәре менән дә уртаҡлашты.  

Әллә ни барғыһы килмәй генә сығып киткән практика аҙағына яҡынлашты. Мәктәптә һуңғы дәресен биргәс тә Өфөгә юлланырға уйлағайны Айрат, ауылда аралашып йөрөгән дуҫ егете армияға юлланыу сәбәпле, уны оҙатыу кисәһенә саҡырҙы.

Бөтә ауыл йәштәре килгән, ахыры. Улар араһында Мәҙинәне күргәс, Айрат шатланып китте. Бергә ҡайтырға иптәш тә булды, тип уйланы. Байрам бик күңелле барҙы. Тәүҙә армияға йыйынған егетте ҡотланылар, аҙаҡ Айраттың баш ҡалаға ҡайтып китеү сәбәбе лә ҡушылды. Ҡеүәтле эсемлекте әҙ-мәҙ генә йотоп ултырһа ла, эсеп өйрәнмәгән кешенең быуынына төштө лә ҡуйҙы. Эргәһендәге Мәҙинәнең дә биттәре алһыуланып китте. Төн уртаһында ғына ҡайтыу яғына сыҡты Айрат менән Мәҙинә. Ҡыҙ шунда Айратты оҡшатыуы тураһында белдерҙе. Алкоголь шауҡымы тәьҫир иттеме икән, йәштәр шул кистә уйламаған аҙым яһаны.

Иртә менән Айрат Өфөгә юлланды. Был ваҡиғаны тиҙерәк күңеленән юйып ташларға тырышты. Тәүҙә Мәҙинә алдында үҙен ғәйепле тойоу хисе йонсотһа ла, тормош үҙ яйы менән дауам итте.

Ә йәйгә гөрләп туйҙары үтте. Айрат ауылда мәктәпкә уҡытыусы булып урынлашты, Шәүрәне хужалыҡҡа бухгалтер итеп ҡуйҙылар. Атайҙары йорто эргәһендә ер биләмәһе алып, өй һала башланылар. Бер йыл тигәндә улдары Фәнил тыуҙы. Шулай эшкә, донъяға әүрәп ваҡыт үтә торҙо. Ә бер көн эштән ҡайтып килгәнендә Айратты почтальон апай туҡтатып, уға заказлы хат килеүен әйтте.

Юл ыңғайында уҡ был ҡалын  конвертты асып ҡараны. Кемдән икән? Асып ебәрһә, унан хат һәм бер йәш тирәһендәге сабыйҙың фотолары килеп сыҡты. Хатта бер нисә генә һөйләм яҙылған. “Айрат! Һинән йәшерә торған сер түгел. Был фотола – улың Рәмил. Һинең менән бәйләнеш өҙөлгәс, кейәүгә сыҡтым. Ирем уны үҙенеке һымаҡ ҡабул итте. Һинең дә өйләнгәнеңде беләм. Бәхетле бул! Мәҙинә”, – тиелгәйне унда.

Үҙенең улы Фәнилдең һыҙаттарын күреп, таң ҡалды Айрат. Ток һуҡҡан һымаҡ, нимә эшләргә белмәй шаңҡып торҙо. Йәһәтләп фотоларҙы конверт эсенә тыҡты ла, бер кемгә лә өндәшмәй, өй башына мендергән иҫке сумаҙанының төбөнә ныҡлап йәшереп ҡуйҙы.

Шулай ҙа сабыйы күңеленән сыҡманы. Үҙенең Фәниленә ҡараған һайын, ситтәгеһе лә хәтеренә төштө. Шәүрә менән Айраттың башҡа балалары булманы. Фәнилде күҙ ҡараһы кеүек һаҡлап, ҡәҙерләп кенә үҫтерҙеләр, теләгәнен кейҙе, теләгәнен ашаны. Әле генә мәктәпкә төшкән һымаҡ ине, ун беренсене тамамлаған мәле еткәнен дә һиҙмәй ҡалдылар. Юғары уҡыу йортона инеүенә машина бүләк иттеләр. Ғүмер буйы икәүләшеп баш баҫып эшләнеләр. Шәхси хужалыҡтарында ла күпләп мал аҫрап, файҙаһын күрҙеләр.

Фәнил  студент сағында ятаҡта йәшәһә лә, ҡулына диплом алыуына ата-әсәһе фатирлы итте. Бер бөртөк бала иркә булманы. Ата-әсәһенең изгелеген аңлаған аҡыллы малай булып үҫте. Аҙна һайын тиерлек ауылға ҡайтып, ярҙамлашып торҙо.

Тормоштарын аҫтын-өҫкә әйләндергән көндә лә ул, бәрәңге сығарышырға тип, һуңлап ҡына юлға сыҡҡайны. Тик... ҡайтып ҡына етә алманы. Ҡаршыһына иҫерек водитель килеп сығып, аварияға осраны. Бер аҙна буйы аңына килә алмай дауаханала ятты. Йүнәлер, иҫән ҡалыр тип, керпек ҡаҡмай эргәһендә көттө атай менән әсәй, ләкин улдары яҡты донъянан китеп барҙы. Ошо рәүешле Шәүрә менән Айраттың балҡып торған тормошо ла һүнде, эшләргә дәрттәре лә, йәшәүгә өмөттәре лә юғалды. Донъяларын балалары ғына тотоп торған икән. Әсәй кеше, был ҡайғыны күтәрә алмайынса, бер нисә айҙан йөрәк өйәнәгенән ҡапыл ғына мәрхүмә булды.  

Шығырлап торған ҙур донъяла яңғыҙы тороп ҡалды Айрат. Тормош тураһында уйланыуҙарға йыш бирелде. Күңелен эше менән баҫырға тырышты. Ә бер мәл өй башына менгәндә күҙе иҫке сумаҙанға төштө. Кәрәкмәй тип һалынған ҡағыҙҙары, фотоһүрәттәр араһынан ҡабаланып теге хатты эҙләргә кереште. Бына бит ул! Нисек бар - шулай ята. Бер нәмә лә булмаған, хатта саң да инмәгән. Фәниленә һыу тамсыһы һымаҡ оҡшаған икенсе улы Рәмиле йылмайып тора. Хәҙер ҡайҙа икән? Яҙмышы нисек? Уны күргеһе, һөйләшкеһе, быға тиклем яҙмышы менән ҡыҙыҡһынмағаны өсөн ғәфү үтенгеһе килде, ләкин быға үҙендә көс таба алманы. Шулай бер-береһенә оҡшаш күңелһеҙ көндәр дауам итте.

Яңы йыл алдынан Айратҡа бер туған Зилә апаһы килеп инде. Ҡыҙы кейәүгә сығасағын хәбәр итеп, туйға саҡырҙы. Айрат унан егетенең ҡайһы яҡтан булыуын һорашты, бынан 25 йыл элек үҙе практика үткән ауылдың исемен ишеткәс, телһеҙ ҡалды, йөрәге дарҫлап тибергә кереште. Шунда ул апаһына  ғүмер буйы һаҡлап йөрөткән серен асты.

Көндән-көн ҡара ҡайғынан һурыла барған ҡустыһының яҙмышы өсөн борсолған апаһы буласаҡ ҡоҙағыйынан үҙен ҡыҙыҡһындырған хәбәрҙе белеште. Бик тиҙҙән Айрат Мәҙинә менән улы Рәмилдең яҙмышы тураһында ишетте. Мәҙинә тормошҡа сыҡҡас, ауылда төпләнгән, ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләгән, ире лә абруйлы кеше – клуб мөдире вазифаһында. Бергәләп алты бала үҫтергәндәр. Рәмилдәре, институт тамамлап, кәләш алып, ауылда донъя көтә, яңыраҡ ҡына сабыйы тыуған...

Шул тиклем ашҡынып әҙерләнде, тилмереп көттө Айрат туй көнөн. Һәм, ниһайәт, йәшлегендә булған ауылға аяҡ баҫты. Хәтирәләр күңеленең аҫтын өҫкә килтерҙе...

“Һаумы, Айрат” тигән тауышҡа әйләнеп ҡараһа, Мәҙинә тора. Шул уҡ ҡара күҙҙәр, оҙон тулҡынлы сәс, мөләйем йылмайыу. Эргәһендә мыҡты кәүҙәле ир ҙә бар.

"Был минең ирем. Беҙ хәҙер ҡоҙалар булабыҙ, Айрат. Апайыңдың ҡыҙы минең иремдең нәҫеленә кейәүгә сыға. Әйҙә, ҡунаҡтар ултырыша башланы, өйгә инәйек", – тине Мәҙинә.

Улы Рәмил тураһында бик ныҡ һорағыһы килһә лә, Айраттың баҙнаты  етмәне. Уңайлы мәлде көттө. ”Их, ситтән генә бер күҙ һалһам да, күңелем булыр ине” тигән уй тынғы бирмәне.

Таңға тиклем гөрләне туй. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, оҙаҡ йоҡлай алманы Айрат, иртүк уянып ишек алдына сыҡты. Шул ваҡыт ҡапҡанан инеп килгән Мәҙинә:

- Айрат, әйҙә, улың менән танышып, уның донъяһын да күреп сыҡ, – тине.

Күңеле менән был һүҙҙәрҙе көтөп йөрөһә лә, ишеткәс, быуынһыҙланды ла ҡуйҙы ир.

Туй барған йорттан йыраҡ та китмәнеләр, кирбестән һалынған ҙур өй эргәһендә туҡталдылар. Ул да булмай, ишектән Фәнил улының ҡойоп ҡуйған күсермәһе - Рәмиле күренде. Шул тиклем ныҡ оҡшашлыҡҡа йәнә ғәжәп итеп, уйҙары тарҡалды Айраттың. Күңел көсөргәнешен нисек бушатырға белмәне.

- Быға тиклем килеп күрмәгәнемә ғәфү ит, улым, – тип кенә әйтә алды Айрат.

- Һиңә бер үпкәм дә юҡ, тормош бит ул. Яҙмышыма рәхмәтлемен, сөнки мине үҫтергән атайым шул тиклем матур тәрбиә бирҙе. Ысын атайымдың башҡа кеше булыуын мин ир ҡорона еткәс кенә белдем, – тине ул.

Хан һарайы һымаҡ йорт бөтөргән, ауылда табип булып эшләгән улы өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уянды. Күңелендә йәшәү осҡоно ҡабынды.

Ә инде бер йәшлек ейәнен күреүгә йөрәге шатлыҡҡа тулышты, был донъяға ҡабаттан тыуған һымаҡ булды, тормошона  яңы һулыш инде. Ваҡытында Рәмил улына күрһәтмәгән иғтибарҙы, һөйөүҙе ул ейәненә бирәсәк!

Был ауылға юлы йышайҙы Айраттың. Эш хаҡы алһа, уйынсыҡтар, тәмлекәстәрҙе мул итеп тейәй ҙә ейәне янына ашҡына. Шулай итеп, яйлап ҡына һүнеп барған тормошонда йәшәү осҡоно барлыҡҡа килде. Ейәненә әкиәттәр уҡыуҙан, уның менән төрлө уйын уйнауҙан күңеленә йәм тапты. Уны һағынып көтөп алыусы булыуы, кемгәлер кәрәклеген тойоу хисе йәшәү мәғәнәһен ҡайтарҙы.

Ә бер аҙҙан улы Рәмил уны бөтөнләйгә үҙенең эргәһенә күсереп алды.

- Һаулығың ҡаҡшаған. Бындай ҡан баҫымы менән яңғыҙ йәшәү хәүефле, беҙҙең янда ҡараулыраҡ булырһың, – тине.

Үҫкән сағында күрергә лә ваҡыт тапмағын улының донъяһында ҡәҙер-хөрмәттә йәшәүе өсөн яҙмышына бик тә  рәхмәтле Айрат. Һин уйламаған яҡҡа ла әйләндереп ҡуя шул донъяны был тормош тигәнең...

Фото: magictantra.ru

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: