

Уҙып барған көн тағы ла бер ҙур ваҡиға менән үҙенсәлекле булды – кис М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында “Ҡаршылыҡтарҙы емереп-2022” төбәк-ара инклюзив балалар ижады фестиваленең гала-концерты үтте.
Унда, физик мөмкинлектәре ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, һәләтле, маҡсатлы балалар барыһы бер сәхнәлә сығыш яһаны. Был юлы фестиваль “Балалар - балаларға” форматында үтте һәм “Ҡаршылыҡтарҙы емереп” инклюзив һәм “Газпром” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең “Факел” корпоратив фестивалдәрен берләштерҙе.
Быйыл конкурсҡа Рәсәйҙең 12 төбәгенән 370-тән ашыу ғариза ҡабул ителгән. Балалар үҙҙәренең ижади һәләтен вокал, хореография, инструменталь ижад һәм үҙенсәлекле жанрҙа сағылдырҙы.
Гала-концертты "Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе" проекты етәксеһе Каринэ Хәбирова асып, һәр баланың һәләтле булыуын билдәләне, уларҙы даими үҫтереү кәрәклеген әйтте. Артабан Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова балалар өсөн ошондай күркәм сара ойошторолғанына сикһеҙ ҡыуанысын белдерҙе, һаулыҡ мөмкинлеге сиклеләр өсөн булдырыласаҡ яңы уңайлы шарттар тураһында ла хәбәр итте.
Илебеҙҙең төрлө төбәктәренән йыйылған талант эйәләре был кистә үҙҙәрен йырҙа ла, бейеүҙә лә, төрлө музыка ҡоралдарында уйнай белеүҙә лә күрһәтте.
Автор фотолары.