Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
11 Ноябрь 2022, 09:16

"Ең һыҙғанып эшләргә"

Абруйлы премия ҡәнәғәтлек кенә килтермәй, яуаплылыҡ та өҫтәй.

Быйыл республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булғандар араһында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры М. Шайморатовҡа арналған "Ат уйнатып алдан бара..." спектакленең ижади төркөмө – пьесаның авторы Зөһрә Бураҡаева, Башҡорт дәүләт академия драма театрының төп ролде башҡарған актеры Артур Кәбиров һәм бейеүҙәрҙе ҡуйыусы Рәйес Низаметдинов та бар. Бөйөк Ватан һуғышы осорона бәйле тарихи хәтерҙе һаҡлауға, илһөйәрлек, халҡыбыҙҙың ҡаһарманлығы менән ғорурланыу тойғоларын уятыуға булышлыҡ иткән сәхнә әҫәре хәҙер айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Юғары премияға лайыҡ булған талантлы ижадсыларға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

– Республикабыҙҙың абруйлы премияһына тәҡдим ителеү һеҙҙең өсөн көтөлмәгәнсә булдымы? Ниндәй тойғо кисер­ҙегеҙ?

З. Бураҡаева. Был премия минең өсөн, ысынлап та, көтөлмә­гән шатлыҡ булды. Театр етәксе­леге был хаҡта комиссия ултырышы алдынан ғына әйтте, шуға ла премияға тәҡдим ителгәнебеҙҙе белгәндән һуң уны алғанға тиклемге ваҡыт ул тиклем күп булманы. Бәлки, шуғалыр ҙа әлегә тиклем ышанып етмәйемдер.

А. Кәбиров. Әлбиттә, көтөлмәгән хәл ине. Шатландым да, тулҡын­ландым да. Быға ҡәҙәр юғары премияға дәғүә итеү тураһында уй ҙа килгәне булманы. Ҡасандыр уңышты һынап ҡарарға мөмкин, бының өсөн әле эшләргә лә эшләргә, тигән маҡсат ине күңелдә.

Р. Низаметдинов. Был хаҡта белгәс, күңел ҡанатланды, дәрт артты! Премияны алмаған хәлдә лә, дәғүәселәр араһында булыу ижадыңа ҙур мәртәбә өҫтәй, алға барырға көс бирә, маҡсаттарҙы арттыра – бына ошондайыраҡ халәттә инем.

– Еңеүгә өмөтөгөҙ бар инеме? Ҡыуаныслы хәбәрҙе ишеткәс, иң беренсе уйығыҙ ниндәй булды? Ижадташтарығыҙҙы ҡотлар­ға ашыҡтығыҙмы?

З. Бураҡаева. Өмөтһөҙ – шайтан, тигәндәй, әлбиттә, тәҡдим ителгәс, өмөтләнәһең. Тик минең тормош шул тиклем төрлө шатлыҡлы ла, аптырарлыҡ та ваҡиғаларға бай, шуға ла, киләһе көн ниндәй көтөлмәгән хәлдәр килтерер икән, тип йәшәп өйрәнгәнмен. Республикабыҙҙың сәнғәт өлкә­һендәге иң абруйлы премияһына лайыҡ булыу тураһында шатлыҡлы хәбәрҙе ишеткәс тә, уны ҡабул итеп алырға ныҡ матур булып сығырға кәрәк, тигән уй тыуҙы. Ижадташтарымды сәхнәгә сығыр алдынан ҡотланым. Был премия беҙҙе ниндәйҙер кимәлдә яҡынлаш­тырҙы, тиһәм дә була.

А. Кәбиров. Эйе, өмөт бар ине, сөнки спектаклде тамашасыларҙың нисек ҡабул иткәнен, уның тәьҫир көсөн барыбыҙ ҙа тойҙоҡ, күрҙек. Тамашаның эсендә йөрөгән, ваҡи­ғаларҙы үҙ йөрәгем аша үткәргән кеше булараҡ та, уны бик көслө тип һанайым.

Р. Низаметдинов. Башҡа дәғүәселәр ҙә бик көслө ине, шулай ҙа өмөт булды, әлбиттә. Ошондай ҙур премияға лайыҡлы тип табылыу иһә күңелде талпындырҙы, бер башҡа үҫтерҙе. Еңеүебеҙ тураһында хәбәр алғас та, иң беренсе проектты бергә атҡарған ижадташтарымды ҡотланым.

– Еңеүселәр иҫәбенә инеү күңелегеҙгә ҡәнәғәтлек биреүҙән тыш, тағы ниндәй тойғолар уятты?

З. Бураҡаева. Әлегә тиклем ышанып етмәйем. Ышанып етергә  эш бигерәк күп, әле туғандарым менән ултырып сәй ҙә эскән юҡ, ә дуҫтар, мине хуплаусылар тура­һында һүҙ ҙә юҡ – уларға яҙышып ҡына рәхмәт әйтергә тура килә. Эш күп – шулай булһын да. Ырамлы ижад итә торған йәшем.

А. Кәбиров. Абруйлы премия ижади ҡаҙанышың менән ҡыуанды­рып ҡына ҡалмай, ә бер үк ваҡытта яуаплылыҡ та өҫтәй. Эшеңде тағы ла бирелеберәк, тағы ла тырышыбыраҡ атҡарырға, кимәлде төшөрмәҫкә тигән сәм бирә.

Р. Низаметдинов. Йәшерәк саҡта, миңә Ш. Бабич премияһы тапшырылғас, ҡанатланып-осоп йөрөгәйнем. Салауат Юлаев исемендәге премияға лайыҡ булыу ошо хистәрҙе ҡабаттан кисертте, бер айырма ғына бар: хәҙер, олпатлана төшкәс, шатлыҡты ла сабырыраҡ ҡабул итәһең, йәш саҡтағы ише түгел (көлә. – авт.). Абруйлы награда киләсәктә яңы проекттар өҫтөндә эшләргә, уларҙы юғары кимәлдә атҡарырға, тигән маҡсат уята.

– Премияға дәғүә итеп тә был юлы уңыш йылмаймаған башҡа дәғүәселәргә ҡарата теләктәре­геҙ бармы?

З. Бураҡаева. Башҡа дәғүәсе­ләр тураһында әйтмәйем, ә бына еңеүселәр лайыҡлы тип һанайым, сөнки һәр кемебеҙ – республика сәнғәтен үҫтереүгә ал-ял белмәй эшләгән ижадсыларбыҙ. Тап сәнғәт өлкәһендә.

Архитектура яғынан да. “Шүл­гәнташ” музейын барып ҡараным – иҫем китте. Йәш кенә булһалар ҙа, шул тиклем дә донъя архитек­тураһынан ҡалышмаған, юғары кимәлдәге эш тип һанайым.

А. Кәбиров. Күңелдәрен төшөр­мәһендәр, артабан да дәртләнеп ижад итеүҙәрен теләйем. Һау-сәләмәт булһындар, киләсәктә уларға ла уңыш юлдаш булһын!

Р. Низаметдинов. Алдараҡ әйтеп киткәнемсә, премияға дәғүә итеүселәр көслө ине, барыһы ла лайыҡлы, тип һанайым. Еңеүселәр иҫәбендә булмауҙы уңышһыҙлыҡ тип ҡабул итмәҫкә, артабан да сәмләнеп ижад итергә һәм килә­сәктә мәртәбәле премияға лайыҡ булырға яҙһын, тип теләйем!

– Зөһрә Диҡҡәт ҡыҙы, хал­ҡыбыҙҙың аҫыл вәкилдәре образын сәхнә әҫәрендә беренсе тапҡыр ғына тыуҙырмайһығыҙ. Рәми ағай Ғариповты ла театр тамашасыһы һеҙҙең ҡәләм аша таныны. Ижади пландарығыҙҙа тағы ниндәйҙер арҙаҡлы шәхе­себеҙ образына мөрәжәғәт итеү теләге бармы?

З. Бураҡаева. М. Кәрим исе­мендәге Милли йәштәр театры өсөн режиссер Рөстәм Хәкимов менән "Үлмәҫбай" тигән сәхнә әҫәрен дә сығарҙыҡ. Был инсценировка Мостафа Сафа улының студент сағынан алып һуғыштан әйләнеп ҡайтҡан осорон һүрәтләй. Һәр һүҙе, һәр дәлиле әҙиптең хәтирәләренән, башҡа сығанаҡ­тарҙан алынды. Әлеге көндә ошо уҡ театр өсөн "Аҡмулла" пьесаһы яҙыла. 14 декабрь – Башҡорт теле көнөндә тамашасы хөкөмөнә сығарабыҙ. Бик яуаплы эш, сөнки ике тапҡыр инде шағирҙар биогра­фияһы буйынса сәхнә әҫәре яҙылғас, үҙеңде ҡабатлау ҡурҡы­нысы ла, Аҡмулла шәхесен тулы­һынса аса алырбыҙмы икән, маҡсатҡа өлгәшербеҙме-юҡмы тигән шик-шөбһә лә бар... Шулай ҙа эш ырамлы бара. Был коллектив менән туғанлашып бөттөк инде, ә Рөстәм Милләт улы менән эшләү еңел, бер-беребеҙҙе ижади яҡтан байытабыҙ.

– Артур, театр сәхнәһендә һеҙ һынландырған легендар комди­выбыҙ образын тамашасы яратып ҡабул итте. Роль өҫтөндә эшләү ҡыйын булдымы?

А. Кәбиров. Бындай көслө, ҡаһарман шәхес ролен уйнау уғата яуаплы эш. Әлбиттә, ныҡ тыры­шырға, күп эшләргә тура килде. Спектаклдең режиссеры Хөрмәт Ғаззали улы Үтәшев менән берлек­тә бик төплө, ентекле эш барҙы. Спектаклде сәхнәгә сығарған төркөмдөң ныҡ көслө булыуы ярҙам итте. Күп уҡылды, бихисап видеоматериал ҡаралды.

– Рәйес ағай, быға ҡәҙәр спек­таклдәргә бейеү һалғанығыҙ бар инеме, әллә "Ат уйнатып алдан бара"лағы эшегеҙ – театр әҫә­рендәге беренсе тәжрибә­геҙме?

Р. Низаметдинов. Тап шулай, быға тиклем бер спектаклдең эшендә лә ҡатнашҡаным булмағайны. Хөрмәт Ғаззали улы миңә тәҡдим иткәндә, коронавирус менән ныҡ ҡына ауырып алып, нығынып бөтмәгән саҡ ине, шуға ла үҙем урынына бер-ике хореограф тәҡдим иткәйнем. Уларҙың форсаты булмағас, Хөрмәт ағай мине нисек тә күндерҙе. Риза булып, был эшкә тотонғаныма һис тә үкенмәнем. Бына бит, шулай килеп сығырға тейеш булған, минең өлөшкә яҙғандыр инде!

– Беренсе тәжрибәгеҙ уңыш­лы килеп сыҡҡан, афарин! Ә артабан театрҙар менән хеҙмәт­тәшлек итергә теләр инегеҙме?

– Тарихи темаларға мөрәжәғәт иткән спектаклдәр булһа, баш тартмаҫ инем. Был – миңә ныҡ яҡын, ҡыҙыҡһындырған өлкә.

– Яуаптарығыҙ өсөн рәхмәт. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы башҡа матур ижади проекттарға этәргес бирһен, күңелегеҙҙе елкендереп, яңы уңыштарға илһамландырып торһон!

З. Бураҡаева. Ҙур рәхмәт! Ысынлап та, баһа алыу ҡанат­тарҙы ныҡ үҫтерҙе, тағы ла ялҡын­ланып эшләргә көс бирҙе.

- Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА

Читайте нас