Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
8 Ноябрь 2022, 15:00

Афарин, Арғаяш башҡорттары!

"Әсәйебеҙ ковидты бик ауыр кисереп, хәрәкәт итеү мөмкинлеге сикләнде. Шуға күрә..."

Афарин, Арғаяш башҡорттары!Афарин, Арғаяш башҡорттары!
Афарин, Арғаяш башҡорттары!

Был видеола моңло итеп йыр башҡарған ханым – Нәсимә Йәлил ҡыҙы Саҙретдинова. Ул Арғаяш районының Березовка ауылында йәшәй.

Әлеге видеояҙма социаль селтәрҙә таралғас, үҙҙәре хаҡында Илмир Саҙретдинов атлы милләттәшебеҙ бына нимәләр тип яҙып ебәрҙе. “Әсәйем Нәсимә Йәлил ҡыҙы бөтә ғүмере буйы коррекцион мәктәп-интернатта тәрбиәсе булып эшләне, ул – хеҙмәт ветераны. Атайым Радик Әхмәт улы ла тәрбиәсе булды, үкенескә ҡаршы, өс йыл элек мәрхүм булып ҡалды. Апайҙарым Гөлшат һәм Регина ла атай-әсәй юлын һайлап, уҡытыусылар булып эшләй.

Әсәйебеҙ ковидты бик ауыр кисереү сәбәпле, хәрәкәт итеү мөмкинлеге сикләнде, хәҙер күберәк ултырып эштәр башҡарырға мәжбүр. Шуға күрә уның көнкүрешен аҙ ғына булһа ла йәмләр өсөн ошолайтып, йырлап-моңланып алабыҙ. Һеҙгә тағы ла видеояҙмалар юлларбыҙ әле”, - тип яҙҙы Илмир.

Илмир үҙе лә һөнәре буйынса уҡытыусы, әммә әлеге ваҡытта Силәбелә һаҡ хеҙмәтендә эшләп йөрөй. “Йәшәгән ауылыбыҙ Березовка күп милләтле, дуҫ, татыу йәшәйбеҙ. Шул уҡ ваҡытта төйәк иткән еребеҙҙең аҫаба халҡы булыуыбыҙҙы, йыр-моңдарыбыҙҙы онотмайбыҙ, туған телдә аралашабыҙ”, - ти ул.

Фото: И. Саҙретдиновтың видеояҙмаһынан скриншот.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас