Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
8 Ноябрь 2022, 05:00

Театрға яңы баш режиссер тәғәйенләнде

быға тиклем ул «Сулпан» балалар театрының художество етәксеһе булып эшләй.

Театрға яңы баш режиссер тәғәйенләндеТеатрға яңы баш режиссер тәғәйенләнде
Театрға яңы баш режиссер тәғәйенләнде

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрының баш режиссеры вазифаһына Денис Сәлим улы Нурғәлин тәғәйенләнде.

Ул 1985 йылдың 25 ғинуарында Әбйәлил районы Ташбулат ауылында тыуған.

2000-2002 йылдарҙа Сибай сәнғәт колледжының театр бүлегендә уҡый (уҡытыусыһы - Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Сәлихйән Ғиниәт улы Әфләтунов).

2002-2007 йылдарҙа Рәсәй дәүләт академия бәләкәй театры янындағы М.С. Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһында (институт) театр һәм кино артисы һөнәре буйынса белемен камиллаштыра (уҡытыусыһы - Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Владимир Прохорович Селезнев).

2007 йылда Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында эш башлай. «Мораҙым. Мөхәббәттән ҡөҙрәтлерәк», «Ғәйебем булһа кисерегеҙ», «Ҡотлайым, һин атай булдың!», «Бисәкәй» спектаклдәрендә төрлө характерлы ролдәр, ә «Ҡәрҙәштәр» спектаклендә төп ролде – Ишмырҙаны башҡара. Әрме сафында хеҙмәт итеп ҡайта. «Панорама» киностудияһы төшөргән «Дорогой мой человек», «AVI» киностудияһының «Алмабикә» фильмдарында, А. Йәнбәков башҡарған «Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә» йырына төшөрөлгән клипта төшә.

2018 йылдан Сибай концерт-театр берекмәһенең «Сулпан» балалар театрында актер һәм режиссер ярҙамсыһы булып эшләй. Сәхнәлә уйнауҙан тыш, шиғырҙар ҙа яҙа.

Башҡарған ролдәре:
«Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» - Хәмитйән ; «Аладдин» - Батша һаҡсыһы, Сәсән; «Ҡанифа юлы» - Ҡорман ; «Тылсымлы һыбыҙғы» - Ҡыш бабай; «Тоҡ эсендәге бәхет» - Айыу; «Батырҙарҙы данлар илем бар!» - Дементьев, Брагин; «Аҫаба булған ҡан-бабам, аҫаба булыр балам» - Ҡаһым түрә; «А зори здесь тихие…» - старшина Васков; «Новогодняя сказка» - Богатырь, Дед Мороз; «Храбрый портняжка» - Великан.

2022 йылда (март-октябрь) «Сулпан» балалар театрының художество етәксеһе булып эшләй.

Тормош иптәше Дилә менән Зәлиә һәм Камилия исемле ҡыҙҙар үҫтерәләр.

Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас