Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
11 Ноябрь 2022, 17:20

Һауаларҙа оса ике аҡҡош...

Ошо йырҙы кем башҡара? Онотманығыҙмы?

Һауаларҙа оса ике аҡҡош...Һауаларҙа оса ике аҡҡош...
Һауаларҙа оса ике аҡҡош...

Халҡыбыҙҙың алтын фондына ингән ошондай йырҙарҙы онотмау, уларҙы киләсәк быуынға тапшырыу маҡсатында Ауырғазы районында "Ике аҡкош" Бөтә Рәсәй музыкаль конкурсының "Инструменталь башҡарыу" номинацияһы буйынса бәйге үтте. Конкурстың был номинацияһы Ауырғазы райондан сыҡҡан баянсы, композитор, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Бәхти Ғайсиндың ижадына арнала.

Йыл һайын уҙғарылған традицион “Ике аҡкош” конкурсын ойоштороусылар — Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм башҡа милли йәмәғәт ойошмалары, Ауырғазы районы хакимиәте. 2022 - Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылында конкурс Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ ярҙамы менән үткәрелә.

Ауырғазы районы хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов сәләмләп сығыш яһаны, ул конкурсанттарҙы һәм ҡунаҡтарҙы республиканың мәҙәни тормошондағы сағыу ваҡиға менән ҡотланы. Район башлығы билдәләүенсә, Фәриҙә Ҡудашева ла, Бахти Ғайсин да Тыуған илен яратҡан, уға һөйөүҙән илһам алған. Фәриҙә Ҡудашева тормош иптәше, күренекле башҡорт артисы һәм композиторы Бәхти Ғайсин менән бергәләп ижад итә.

– Бындай ижади конкурстар йәштәрҙә милли мәҙәниәткә ҡыҙыҡһыныуҙы, милләттең рухи-интеллектуаль ҡеүәтен арттыра, кешенең ижади эшмәкәрлегенә этәргес булып тора һәм уның милли-әхлаҡи идеалын булдыра. Беҙ йәштәрҙе милли-мәҙәни ҡиммәттәр менән таныштырыуҙан тыш, талантлы башҡарыусыларҙы асыҡларға, уларға ярҙам итергә һәм ижади потенциалын үҫтерергә тырышабыҙ, – тине Арыҫлан Шәһәретдинов, конкурсанттарға уңыштар теләп.

Республика райондарынан һәм ҡалаларынан, Рәсәй өлкәләренән конкурста ҡатнашырға 40-ҡа яҡын ғариза бирелгән, улар араһында туғыҙ инструменталь ансамбль, ике дуэт һәм 27 яңғыҙ башҡарыусы, шулай уҡ Үзбәкстандан бер ғариза бар. Ижади конкурста 10 йәштән 75 йәшкә тиклемге конкурсанттар ҡатнашып, баян, гармун, тальян, думбра, балалайка, мандолина, ҡурай, ҡумыҙ һәм флейта кеүек музыка ҡоралдарында уйнаған. Учалы районынан Динислам Шәһиев - конкурстың иң йәш ҡатнашыусыһы, ә иң оло конкурсант – Ауырғазы районынан Фәйез Сафиуллин.

Сәхнәлә Бәхти Ғайсиндың музыкаль композициялары менән бер рәттән башҡорт, татар, рус, сыуаш, үзбәк халыҡ көйҙәре һәм композиторҙарҙың әҫәрҙәре башҡарылды.

Жюри рәйесе – Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов. Үҙ сығышында ул был конкурстың мөһимлеген билдәләне.

– Бөгөнгө конкурс төрлө быуын музыканттарын йыйҙы, бында һәүәҫкәр башҡарыусыларҙың тәжрибәһе һәм оҫталығы үҙ-ара ҡушылды, йәштәрҙең остаздар артынан дөрөҫ барып, ижади юлын табырға ынтылышы ҡыуандыра. Беҙҙең конкурстың маҡсаты бер – милли-мәҙәни байлыҡты Фәриҙә Ҡудашева һәм Бәхти Ғайсин ижадын таратыу юлы аша һаҡлау. Бөгөн һеҙҙең менән бергә ошо тарихи ваҡиғаның бер өлөшө булыуыма бик шатмын! — тине жюри рәйесе.

Конкурстың гала-концерты һәм еңеүселәрҙе бүләкләү 1 декабрҙә Өфөлә, Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында, үтәсәк.

Фото: Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы.

Һауаларҙа оса ике аҡҡош...
Һауаларҙа оса ике аҡҡош...
Һауаларҙа оса ике аҡҡош...
Һауаларҙа оса ике аҡҡош...
Һауаларҙа оса ике аҡҡош...
Һауаларҙа оса ике аҡҡош...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас