

Яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов, үҙен сәхнә әҫәрҙәре өлкәһендә һынап ҡарап, "Кредитҡа алынған ҡатын" тигән беренсе пьесаһын ижад итте. Уны баш ҡалабыҙҙағы "Нур" татар дәүләт драма театры сәхнәләштерҙе. Комедияның режиссеры – Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Йыһаншин. Әйткәндәй, авторҙы ҡыҙыҡлы темаға пьеса яҙыу фекеренә режиссер этәргән. Спектаклдең премьераһы ҙур уңыш менән үтте. Ҡыуаныслы яңылығы менән яҙыусы, хәҙер инде драматургтар рәтен тулыландырған Айгиз Баймөхәмәтов социаль селтәрҙә лә уртаҡлашты. Уңышлы дебюты менән ҡотлап, авторҙан пьесаның яҙылыу тарихын һораштыҡ.
– Йәмғиәт тормошоноң бар өлкәһенә көндән-көн нығыраҡ үтеп инә барған һанлаштырыу донъяны яулай. Шул уҡ ваҡытта ул хәҙерге заман кешеһенең тормошон ябайлаштыра, уңайлыраҡ та итә ала. Эштә, өйҙә, бизнеста – һәр ерҙә кешеләр аҡыллы системалар менән осраша. Күп кешегә был хатта оҡшай. Ә робот менән үҙ-ара мөнәсәбәт ҡороп булыр инеме? Ул кешене алыштыра аламы?.. Был мажаралы тарихтың төп геройы ошондай хәл менән осраша ла инде. Бындай осраҡта үҙеңде нисек тоторға йәки был хәлде нисек булдырмаҫҡа? Һорауға яуапты спектаклде ҡарағас белерһегеҙ, – тип бәйән итте Айгиз Баймөхәмәтов.
Ҡыҙыҡлы тарихта төп ролдәрҙе башҡарыусылар: Искәндәр – Башҡортостандың халыҡ артисы Рушат Мөҙәрисов, робот ҡыҙ ролендә – театрҙың йәш көстәре сафын тулыландырған Зарина Шәүәлиева.
Фотолар – А.Баймөхәмәтовтан.