

Башҡортостан Яҙыусылар союзының шиғриәт секцияһы сираттағы ултырышын үткәрҙе. Уның эшендә секция рәйесе Тамара Искәндәриә, шағирҙар һәм яҙыусылар Әхмәр Үтәбай, Мөнир Ҡунафин, Гөлнур Яҡупова, Гөлназ Ҡотоева, Гөлнара Хәлфетдинова, Хисмәт Юлдашев, Әминә Яхина, ғалимәләр Ғәҙилә Бүләкова, Луиза Кирәева ҡатнашты.
Шулай уҡ интернет селтәре аша Тамара Ғәниева, Зөфәр Вәлитов, Ринат Сөләймәнов та үҙ фекерҙәрен еткереүгә өлгәште. Сараға ижад юлына аяҡ баҫырға торған журналист һәм нәшерсе Даян Мәжитов, актриса Сулпан Әбдрәхимова ла ылыҡтырылды.
Йыйылыуҙың сәбәбе Сибай төбәк яҙыусылар ойошмаһы ағзалары, исемдәре күптән халыҡ араһында танылған Насип Һаҡмаров һәм Мотал Рәмовтың шиғри ҡулъяҙмаларын тикшереү ине.
Бик ҡыҙыҡлы һөйләшеү булды ул. Ярайһы ғына көсөргәнешле, шул уҡ ваҡытта илһамландырғыс, яңы фекерҙәргә бай, аң үрҙәрен асып ебәргән мәлдәр башҡорт шиғриәтенең артабанғы үҫешен күҙ алдына килтерергә, тоҫмалларға мөмкинлек бирҙе.
Йәй башында беҙ ҡатын-ҡыҙҙар шиғриәтенә арналған ултырыш үткәргәйнек. Дүрт гүзәл зат – эшлекле Гөлдәриә Йосопова, наҙлы Айзилә Мортаева, миһырбанлы Рузалия Ниғмәтуллина, дини рухлы Гөлсинә Әл Сәлүи ижады аша ҡатын-ҡыҙ шиғриәтендәге төрлө төҫтәрҙе, тарафтарҙы байҡағайныҡ.
Бөгөн иһә "Башҡорт әҙәбиәтендә ир-ат шиғриәте ниндәй булырға тейеш?" тигән һорауға яуап эҙләнек. Был көнүҙәк һорауға бер ни тиклем яуап табылғандай ҙа булды. Шиғриәтте заттарға бүлеү, бәлки, бигүк дөрөҫ тә түгелдер. Шулай ҙа, Башҡортостандың халыҡ шағирәһе Тамара Ғәниева секция барышында телефондан бәйләнештә белдереүенсә, ирҙәр шиғриәтен рыцарлыҡ (яугирлек, тормошҡа һәм ҡатын-ҡыҙға ҡарата юғары кимәлдәге мөнәсәбәт, яуаплылыҡ тип аңлайым) биҙәй. Күргән-кисергәндәреңде проза телендә бәйнә-бәйнә һөйләү түгел! Шиғриәт – ул кисергәндәреңдән алған тәьҫоратты биреү!
Дәүерҙең ҡеүәтле тулҡыны һине үҙ ҡосағына ала икән, уға йөрәгеңде асып, ҡаршы бар. Яҙмыш һиңә тәҡдим иткән хәл-ваҡиғаның уртаһында ҡайна, ҡабул ит! Бер нәмә лә осраҡлы түгел. Иманым камил, был заман көслө ташҡын, ижади шартлау булып килгән яңы яҙыусыларҙы, шағирҙарҙы бирәсәк.
Әлбиттә, ҡатмарлы заман эҙҙәре егеттәрҙең ижадында ла ярылып ята. Насиптың да, Моталдың да шиғырҙары халыҡ тормошоноң эсендә тыуа. Табыштары байтаҡ. Шул уҡ ваҡытта, профессиональ ижад кимәленән сығып, секция ағзалары уларға күп кенә кәңәштәрен дә еткерҙе. Гөлнур Яҡупова, һәр ҡулъяҙма менән ентекле танышып, төплө анализ эшләне. Әхмәр Үтәбай, Хисмәт Юлдашев, Ғәҙилә Бүләкова, Мөнир Ҡунафин, Гөлнара Хәлфетдинова, Гөлназ Ҡотоеваларҙың фекерҙәре бик тос һәм урынлы булды.
Саф шишмәне сүп-сарҙан арындырып ағыҙып ебәрһәң, урғылып, яңыса гөрләп ағып китеүсән. Был осраҡта егеттәр ижадында ла шулай булыр, тигән өмөттәбеҙ.
Насип Һаҡмаров һәм Мотал Рәмовтың ҡулъяҙмалары, билдәләнгән мөхәррир менән ҡайтанан ҡарап, китап итеп төҙөгәндән һуң, “Китап” нәшриәтенә, ә егеттәр үҙҙәре шиғриәт секцияһы исеменән Яҙыусылар союзына ағзалыҡҡа тәҡдим ителде.
- Тамара ИСКӘНДӘРИӘ