Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
11 Ноябрь 2022, 09:41

Бөгөн яҙыусылар кәрәкме?

Ер әйләнә лә әйләнә...

Ҡайһы саҡ сәйер уй борсой. Ни өсөн халыҡтар ауыҙ-тел ижадына бирелеп китте икән? Кемдер ижад иткән уйҙырманы бүтән кешеләрҙең дә яратыуын, ятлап алып бер-береһенә һөйләүен, тыңлаусыларының һоҡланыуын әйт! Ниндәй генә халыҡты, милләтте алма, ғәжәп камил, күңелгә ятышлы фольклоры булмағанын тапмаҫһың.

Халҡыбыҙҙың быуындан-быуынға тапшырылып, аңына һеңгән аҡыл һәм тасуир ҡаҙнаһы ғына ла ни саҡлы! Йырҙар, бәйеттәр, легендалар, риүәйәттәр, әкиәттәр... Ә эпостар һуң?! Башҡорттоң бер “Урал батыр” эпосы ғына ни тора! Эпостағы аҡыл, образдар сис­темаһы беҙ әле лә асып бөтмәҫлек фәлсәфә – милләтебеҙҙең юғары фекер һәм тасуирлауға һәләтле икәнен һөйләп тора бит.

Ер әйләнә лә әйләнә... Халыҡ­тарҙың инаныс-ышаныстары, йәшәү формаһы үҙгәрә, донъя ҡыйра­лыштар кисерә-кисерә алға тәгәрәй һәм, иң ғәжәбе, кешелек изгелеккә өмөтөн өҙмәй! Романдар, поэмалар, повестар, хикәйәләр, шиғырҙар ижад итә.

Нимәгә кәрәк инде улар? Фәнни-техник ҡаҙаныштар үҫешкән заманда? Алдатҡыс, алдаштырғыс, күңел астырғыс мөмкинлектәр донъя тулы бит! Ысынлап та, яманмы-яҡшымы, ижадҡа ынтылыусыларҙың һаны артығы менән етерлек, араларында бик әрһеҙ, уртаса кимәлдән күтәрелмәгән әйберҙәр яҙып, бүләкләнеүселәр ҙә бар. Булһын да ул. Халыҡтың зауығы бер осор һайығып алған кеүек, тулҡын-тулҡын изгелеккә тарып-һауығып, дауаланып, яңырып алыуға ла һәләтле.

Ижад – һәләтлеләр ғәмәле. Һәләт, әлбиттә, төрлө кимәлдә булырға мөмкин. Рус әҙәбиәтен данға күмгән, донъя мәҙәниәтенә тоташтырған А.С. Пушкин йәшәгән һәм ижад иткән осорҙа ла төрлө кимәлдәге яҙыусылар булған бит. Ә Александр Сергеевич, әле булһа ғәм халыҡтың, нисәмә-нисә милләттең күңел төптәренә үтеп инеп, зиһен һәм күңел шәрифтәрен сарлай ҙа сарлай, уйға һала, тетрәндерә, йыуата...

Һәр төр ижад – милләттең эстетик һәм интеллект кимәленең ни дәрәжәлә булыуының күрһәткесе ул. Халыҡтарҙы байҙарың нисәү булған, нисек мал тапҡандар, ҡара тирле булып эшләпме, йәлдәк­ләшеп-урлашыпмы, тигән категориялар менән баһаламайҙар. Тапҡан малын ҡулланып, халыҡҡа кәрәкле матди ҡулланмалар төҙөп ҡалдырыусыларҙы, әлбиттә, халыҡ онотмай. Милләттең рухи ҡиблаһы ниндәй, нимәне изгелек, нимәне яуызлыҡ тип беләләр, тигән үлсәү аша үткәрә торған ҡағиҙә бар. Мин аслы-туҡлы йәшәгеҙ, өҙлөкһөҙ намаҙлыҡ өҫтөндә ултырығыҙ, шиғыр ятлағыҙ, тимәйем, ни бары ер өҫтөндә йәшәү осоронда, яҡшылыҡ, матурлыҡ асылын төшөнөргә генә тырышырға өндәйем. Ә был төшөнсәләрҙең айышын фәҡәт китаптарҙан табып була. Бар әле, бар халҡыбыҙҙа уй-фекере камил талантлы зыялылар!  Улар белеме, белгәндәре менән уртаҡлашырға ғына тора.

Йәл, милләтебеҙҙең ана шул эстетик-интеллектуаль капиталын тыуҙырған эскерһеҙ һәләтлеләргә ҡарата мөнәсәбәт һыуынды. Дәүләт иҫәбенә китап нәшер итеү ҡыҫҡартылды. Ә бит яҙыусылыҡ – һөнәр, профессия. Ниндәй аҡсаға донъя көтөргә тейеш икән яҙыусы? Күбеһе журналист булып тамағын туйҙыра. Ә журналислыҡ – ауыр һөнәр, ижади кәрҙе сарыф итергә тейешһең бит.

Бөгөн беҙ шундай мәғәнәһеҙлеккә барып еттек, нәшер ителгән китаптарҙың да ҡәҙере юҡ. Милләттәштәребеҙ әҙер китаптарҙы ла һатып алып, кәштәләргә теҙеп ҡуйырға теләмәй. Ә бар ине бит китап кәштәһе булмаған өйҙәргә сәйерһенеп ҡараған заманалар. Мин, мәҫәлән, Мәскәүгә барһам, мотлаҡ букинистика магазинын эҙләйем. Китаптар һатып алам да почта аша Өфөгә оҙатам.

Һәр кемдеке үҙенеке үҙенә ғәзиз. Милли әҙәбиәт милләттең менталитеты, инаныстары, ғөрөф-ғәҙәте кеүек һыналған ҡиммәттәргә таяна. Шул уҡ ваҡытта кешелеккә йәшәү мөмкинлеге биргән дөйөм ҡағиҙәләр ҙә бар. Улар ҙа халҡыбыҙға ят түгел. Ер өҫтөндә йәшәп килгән ҡырҡ ата балаһына һыйышып йәшәүгә мөмкинлек биргән ҡанундарҙы әйтәм.

...Милли әҙәбиәттәрҙе үҫтереү йәш совет власының өҫтөнлөклө маҡсатына әүерелә. 1934 йылдың мартында СССР яҙыусыларының I съезы ойошторола. Милли республикаларҙың яҙыусылары ла бер ҡорға ойоша һәм етди ижадҡа тотона. Башҡортостан Яҙыусылар союзының тәүге рәйесе итеп прозаик Афзал Таһиров һайлана. Рауил Бикбаевты иһә Башҡортостан яҙыусылары 1995 йылда һайлай...

...Бер осор китап булып сыҡҡан әҫәрҙәренең ниндәйҙер өлөшөн һатыуҙы авторҙар үҙҙәре ойошторһа ине, тигән фекер ҙә ишетелеп ҡалды. Бар ул коммерсант һәләтле яҙыусылар. Ә күбеһе бит ҡыйыуһыҙ. Сауҙаға барымһыҙ. Сауҙа менән туранан-тура шөғөлләнеүселәр халыҡты китапҡа ылыҡтырыу юлдарын эҙләргә тейеш, минеңсә. Юғиһә... Юғиһә, беҙ телебеҙҙән яҙған, мәҙәниәтебеҙҙән биҙгән маңҡортҡа әүерелербеҙ бит!  Китап һәр ғаиләнең кәштәһендә торһон ул! Йылдар үткәс тә әйләнеп ҡайтып күҙ һала торған кәңәшсегә, мәғлүмәт сығанағы, хатта күңел йыуатҡысы булһын. Ә халҡыбыҙ аҡыл, йыуаныс, мәғлүмәт сығанағы булған дастан тиклем дастандарыбыҙҙы эше юҡтан ятлап ултырғанмы ни? Заманалар үткәс тә, милләтебеҙҙең ижади һәләтенең тәрәнлеге, юға­рылығы арҡаһында бүтән халыҡтар алдында йөҙөбөҙ яҡты лабаһа! Мостай Кәримдең кешелектең дөйөм ҡиммәттәренә таянған әҫәрҙәре лә милләтебеҙҙең характерын, инаныс­тарының асылын, тотҡан юлы, ҡиблаһы ниндәй­леген, образдар системаһының сөңгөлдәрен СССР халыҡтарына, демократик респуб­ликаларға танытты.

Быйыл Башҡортостан яҙыу­сылары сираттағы ХIХ съезына йыйыласаҡ. Съезд яңы идара ағзаларын, идара рәйесен һай­лаясаҡ.

Портфель өсөн ыҙғышып китеү булмаһын ине. Идара рәйесе булырға теләүселәрҙең исеме ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа ишетелеп ҡала. Йәл, араларында ижади багажы менән абруйлы шәхес дәрәжәһенә күтәрелгән бер генә дәғүәсе лә юҡ.

Шуныһы үкенес, яҙыусылар араһында ла шәхестәр дефициты заманы була икән...

- Тамара ҒӘНИЕВА

Читайте нас